Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр саҡ йырлап йәшәй
Һәр саҡ  йырлап йәшәй Биш ағаһы араһында иркәләнеп кенә үҫкән ҡыҙы Йәнифәне ниңәлер нығыраҡ ярата Йәрмөхәмәт олатай. Эштән ҡайтыуға йүгереп сыҡҡан ҡыҙсығын күкрәгенә ҡыҫып һөйөп, һәр саҡ ниндәйҙер көйҙө көйләп, ауыҙ эсенән моң һуҙа. Уның ошо моңона әүрәп, ҡулында йоҡлап киткән баланы әкрен генә карауатына һалып, улдары янына килеп ултыра.

— Йә, уландар, бер аҙ ҡурай уйнап алайыҡмы? — тигән һүҙен күптән көтөп бер урынға теҙелгән малайҙарын башынан һыйпап, йорт хужаһы ҡулына ҡоралын ала...
Ошондай моңло мөхиттә үҫкән Йәнифә Байназарова-Мусинаның бала саҡтан халыҡ йырҙарына ғашиҡлығына һис тә аптырарлыҡ түгел. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти ундай осраҡта халыҡ. Ысынлап та, Йәнифә Йәрмөхәмәт ҡыҙында йыр-моңға һөйөү нәҫеленән килә. Бер туған ҡустыһы Сабирйән дә, атаһына оҡшап, ҡурай тарта, халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.
1944 йылда Баймаҡ районының йәмле Күсей ауылында тыуып үҫкән Йәнифә үҙен белгәндән алып йырлай. Бәләкәй саҡта ултырғысҡа баҫып моң һуҙһа, артабан ауыл клубында, район һабантуйҙарында сы­ғыш яһай. Сибай педагогия учи­лище­һының башланғыс кластар бүлеген тамамлап, туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Мөхәббәтен дә үҙ ауылында таба: йәшләй яратып йөрөгән Рәхмәтулла Мусинға кейәүгә сығып, өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.
— Һәр саҡ йырлап йәшәнем, — ти Йәнифә ханым. – Мәктәпкә эшкә барғанда ла, өйҙә булғанда ла, һыйыр һауғанда ла... Шуға күрә йәшәүе лә күңелле булды. Әле лә моңдан айырылғаным юҡ. Киреһенсә, йылдар артҡан һайын, маңлайҙарға һырҙар өҫтәлгән һайын күңел йыр һорай.
Ауылдаштары уны бигерәк тә боронғо халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ яҡшы белә. Ул һуҙған “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Һандуғас” үҙе ни тора! Элегерәк, ауылға артистар йыш килгән, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең уға килеп, шәхсән йырлауын һорап, өйрәнгән осраҡтары булғылай.
Әйткәндәй, ейәнсәрҙәре лә, өләсәһенә оҡшап, моңға ғашиҡ. Айгизә менән Алтынай махсус музыка мәктәбен тамамлап, әле белемдәрен артабан камиллаштыра. Ҡыҙы Рәзилә Иҫке Сибай музыка мәктәбендә балаларға баян буйынса дәрес бирә.
Сихри моң донъяһына сорналған матур нәҫелдә йыр-моңға ғашиҡ быуындар тыуыуы дауам итә. Ҡасандыр атаһынан отоп алған йырҙарҙы бөгөн Йәнифә Йәрмөхәмәт ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтә икән, тимәк, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәгенә өмөт ныҡлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 065

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 586

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 611

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 465

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 681

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580