Ҡыҙын башҡа күрмәйәсәген аңлағас, хушлашҡанда ире ҡатынына “Сәриәмде уҡыт, кеше ит!” тигән васыят әйтеп ҡалдыра. Әсә кеше был һүҙҙәргә оло тоғролоҡ һаҡлай, ғәзиз балаһын белемле итер өсөн алтын сығарыу приискыһында эшләргә лә батырсылыҡ итә, заман михнәттәренә бирешмәй маҡсатына табан бара. Тормоштоң әсеһен аҙ татымаған ғаиләлә үҫкән ябай башҡорт ҡыҙының ғалимә булып китеүендә ҡара тырышлыҡ, белемгә ынтылыш, фиҙакәрлек ярылып ята. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән ғилми конференция ла Сәриә Миржанованың тел ғилемендә ҡалдырған яҡты эҙенең нурына сорналып, халыҡсан рухлы, матур белем тантанаһына әүерелде.Күренекле башҡорт телсеһе, диалектолог Сәриә Миржанованың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған был сараны Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан килгән “Умырзая” фольклор ансамбле асып ебәреүе осраҡлы түгел, ул фәнде халыҡҡа еткереүҙең үҙенсәлекле һәм ҡеүәтле алымы тип аталырға ла хоҡуҡлы. Сөнки ғалимәнең кандидатлыҡ диссертацияһы ла тап ошо ауыл тирәһендә таралған күбәләк һөйләше буйынса яҙылған. Рәхмәттең төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәргә эйә ҡатын-ҡыҙҙарынан төҙөлгән ансамблдең үҙ һөйләшендә яңғыраған йыр-моңо, бейеү-уйындары, йолалары конференцияла ҡатнашыусыларға буласаҡ фекер алышыуҙың төп темаһын кинәйәле асып һалды, дәррәү фән даръяһына көйләне. Ә фойела милли ашамлыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәре иһә фәнни конференцияға башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, ихласлығын һүрәтләгән биҙәк кенә булды.
Ғилем байрамында ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Аппаратының кәңәшсеһе Рәйлә Вахитова, Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Лениза Сәғәҙиева, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина сәләмләне, фәнни конференцияны боронғо башҡорт ҡоро кеүек һөҙөмтәле итеп Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова алып барҙы.
– Бер уҡытыусы әйтмешләй, телгә булған битарафлыҡтан “ҡанаттар һынып барғандай” осорҙа бындай конференцияны үткәреү бик мөһим һәм урынлы, – тине ул. – Институтта йыл һайын билдәле бер ғалимдың юбилейына арнап ошондай сара үткәрелә, быйылғыһы башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү өсөн күп көс һалған шәхестәр Сәриә Миржанова менән Нәсимә Суфьянова иҫтәлегенә бағышлана. Улар – ауылдан ауылға йөрөп, мәғлүмәт йыйып, теркәп, һүҙлектәргә индергән оло ихтирамға лайыҡ телселәр. Сығыш яһаусылар араһында ауыл һәм ҡала ерендәге башҡорт теле уҡытыусылары булыуы ла маҡсатҡа ярашлы – уларҙы ҙур зал, етәкселәр алдында ҡыйыу һүҙ тоторға өйрәтеү, оҫталыҡтарын, үҙ-үҙҙәренә ышанысын арттырыу өсөн эшләнде.
Ҡурған өлкәһенең Надеждинка ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Жәлил Садиҡов республикала 20–22 ноябрҙә уҙған Ҡурған өлкәһе башҡорттарының мәҙәниәт көндәренә килеп, бер ыңғайҙан үҙ теләге менән диалектология конференцияһында булып, милләттәштәр менән аралашып, яңы мәғлүмәт алып ҡайтыуына сикһеҙ шат. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ өлкәһенең Сафакүл районында ҡулланылған һөйләштең үҙенсәлектәрен ҡыҙыҡлы миҫалдар аша асып һалған Жәлил Фәйрүз улы: “Киләсәктә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, бәлки, беҙҙең яҡтарға ла килеп тикшеренеүҙәр үткәрер, диалекттарҙы өйрәнер”, – тигән теләк-ышаныс белдерҙе.
Ике өлөштән торған фәнни конференцияла һүҙ ике ғалимәнең дә тормош юлы, ғилми эшмәкәрлеге, бөгөнгө диалектологияның, Рәсәй халыҡтары телдәренең көнүҙәк мәсьәләләре, туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу шарттары, әһәмиәтле алымдар хаҡында барҙы, ҡатнашыусылар өсөн әүҙем фекер алышыу майҙаны ла ойошторолдо.