Артистың “яңы туғаны”10.12.2014
...2002 йыл. Театр беренсе тапҡыр Себер яҡтарына гастролгә сыҡҡан. Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында йәшәгән театр һөйөүселәр һәм Башҡортостандан шул тарафтарға китеп төпләнгән яҡташтары алдында Мәскәү драматургы Надежда Птушкинаның “Алдан түләйем!” исемле комедияһын күрһәтәләр. Ролдәрҙә — Фидан Ғафаров, Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Алһыу Ғәлина.
Өс аҙналыҡ сәфәр Лянтор ҡалаһына килеп терәлә, төркөмдө нефтселәрҙең ҡунаҡханаһына урынлаштыралар. Бында вахта ысулы менән килеп-ҡайтып эшләгәндәр йәшәй. Киске спектакль алдынан, буш ваҡытты файҙаланып, гастролгә сығыусылар телевизор ҡарап, әңгәмә ҡороп, ял бүлмәһендә ултыра. Театр хеҙмәткәрҙәренән, артистарҙан тыш ике-өс нефтсе лә дивандан урын алған.
Ҡунаҡтарҙың Өфөнән икәнлеген, гастролгә килгәндәрен белгәс, араларынан берәүһе: “М-да... Йәш саҡта театрҙы бик күп ҡаралды инде...” — тип һүҙ башлай. Уға икенсеһе лә ҡушыла: “Хәҙерге театр элекке һымаҡ түгел шул — бөтөнләй ят артистар уйнай... Дөрөҫөн әйткәндә, “оҙон” аҡса артынан ҡыуып, спектаклдәргә йөрөргә ваҡыт ҡалмай. Ә бар ине бит заманалар — Башҡорт академия драма театрына барып, Фидан менән Нурияны ҡарап ҡайта инек...” — тип үҙ заманының матур хәтирәләре менән уртаҡлаша. Уның һүҙен тәүгеһе бүлдереп: “Әйткәндәй, Фидан миңә туған тейешле. Бигүк яҡын түгел, әммә гел генә уның менән аралашып йәшәнек!” — тип данлыҡлы артист менән таныш булыуы хаҡында ғорурланып әйтеп һала. Шунан эргәһендә ултырған билдәле артисҡа боролоп:
— Фидан хәҙер Башҡорт академия драма театрында эшләмәй, уның үҙенең театры бар, тиҙәр. Ҡартайғандыр ҙа, уйнамайҙыр ҙа... Беҙ йәш саҡта ла оло ине бит ул... Шулай ҙа туған театрына Фидан килмәй тормаҫ — күрһәгеҙ, фәләндән сәләм әйтегеҙ, йәме?!” — ти.
Сәләм юллаусының үҙенә төбәлгән һораулы ҡарашын тойоп, бер аҙ шаяртып алыу теләге менән дә, Фидан Сафа улы: “Ярай, күрһәк, әйтербеҙ. Тик бына ул сит илдә йәшәй, сереп байыған, имеш, тиҙәр бит әле, ҡустым. Туған кешенең сәләмен шулай ҙа еткерергә тырышырбыҙ”, — тип үҙенең “яңы туғанын” тынысландыра...