Ир-атҡа лайыҡ мәшәҡәт05.12.2014
Һөҙәк тауҙар араһына һыйынып ултырған Мәсетауыл, хозур Әй йылғаһы, бәләкәй саҡта аунап үҫкән бәпкә үләне – йәнгә йылы, күңелгә рәхәтлек биргән тыуған тарафтар.
Ауылыма һәр саҡ елкенеп ҡайтам. Был юлы 60 йәшемде билдәләргә тип, оло һөйөнөс менән күмәкләп, Башҡортостандың күренекле әҙип-эшмәкәрҙәре – күренекле ғалим, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, балалар әҙибәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, ҡатыным, ҡыҙым, һеңлемдәр менән бергә йыйындыҡ.
Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе директоры Анфиса Ғәйнетдинова, уның урынбаҫарҙары Лариса Ғәйнуллина, Флүрә Йәрмөхәмәтова, уҡытыусылар Данис Ғәлимов, Гөлсөм Абдрахманова, Лена Фазылова тырышлығында кисә ойоштороп, ҙур табын менән ҡаршы алдылар. Бала саҡтан күңелемә яҡын булған йөҙҙәр, таныш йылмайыуҙар, яғымлы ауаздар, ҡотлау һүҙҙәре йөрәктәге моңһоу иҫтәлектәрҙе һәм йылы рәхмәт тойғоһон уятты.
Юбилей сараларының уртаһында Дыуан-Мәсетле ауыл Советы хакимиәте башлығы Мәғәмүр Ханнанов ҡайнап йөрөй. Иҫләйем, уның атаһы, күрше Бурансы ауылында йәшәгән Муллаяр ағай, элек бик бөтмөр шофер ине, йөк машинаһында йөрөнө.
Аралашҡан ваҡыт эсендә байтаҡ нәмә асыҡланғандай итте, дөрөҫө, тыуған ауылымдың эске тормошоноң шаршауы һыпырып ташланды.
Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылда ҡабул иткән Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү программаһына ярашлы төбәктең иҡтисады күтәрелергә, халыҡтың социаль, мәҙәни тормошо яйға һалынырға тейеш. Сер түгел, был тарафта йәшәүселәрҙең хәле республикабыҙҙың башҡа яҡтарына ҡарағанда мөшкөлөрәк: сәнәғәт предприятиелары юҡ тиерлек, колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, йәштәр эш эҙләп күрше өлкәләргә, Себергә китә. Ата-бабанан ҡалған, боронғо кәсеп булған урмансылыҡ, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү бөгөн отошло түгел, онотолған да. Халыҡ мал тота, баҡса үҫтерә, умартасылыҡ менән булаша, әммә алыш-биреш хөрт бара, үҫтергәнде, итте, һөттө, башҡаһын үҙ хаҡына һатыу ауыр. Алыпһатарҙар, мәҫәлән, итте, картуфты бик осһоҙға алып китә, халыҡ быныһына ла күнгән.
Заманында, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, гөрләп торған ауылымда “Комсомолец” колхозының көсө менән ҙур клуб һалынды, районда тәүгеләрҙән булараҡ ике ҡатлы кирбес мәктәп, идара йорто төҙөлдө. Ғөмүмән, Мәсетауыл тирә-яҡтағылар өсөн үҙәк, елдәргә бирешмәгән төйәк ине.
Бөгөн уға яңы һулыш өрөү фарыз, үҙендә балалар баҡсаһын, спорт залын, китапхананы берләштергән яңы мәҙәни үҙәк асырға ине. Иҫке клубты эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирергә була. Ауыл йәштәре 17 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мәсәғүткә эшкә йөрөй, мал тота, кешесә йәшәр өсөн мәктәп бар, әммә арыуыраҡ балалар баҡсаһы кәрәк, сөнки бөгөнгөһө бәләкәй генә өйҙә урынлашҡан. Ундағы 30 бала ике төркөмгә бүленгән, “сиратта тағы 30 бала тора” тип һөйләй ауыл хакимиәте башлығы. Шул сабыйҙарға урын табылһа, йәштәр ауылда төпләнеп, гөрләтеп йәшәр ине! Һыу бар, мәктәп – эргәлә, Әй буйының тәбиғәте бынамын тигән йәмле. Йәштәр китапханаға килһен, спорт залында шөғөлләнһен, юғиһә халыҡ буш ваҡытын нисек, ҡайҙа үткәрергә белмәй, тормоштан йәм тапмай ыҙалай. Шуға ла минең төп хыялдарымдың береһе – ауылда мәҙәни үҙәк төҙөү.
Дыуан-Мәсетлелә мәҙәни үҙәк төҙөү үрҙә аталған дәүләт программаһына ла ингән, тик бойомға ашырыу ғына һуҙыла. Һайлауҙар осоронда был хаҡта һүҙ, вәғәҙәләр күп булды, әммә йөк һаман урынында…
Дыуан-Мәсетле, ғөмүмән, был төбәктең үҙәк урындарының береһе, уға күрше ауылдарҙан да халыҡ күп килә. Мәсетле районының ауылдарын икегә бүлгән Әй йылғаһы аша Ғүмәр ауылына күпер һалынғас, халыҡ һөйөнә, Яңы Мишәр, хатта Ҡыйғы районы ауылдары рәхмәт уҡый. Был шатлыҡҡа өлгәшеүҙә Мәғәмүр Муллаяр улының өлөшө ҙур.
“Һалым йыйыу, эскелеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләге ығы-зығыны хәл итеүҙәр көндәлек мәшәҡәт кенә, иң мөһиме – киләсәк быуынға минән аманат булып ҡалырҙай күпер һәм мәҙәни үҙәк төҙөтөү”, – ти Мәғәмүр Зәйнулла улы. Изге ниәтле ир-атҡа ғәйрәт һәм уңышлы юлдар теләп ҡалабыҙ.