Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҫәрҙәрҙә — кеше яҙмышы
Әҫәрҙәрҙә — кеше яҙмышы Зәйнәб Биишева исемендәге Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.

Мостай Кәрим. Әҫәр­ҙәр. V том.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең уҡыусылар көткән китабы уның тыуыуына 95 йыл тулыу­ҙы Рәсәйҙә һәм рес­пуб­ли­ка­быҙҙа киң билдә­ләгән осорҙа ба­ҫылып сығыуы бары­быҙға ла оло бүләк булды. Халыҡ шағиры “Әҫәрҙәр”енең V томы­на уҡыусылар яратып уҡыған “Оҙон-оҙаҡ ба­ла саҡ”, “Ярлыҡау” һәм “Ауыл адвокаттары” по­вестары индерел­гән.

Ноғман Мусин. Һай­ланма әҫәр­ҙәр. IХ том.
Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сы­һы, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Му­синдың “Һай­ланма әҫәр­ҙәре”нең IX томы­на бер нисә быуын уҡыу­сы­ларына киң бил­дәле “Һайлап алған яҙмыш” романы, “Төпкөлдән төш­кән килен”, “Шайтан ҡуласаһы”, “Еҙ ҡың­ғы­рау” повес­тары туп­лан­ған.

Гөлфиә Юнысова. Һайланма әҫәрҙәр. II том.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, Рә­сәй­ҙең һәм Баш­ҡорт­­остандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре, күренекле балалар шағирәһе Гөл­фиә Юнысо­ва­ның “Һайланма әҫәрҙәр”е­нең II то­мында балалар өсөн яҙылған иң һәй­бәт шиғырҙары, әкиәт­тәре һәм уҡыусы бала­лар яратып баш­ҡарған йыр­ҙары ба­ҫыл­ған. Был йы­йын­­тыҡ­ты уҡыу­сы­лар күптән көтә ине.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. “Ҡа­нат­лы йөрәк”. Поэмалар, шиғыр­ҙар.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләт­бир­ҙинаның алтынсы китабы был. Әҫәр­ҙәре­нең нескә лиризм менән һуғарылыуы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылыуы күңелдәрҙе арбай. Үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәби­ғәткә ҡарата ихлас мөхәббәт.

“Биҙәктәр”. Хи­кә­йәләр, шиғыр­ҙар.
Был яңы йыйынтыҡ­ҡа төрлө һө­нәр эйә­лә­ре — Хәлиҙә Ал­тын­баева, Дауыт Амангилдин, Мәү­ҙиға Бай­мөхә­мә­това, Асия Басирова, Гөлкәй Ис­мә­ғилева, Бибиямал Йосопова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәү­лит Кә­ри­мов, Фәүҡәт Ҡотло­шин һәм Зәки Сөләй­мәновтың тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, изгелек, матур­лыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт темалары үҙенсәлекле яҡтыр­тыл­ған хикәйә­ләре һәм шиғырҙары инде­релгән.




Автор: И. БУЛАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783