Бронза Орфей һәм ике махсус бүләк. “ТЭФИ-Төбәк-2014” бәйгеһендә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ошондай һөҙөмтәгә өлгәште. Башҡортостан Президенты грантына төшөрөлгән “Шүлгәнташ” фильм-әкиәте конкурстың иң юғары награда- һына лайыҡ булды. Әкиәттең оператор-ҡуйыусыһы Урал Ғатауллин (һүрәттә) “Телевидение программаһы/фильм операторы” номинацияһында Грозный һәм Сорғот ҡалала-рынан килгән коллегалары менән көс һынашты. Башҡорт әкиәтенең ҡатмарлы сюжеттары бик оҫта төшөрөлгәйне. Баһалама комиссияһы бронза Орфейҙы тап уға тапшырырға ҡарар итте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш операторы Урал Ғатауллин әйтеүенсә, был — бөтә команданың еңеүе.
Баһалаусылар һәм финалға сығыусылар билдәләүенсә, телевидение шарттарында бындай фильм төшөрөү еңел түгел. Оҫта, матур геройҙар, сағыу кейемдәр, гүзәл тәбиғәт күренештәре, сәхнәнең ҡы- ҙыҡлы биҙәлеше, сихри музыка, йөкмәткеле сюжет — быларҙың барыһы ла әкиәт донъяһына әйҙәй. “Ниңә быны Башҡортостанда ғына эшләй алалар?” — тип шаяртыусылар ҙа булды.
– Ярыш ҡыҙыу барҙы. Эштәребеҙ биш номинация буйынса финалға үтте. Ә балалар номинацияһы — ни бары берәү. Беҙ өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән программалар менән төрлө йүнәлештәрҙә ярыштыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ, — ти “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Президент гранттары буйынса комиссияға, республиканың Мәҙәниәт министрлығына беҙгә ышаныс һәм ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәтлебеҙ.
Рәсәй телевидение ака-демияһының Медиаиндустрия академияһында бушлай уҡытыу рәүешендәге махсус бүләге “Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы” программаһына (режиссеры — Әлмира Ахунова, журналисы — Татьяна Никитина, алып барыусыһы — Егор Антипин) тапшырылды. Режиссер Ләйсән Мәзитованың “Герой балалар” тапшырыуы “Ҡаршылыҡты еңеү” махсус номинацияһында уңыш ҡаҙанды.