Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тамыр”ҙар булдыра ул
“Тамыр”ҙар булдыра ул Бронза Орфей һәм ике махсус бүләк. “ТЭФИ-Төбәк-2014” бәйгеһендә “Башҡортостан” теле­радиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ошондай һөҙөмтәгә өлгәште.

Башҡортостан Президенты грантына төшөрөлгән “Шүл­гәнташ” фильм-әкиәте кон­курс­тың иң юғары награ­да- һына лайыҡ булды. Әкиәттең оператор-ҡуйыусыһы Урал Ғатауллин (һүрәттә) “Телевидение программаһы/фильм операторы” номинацияһында Грозный һәм Сорғот ҡалала-рынан килгән коллегалары менән көс һынашты. Башҡорт әкиәтенең ҡатмарлы сюжеттары бик оҫта төшөрөлгәйне. Баһалама комиссияһы бронза Орфейҙы тап уға тапшырырға ҡарар итте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш операторы Урал Ғатаул­лин әйтеүенсә, был — бөтә команданың еңеүе.
Баһалаусылар һәм финал­ға сығыусылар билдәләүенсә, телевидение шарттарында бындай фильм төшөрөү еңел түгел. Оҫта, матур геройҙар, сағыу кейемдәр, гүзәл тәбиғәт күренештәре, сәхнәнең ҡы- ҙыҡ­лы биҙәлеше, сихри музыка, йөкмәткеле сюжет — быларҙың барыһы ла әкиәт донъяһына әйҙәй. “Ниңә быны Башҡортостанда ғына эшләй алалар?” — тип шаяртыусылар ҙа булды.
“Тамыр”ҙар булдыра ул– Ярыш ҡыҙыу барҙы. Эштәребеҙ биш номинация буйынса финалға үтте. Ә балалар номинацияһы — ни бары берәү. Беҙ өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән программалар менән төрлө йүнә­лештәрҙә ярыштыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ, — ти “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Президент гранттары буйынса комиссияға, республиканың Мәҙәниәт министрлығына беҙ­гә ышаныс һәм ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәтлебеҙ.
Рәсәй телевидение ака-демия­һының Медиаиндустрия академияһында бушлай уҡы­тыу рәүешендәге махсус бү­ләге “Физра. Махсус хәбәр­сенең спорт блогы” програм­маһына (режиссеры — Әлмира Ахунова, журналисы — Татьяна Никитина, алып барыусыһы — Егор Антипин) тапшырылды. Режиссер Ләй­сән Мәзитованың “Герой балалар” тапшырыуы “Ҡаршы­лыҡты еңеү” махсус номинация­һында уңыш ҡаҙанды.


Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780