Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-атҡа лайыҡ мәшәҡәт
Һөҙәк тауҙар араһына һыйынып ул­тыр­ған Мәсетауыл, хозур Әй йылғаһы, бәләкәй саҡта аунап үҫкән бәпкә үләне – йәнгә йылы, күңелгә рәхәтлек биргән тыу­ған тарафтар.
Ауылыма һәр саҡ елкенеп ҡайтам. Был юлы 60 йәшемде билдәләргә тип, оло һөйөнөс менән күмәкләп, Башҡорт­остандың күренекле әҙип-эшмәкәрҙәре – күренекле ғалим, филология фәндәре док­торы Ғиниәт Ҡунафин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лау­ре­аты Таңсулпан Ғарипова, “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең баш мөхәр­рире Нияз Сәлимов, балалар әҙибәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, ҡатыным, ҡыҙым, һең­лем­дәр менән бергә йыйындыҡ.
Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе директоры Анфиса Ғәйнетдинова, уның урын­баҫарҙары Лариса Ғәйнуллина, Флүрә Йәрмөхәмәтова, уҡытыусылар Данис Ғә­лимов, Гөлсөм Абдрахманова, Лена Фазылова тырышлығында кисә ойоштороп, ҙур табын менән ҡаршы алдылар. Бала саҡтан күңелемә яҡын булған йөҙҙәр, таныш йылмайыуҙар, яғымлы ауаздар, ҡотлау һүҙҙәре йөрәк­тәге моңһоу иҫтә­лектәрҙе һәм йылы рәхмәт тойғоһон уятты.
Юбилей сараларының уртаһында Ды­уан-Мәсетле ауыл Советы хакимиәте башлығы Мәғәмүр Ханнанов ҡайнап йө­рөй. Иҫләйем, уның атаһы, күрше Буран­сы ауылында йәшәгән Муллаяр ағай, элек бик бөтмөр шофер ине, йөк ма­шинаһында йөрөнө.
Аралашҡан ваҡыт эсендә байтаҡ нәмә асыҡ­ланғандай итте, дөрөҫө, тыуған ауы­лымдың эске тормошоноң шаршауы һыпырып ташланды.
Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылда ҡабул иткән Төньяҡ-көнсығыш район­дарҙы үҫтереү программаһына ярашлы төбәктең иҡтисады күтәрелергә, халыҡ­тың социаль, мәҙәни тормошо яйға һалы­нырға тейеш. Сер түгел, был тарафта йәшәүселәрҙең хәле республика­быҙҙың башҡа яҡтарына ҡарағанда мөшкөлөрәк: сәнәғәт предприятиелары юҡ тиерлек, колхоз-совхоздар бөтөрөл­гәс, йәштәр эш эҙләп күрше өлкәләргә, Себергә китә. Ата-бабанан ҡалған, боронғо кәсеп булған урмансылыҡ, ба­лыҡсылыҡ, һу­нар­сылыҡ менән шөғөл­ләнеү бөгөн отошло түгел, онотолған да. Халыҡ мал тота, баҡса үҫтерә, умарта­сылыҡ менән булаша, әммә алыш-биреш хөрт бара, үҫтергәнде, итте, һөттө, баш­ҡаһын үҙ хаҡына һатыу ауыр. Алып­һатарҙар, мә­ҫәлән, итте, картуфты бик осһоҙға алып китә, халыҡ быныһына ла күнгән.
Заманында, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, гөрләп торған ауылымда “Комсомолец” колхозының көсө менән ҙур клуб һа­лынды, районда тәүгеләрҙән булараҡ ике ҡатлы кирбес мәктәп, идара йорто төҙөл­дө. Ғөмүмән, Мәсетауыл ти­рә-яҡтағылар өсөн үҙәк, елдәргә биреш­мәгән төйәк ине.
Бөгөн уға яңы һулыш өрөү фарыз, үҙендә балалар баҡсаһын, спорт залын, китапхананы берләштергән яңы мәҙәни үҙәк асырға ине. Иҫке клубты эшҡы­уар­ҙарға ҡуртымға бирергә була. Ауыл йәш­тәре 17 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мәсә­ғүткә эшкә йөрөй, мал тота, кешесә йәшәр өсөн мәктәп бар, әммә арыуыраҡ балалар баҡсаһы кәрәк, сөнки бөгөнгөһө бәләкәй генә өйҙә урынлашҡан. Ундағы 30 бала ике төркөмгә бүленгән, “сиратта тағы 30 бала тора” тип һөйләй ауыл хакимиәте башлығы. Шул сабыйҙарға урын табылһа, йәштәр ауылда төпләнеп, гөрләтеп йәшәр ине! Һыу бар, мәктәп – эргәлә, Әй буйының тәбиғәте бынамын тигән йәмле. Йәштәр китапханаға килһен, спорт залында шөғөлләнһен, юғиһә ха­лыҡ буш ваҡытын нисек, ҡайҙа үткә­рергә белмәй, тормоштан йәм тапмай ыҙалай. Шуға ла минең төп хыял­дарымдың береһе – ауылда мәҙәни үҙәк төҙөү.
Дыуан-Мәсетлелә мәҙәни үҙәк төҙөү үрҙә аталған дәүләт программаһына ла ингән, тик бойомға ашырыу ғына һуҙыла. Һайлауҙар осоронда был хаҡта һүҙ, вәғәҙәләр күп булды, әммә йөк һаман урынында…
Дыуан-Мәсетле, ғөмүмән, был төбәк­тең үҙәк урындарының береһе, уға күрше ауылдарҙан да халыҡ күп килә. Мәсетле районының ауылдарын икегә бүлгән Әй йылғаһы аша Ғүмәр ауылына күпер һа­лынғас, халыҡ һөйөнә, Яңы Мишәр, хатта Ҡыйғы районы ауылдары рәхмәт уҡый. Был шатлыҡҡа өлгәшеүҙә Мәғәмүр Муллаяр улының өлөшө ҙур.
“Һалым йыйыу, эскелеккә ҡаршы кө­рәш, ғаиләләге ығы-зығыны хәл итеүҙәр көндәлек мәшәҡәт кенә, иң мөһиме – килә­сәк быуынға минән аманат булып ҡалырҙай күпер һәм мәҙәни үҙәк төҙө­төү”, – ти Мәғәмүр Зәйнулла улы. Изге ниәтле ир-атҡа ғәйрәт һәм уңышлы юлдар теләп ҡалабыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780