Фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәттәренең төбәк-ара фестивале Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде. Быйыл уны ойоштороуҙа Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң Коми Республикаһының баш ҡалаһы Сыктывкарҙа эшләп килгән филиалы — “Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр мәҙәни үҙәге” лә ҡатнашты. Бик матур әҙерләнгән был мәҙәни сара ҙур байрам булып Нефтекамала башланды, Мишкә һәм Яңауыл райондарында шаулап дауам итеп, милләттәр дуҫлығына арналған сағыу кисә менән Бөрө ҡалаһында тамамланды.Мәҙәниәт һарайҙарының ҡупшылап биҙәлгән сәхнәләре түренә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларында йәшәгән мари, мордва һәм удмурт халыҡтарының үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары һәм айырым башҡарыусылары күтәрелде. Улар өс көн буйына үҙҙәренең быуындан быуынға күсеп килгән милли йыр-моңон яңғыратты, үҙенсәлекле фольклор өлгөләрен, бейеү, йола һәм кейемдәрен күрһәтте, үҙ-ара, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән милләттәштәре менән шатланып-ҡыуанып аралашып, фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.
Фин-уғыр халыҡтарының милли мәҙәниәтен һәм ижадын артабан үҫтереүҙе, милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фестиваль “Рәсәй мәҙәниәте (2012—2018 йылдар)” маҡсатлы федераль программаһы саралары исемлегенә индерелгән. Ул республикабыҙҙың мари һәм удмурттар күпләп йәшәгән төньяҡ-көнбайыш төбәгендә 1991 йылдан үткәрелә. Фестивалгә был яҡтар өсөн мәҙәни үҙәккә әйләнгән Нефтекамала нигеҙ һалынған. Башҡортостандың мари телендәге ижтимағи-сәйәси гәзите “Чолман“ (“Кама”) бында нәшер ителә, ә удмурт телендәге “Ошмес” (“Инеш”) Үрге Тәтешлелә сыға. Ҡалала һәм күрше райондарҙа был халыҡтарҙың милли берләшмәләре әүҙем эшләп килә.
Халыҡ ижады байрамында Венгрия, Латвия, Финляндия һәм Эстония илдәренән Коми, Мордва, Мари Иле, Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан, Свердловск, Силәбе, Төмән һәм Ырымбур өлкәләренән фин-уғыр халыҡтарының үҙешмәкәр ижади коллективтары һәм айырым башҡарыусылары даими ҡатнаша. Быйыл да уларҙың һаны 80-дән ашыу булды. Беҙҙең республикала эшләп килгән милли ижади төркөмдәрҙең биш тиҫтәнән ашыуының “халыҡ” һәм ”өлгөлө” исемдәренә лайыҡ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Байрам саралары фин-уғыр халыҡтарының күп яҡлы мәҙәниәтенә арналған матбуғат конференцияһы менән Нефтекаманың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан Милли берләшмәләр үҙәгендә башланып китте. Рәсәйҙең фин-уғыр мәҙәни үҙәге етәксеһе Татьяна Барахова, уның урынбаҫары Александра Бушуева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Нефтекама филиалы директоры Андрей Антипин, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Ирина Әхмәҙишина һәм Үҙәк етәксеһе Мөхәссәнә Йәғәфәрова үткәргән был сараға журналистар менән бер рәттән ҡалала эшләп килгән алты милли-мәҙәни берләшмә вәкилдәре, фестивалдең айырым ҡатнашыусылары саҡырылғайны. Ҡала мәҙәни үҙәгендәге “Ижад менән ҡанатланғандар” исемле сағыу концертта Башҡортостан райондары, Мари Иле һәм Удмурт республикалары, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәләренең үҙешмәкәр коллективтары һәм башҡарыусылары ҡатнашты. Мари, удмурт һәм коми-пермяк телдәрендә яңғыраған йыр һәм таҡмаҡтар, был халыҡтарҙың бейеүҙәре залда йыйылған төрлө милләт тамашасыларының береһен дә битараф ҡалдырманы. Мәҙәниәт байрамының икенсе көнөндә Мишкә районында үткән “Йырлы яҡ шишмәләре” фольклор концерты һәм Яңауылда уҙғарылған “Бейеүҙәге рапсодия” тамашаһы фин-уғыр халыҡтары ижадын тағы ла тулыраҡ кимәлдә күҙ алдына баҫтырырға мөмкинлек бирҙе.
Өсөнсө көндә фестиваль Бөрө ҡалаһында дауам итте. Бында фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәттәренең бөгөнгө торошо һәм үҫеш мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ҡала хакимиәте, милли-мәҙәни ойошмалар һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы вәкилдәре менән бер рәттән алыҫтан килгән этнографтар — Венгрия Фәндәр академияһы Этнология институтының әйҙәүсе хеҙмәткәре Каталин Юхас менән Венгр йолалары йортоноң бүлек мөдире Золтан Сабо — ҡатнашты. Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы ҡунаҡтарҙың икеһе лә үҙ илдәренең “Халыҡ ижады оҫтаһы” тигән маҡтаулы исемен йөрөтә, төрлө халыҡ-ара конкурс лауреаттары. Каталин Юхас ханым халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылһа, ғаилә башлығы Золтан Сабо халыҡ музыка ҡоралдарында, шул иҫәптән ҡыуыҡлы һорнайҙа (волынкала) бик матур уйнай. Уларҙың фестивалде ябыуға арналған гала-концерттағы сығышын зал оҙайлы алҡыштарға күмде.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.