Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тиле йәшлек” уйға һалды
Туймазы татар дәүләт драма теат­ры Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» исемле комедияһын сәхнә­ләш­терҙе. Спектаклдең режиссеры — Башҡортостандың һәм Татар­стан­дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов.

...Ваҡиға бәләкәй генә бер ауылда бара. Совет заманы. Уттай бесән өҫтө. Ауылда эш ҡайнай. Көндәрҙең береһендә ауылға яңы белгес — Һандуғас исемле бик сибәр агроном ҡыҙ килә һәм шунда уҡ егеттәрҙе үҙенә ғашиҡ итә. Һәр ҡайһыһы уның мөхәббәтен яуларға ынтыла.
Туймазы театры ҡуйған спектакль еңел, яҡты булыуы менән күңелде наҙлай. Әҫәрҙә кире образ юҡ. Береһе лә йәнендә керле уй, мәкер йөрөтмәй, тормош ауырлығынан рухы һынып, бөгөлөп төшкән кеше лә, бер-бере­һенән көнләшә-көнләшә мал артынан ҡыуыу, урлашыу кеүек хәлдәр ҙә тасуирланмай. Герой­ҙар эшсән, уңған, булдыҡлы; йөрәк­тәрендә — дәрт, беләктәрендә — көс. Бары­һының да күҙҙәрендә — йәшәү сатҡыһы, күңелдәрендә — матур киләсәккә ныҡлы ышаныс. Ауылды йәмләп йыр-бейеү, уйын-көлкө, йор һүҙ яңғырап тора. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов сәхнә әҫәрен дәртле, күтәренке көйҙәр менән биҙәгән.
Йәш актер Марат Хәсәнов башҡарған Зөлҡәрнәйҙең тышҡы ҡиәфәте, төҫ-башы килешле булғанлыҡтан ауыл ҡыҙҙары уның менән осрашыр өсөн атлығып тора. Шун­лыҡтан егет дуҫтары янында эреләнеберәк, осонобораҡ китә. Колхоз рәйесенең әйткән­дәре лә бер ҡолағынан инеп икенсеһенән сыға. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгәне, һөйкөмлө һөйәге, шуҡ, ихлас күңелле булғаны өсөн уның холҡондағы кәмселектәрҙе ауылдаштары әллә ни иғтибарға алмай, киреһенсә, егет әйләнә-тирәне йәмләп тора.
Зөлҡәрнәйҙән кесерек буйлы, тик белем яғынан унан өҫтөнөрәк шундай уҡ шуҡ, мут егет Бытбылдыҡ (Руслан Вәхитов) менән Хәнифтең (Марсель Мөсәүиров) уйынын күҙә­теп, ауыл егеттәрен күҙ алдына килтерергә була.
Иң өлкән герой — Шифабикә әбей. Был образды Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәсимә Сәлимгәрәева башҡара. Әбей, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән йәшлегендә йөрөй. Шуға ла йәш-елкенсәк уға тартылып тора, егеттәр йәш ҡыҙҙай шаярта, мөхәббәт серҙәре менән уртаҡлаша, кәңәш­ләшә. Шифабикәнең өҫ-башы бик бөхтә, килешле, йөҙө һәр саҡ көләс, аҙымдары еңел, тауышы яғымлы.
Был әбейҙә йәшәгән Һандуғас (Алһыу Вәлиева) – күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған тәүәккәл ҡыҙ. Йәш белгес алдына ҡыйыу маҡ­саттар ҡуйып, һөнәрен тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә, хеҙмәт үрҙәрен яуларға ынтыла. Шул уҡ ваҡытта егеттәр күҙләргә лә өлгөрә. Һандуғас уларҙы ғашиҡ итеп, үҙ артынан эйәр­тә: уҡырға, белем алырға әйҙәй, әҙәплелеккә, мәҙәниәтле булырға өндәй.
Спектаклдә бер генә герой ҙа башҡаларға битараф түгел. Рәйес Сәйҙә апай (Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Латипова) бигерәк тә йәштәрҙең киләсәге өсөн борсола. Ауылдың мут егеттәрен дер һел­кетеп тотҡан ҡатын кәрәк саҡта шелтәләй ҙә, эшсәндәрҙең хеҙмәтен лайыҡлы, ғәҙел баһа­лай, йәш кадрҙар әҙерләргә, яңы эш алымдары индерергә тырыша...
Спектаклде сәхнәгә сығарған режиссер Байрас Ибраһимов Совет заманының яҡшы яҡтарын хәтеребеҙгә төшөрҙө. Инеп аҙа­шыр­лыҡ ишелеп уңған иген баҫыуҙары күҙ алдына килде. Совет кешеһе иртәгәһе көн бөгөндән матурыраҡ булырына ышанған. Ышаныс, өмөт кешеләрҙең рухын нығытҡан. Бәхәсһеҙ, йәшәй белгән кешегә бөгөнгө көндөң дә уңай яҡтары етерлек. Ҡулыңдан ни килһә, шуны эшлә. Хәҙерге заман үҙаллылыҡ, өлгөрлөк, тап­ҡырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Бөгөн иң күп ҡулланылған һүҙ — аҡса. Ауырыһаң — аҡса, уҡырға теләһәң — аҡса, фатир алырға — аҡса… Йәшәргә тырышып, кеше үҙе лә һиҙмәй донъя ҡыуа башлай. Аҡса күберәк булған һайын ул һаранлана, битарафлана бара. Байлыҡ кешене боҙа. Эшләп-эшләп етерлек мал таба алмаған, хәйерселек сиген­дәге әҙәм дә боҙола: ул уҫаллана, яуызлана, күңеле ҡата. Ни эшләргә, ҡайҙа һуғылырға белмәй, рухтары һынған, күңел­дәре ҡат­ҡандар күп бөгөн йәмғиәттә.
«Тиле йәшлек»те ҡарағас, үткән йылдар менән бөгөнгөнө сағыштырып ҡараным да моңһоу уйҙарға бирелдем.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780