Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр. V том. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең уҡыусылар көткән китабы уның тыуыуына 95 йыл тулыуҙы Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа киң билдәләгән осорҙа баҫылып сығыуы барыбыҙға ла оло бүләк булды. Халыҡ шағиры “Әҫәрҙәр”енең V томына уҡыусылар яратып уҡыған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һәм “Ауыл адвокаттары” повестары индерелгән.
Ноғман Мусин. Һайланма әҫәрҙәр. IХ том.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың “Һайланма әҫәрҙәре”нең IX томына бер нисә быуын уҡыусыларына киң билдәле “Һайлап алған яҙмыш” романы, “Төпкөлдән төшкән килен”, “Шайтан ҡуласаһы”, “Еҙ ҡыңғырау” повестары тупланған.
Гөлфиә Юнысова. Һайланма әҫәрҙәр. II том. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле балалар шағирәһе Гөлфиә Юнысованың “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томында балалар өсөн яҙылған иң һәйбәт шиғырҙары, әкиәттәре һәм уҡыусы балалар яратып башҡарған йырҙары баҫылған. Был йыйынтыҡты уҡыусылар күптән көтә ине.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. “Ҡанатлы йөрәк”. Поэмалар, шиғырҙар.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның алтынсы китабы был. Әҫәрҙәренең нескә лиризм менән һуғарылыуы, юғары гражданлыҡ рухында яҙылыуы күңелдәрҙе арбай. Үҙенсәлекле шиғриәтенең төп темалары — кеше яҙмышы, тормош асылы, ата-әсәһенә, балаларына, һөйгәненә һәм тәбиғәткә ҡарата ихлас мөхәббәт.
“Биҙәктәр”. Хикәйәләр, шиғырҙар.Был яңы йыйынтыҡҡа төрлө һөнәр эйәләре — Хәлиҙә Алтынбаева, Дауыт Амангилдин, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Асия Басирова, Гөлкәй Исмәғилева, Бибиямал Йосопова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәүлит Кәримов, Фәүҡәт Ҡотлошин һәм Зәки Сөләймәновтың тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған, изгелек, матурлыҡ, кешелеклелек, мөхәббәт темалары үҙенсәлекле яҡтыртылған хикәйәләре һәм шиғырҙары индерелгән.