Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел һаҡланыр, йәшәр, киңәйер
Тел һаҡланыр, йәшәр, киңәйер Ҡыҙын башҡа күрмәйәсәген аңлағас, хушлашҡанда ире ҡатынына “Сәриәмде уҡыт, кеше ит!” тигән васыят әйтеп ҡалдыра. Әсә кеше был һүҙҙәргә оло тоғролоҡ һаҡлай, ғәзиз балаһын белемле итер өсөн алтын сығарыу приискыһында эшләргә лә батырсылыҡ итә, заман михнәттәренә бирешмәй маҡсатына табан бара. Тормоштоң әсеһен аҙ татымаған ғаиләлә үҫкән ябай башҡорт ҡыҙының ғалимә булып китеүендә ҡара тырышлыҡ, белемгә ынтылыш, фиҙакәрлек ярылып ята. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән ғилми конференция ла Сәриә Миржанованың тел ғилемендә ҡалдырған яҡты эҙенең нурына сорналып, халыҡсан рухлы, матур белем тантанаһына әүерелде.


Күренекле башҡорт телсеһе, диалектолог Сәриә Миржанованың тыуыуына 90 йыл ту­лыу­ға арналған был сараны Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан килгән “Умырзая” фольклор ансамбле асып ебәреүе осраҡлы түгел, ул фән­де халыҡҡа еткереүҙең үҙенсәлекле һәм ҡе­үәтле алымы тип аталырға ла хоҡуҡлы. Сөнки ғалимәнең кандидатлыҡ диссертацияһы ла тап ошо ауыл тирәһендә таралған күбәләк һөйләше буйынса яҙылған. Рәхмәттең төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәргә эйә ҡатын-ҡыҙҙарынан төҙөлгән ансамблдең үҙ һөйләшендә яңғыраған йыр-моңо, бейеү-уйындары, йолалары конференцияла ҡатнашыусыларға буласаҡ фекер алы­шыу­ҙың төп темаһын кинәйәле асып һалды, дәррәү фән даръяһына көйләне. Ә фойела мил­ли ашамлыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәре иһә фәнни конференцияға башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, ихласлығын һүрәтләгән биҙәк кенә булды.
Ғилем байрамында ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Аппаратының кәңәшсеһе Рәйлә Вахитова, Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Гөл­сәсәк Мөхәмәтйәнова, Әбйәлил районы хаки­миә­тенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Лениза Сәғәҙиева, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина сәләмләне, фәнни конференцияны боронғо башҡорт ҡоро кеүек һөҙөмтәле итеп Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фир­ҙәүес Хисамитдинова алып барҙы.
Тел һаҡланыр, йәшәр, киңәйер– Бер уҡытыусы әйтмешләй, телгә булған би­тарафлыҡтан “ҡанаттар һынып барғандай” осор­ҙа бындай конференцияны үткәреү бик мө­һим һәм урынлы, – тине ул. – Институтта йыл һайын бил­дәле бер ғалимдың юбилейына арнап ошондай сара үткәрелә, быйыл­ғыһы башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү өсөн күп көс һалған шәхестәр Сәриә Миржанова менән Нәсимә Суфьянова иҫтәлегенә бағыш­лана. Улар – ауылдан ауылға йөрөп, мәғ­лү­мәт йыйып, теркәп, һүҙлектәргә индер­гән оло ихтирамға лайыҡ телселәр. Сығыш яһау­сы­лар араһында ауыл һәм ҡала ерендәге башҡорт теле уҡытыусылары булыуы ла маҡ­сатҡа ярашлы – уларҙы ҙур зал, етәкселәр алдын­да ҡыйыу һүҙ тоторға өйрәтеү, оҫталыҡ­тарын, үҙ-үҙҙәренә ышанысын арттырыу өсөн эшләнде.
Ҡурған өлкәһенең Надеждинка ауылы мәк­тәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Жәлил Садиҡов республикала 20–22 ноябрҙә уҙған Ҡурған өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көн­дәренә килеп, бер ыңғайҙан үҙ теләге менән диалектология конференцияһында булып, мил­ләттәштәр менән аралашып, яңы мәғлүмәт алып ҡайтыуына сикһеҙ шат. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ өлкәһенең Сафакүл районында ҡул­ланылған һөйләштең үҙенсә­лектәрен ҡыҙыҡлы миҫалдар аша асып һалған Жәлил Фәйрүз улы: “Киләсәктә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, бәлки, беҙҙең яҡтарға ла килеп тикшеренеүҙәр үткәрер, диалекттарҙы өйрәнер”, – тигән теләк-ышаныс белдерҙе.
Ике өлөштән торған фәнни конференцияла һүҙ ике ғалимәнең дә тормош юлы, ғилми эш­мәкәрлеге, бөгөнгө диалектологияның, Рәсәй халыҡтары телдәренең көнүҙәк мәсьәләләре, туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу шарттары, әһәмиәтле алымдар хаҡында барҙы, ҡатна­шыусылар өсөн әүҙем фекер алышыу майҙаны ла ойошторолдо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780