Биш ағаһы араһында иркәләнеп кенә үҫкән ҡыҙы Йәнифәне ниңәлер нығыраҡ ярата Йәрмөхәмәт олатай. Эштән ҡайтыуға йүгереп сыҡҡан ҡыҙсығын күкрәгенә ҡыҫып һөйөп, һәр саҡ ниндәйҙер көйҙө көйләп, ауыҙ эсенән моң һуҙа. Уның ошо моңона әүрәп, ҡулында йоҡлап киткән баланы әкрен генә карауатына һалып, улдары янына килеп ултыра.— Йә, уландар, бер аҙ ҡурай уйнап алайыҡмы? — тигән һүҙен күптән көтөп бер урынға теҙелгән малайҙарын башынан һыйпап, йорт хужаһы ҡулына ҡоралын ала...
Ошондай моңло мөхиттә үҫкән Йәнифә Байназарова-Мусинаның бала саҡтан халыҡ йырҙарына ғашиҡлығына һис тә аптырарлыҡ түгел. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти ундай осраҡта халыҡ. Ысынлап та, Йәнифә Йәрмөхәмәт ҡыҙында йыр-моңға һөйөү нәҫеленән килә. Бер туған ҡустыһы Сабирйән дә, атаһына оҡшап, ҡурай тарта, халыҡ йырҙарын оҫта башҡара.
1944 йылда Баймаҡ районының йәмле Күсей ауылында тыуып үҫкән Йәнифә үҙен белгәндән алып йырлай. Бәләкәй саҡта ултырғысҡа баҫып моң һуҙһа, артабан ауыл клубында, район һабантуйҙарында сығыш яһай. Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлеген тамамлап, туған мәктәбенә эшкә ҡайта. Мөхәббәтен дә үҙ ауылында таба: йәшләй яратып йөрөгән Рәхмәтулла Мусинға кейәүгә сығып, өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.
— Һәр саҡ йырлап йәшәнем, — ти Йәнифә ханым. – Мәктәпкә эшкә барғанда ла, өйҙә булғанда ла, һыйыр һауғанда ла... Шуға күрә йәшәүе лә күңелле булды. Әле лә моңдан айырылғаным юҡ. Киреһенсә, йылдар артҡан һайын, маңлайҙарға һырҙар өҫтәлгән һайын күңел йыр һорай.
Ауылдаштары уны бигерәк тә боронғо халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ яҡшы белә. Ул һуҙған “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Һандуғас” үҙе ни тора! Элегерәк, ауылға артистар йыш килгән, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең уға килеп, шәхсән йырлауын һорап, өйрәнгән осраҡтары булғылай.
Әйткәндәй, ейәнсәрҙәре лә, өләсәһенә оҡшап, моңға ғашиҡ. Айгизә менән Алтынай махсус музыка мәктәбен тамамлап, әле белемдәрен артабан камиллаштыра. Ҡыҙы Рәзилә Иҫке Сибай музыка мәктәбендә балаларға баян буйынса дәрес бирә.
Сихри моң донъяһына сорналған матур нәҫелдә йыр-моңға ғашиҡ быуындар тыуыуы дауам итә. Ҡасандыр атаһынан отоп алған йырҙарҙы бөгөн Йәнифә Йәрмөхәмәт ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтә икән, тимәк, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәгенә өмөт ныҡлы.