Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Артистың “яңы туғаны”
...2002 йыл. Театр беренсе тапҡыр Себер яҡтарына гастролгә сыҡҡан. Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында йәшәгән театр һөйөүселәр һәм Башҡортостандан шул тарафтарға китеп төпләнгән яҡташтары алдында Мәскәү драматургы Надежда Птушкинаның “Алдан түләйем!” исемле комедияһын күрһәтәләр. Ролдәрҙә — Фидан Ғафаров, Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Алһыу Ғәлина.
Өс аҙналыҡ сәфәр Лянтор ҡалаһына килеп терәлә, төркөмдө нефтселәрҙең ҡунаҡханаһына урын­лаштыралар. Бын­да вахта ысулы менән килеп-ҡайтып эшлә­гәндәр йәшәй. Киске спектакль алдынан, буш ваҡытты файҙаланып, гастролгә сығыу­сылар телевизор ҡарап, әңгәмә ҡороп, ял бүлмә­һендә ултыра. Театр хеҙмәт­кәрҙәренән, артистарҙан тыш ике-өс нефтсе лә дивандан урын алған.
Ҡунаҡтарҙың Өфөнән икәнле­ген, гастролгә килгәндәрен белгәс, араларынан берәүһе: “М-да... Йәш саҡта театрҙы бик күп ҡаралды инде...” — тип һүҙ башлай. Уға икенсеһе лә ҡушыла: “Хәҙерге театр элекке һымаҡ түгел шул — бөтөнләй ят артистар уйнай... Дөрөҫөн әйткәндә, “оҙон” аҡса артынан ҡыуып, спектак­л­дәргә йөрөргә ваҡыт ҡалмай. Ә бар ине бит заманалар — Башҡорт академия драма театрына барып, Фидан менән Нурияны ҡарап ҡайта инек...” — тип үҙ заманының матур хәтирәләре менән уртаҡлаша. Уның һүҙен тәүгеһе бүлдереп: “Әйткәндәй, Фидан миңә ту­ған тейешле. Бигүк яҡын түгел, әммә гел генә уның менән аралашып йәшәнек!” — тип данлыҡлы артист менән таныш булыуы хаҡында ғорурланып әйтеп һала. Шунан эргәһендә ултырған билдәле артисҡа боролоп:
— Фидан хәҙер Башҡорт академия драма театрында эшләмәй, уның үҙе­нең театры бар, тиҙәр. Ҡартайғандыр ҙа, уйнамайҙыр ҙа... Беҙ йәш саҡта ла оло ине бит ул... Шулай ҙа туған театрына Фидан килмәй тормаҫ — күрһәгеҙ, фәлән­дән сәләм әйтегеҙ, йәме?!” — ти.
Сәләм юллаусының үҙенә тө­бәлгән һораулы ҡарашын тойоп, бер аҙ шаяртып алыу теләге менән дә, Фидан Сафа улы: “Ярай, күрһәк, әйтербеҙ. Тик бына ул сит илдә йәшәй, сереп байыған, имеш, тиҙәр бит әле, ҡустым. Туған кешенең сәләмен шулай ҙа еткерергә тырышырбыҙ”, — тип үҙенең “яңы туғанын” тынысландыра...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780