“Тиле йәшлек” уйға һалды03.12.2014
Туймазы татар дәүләт драма театры Ибраһим Абдуллиндың «Тиле йәшлек» исемле комедияһын сәхнәләштерҙе. Спектаклдең режиссеры — Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов.
...Ваҡиға бәләкәй генә бер ауылда бара. Совет заманы. Уттай бесән өҫтө. Ауылда эш ҡайнай. Көндәрҙең береһендә ауылға яңы белгес — Һандуғас исемле бик сибәр агроном ҡыҙ килә һәм шунда уҡ егеттәрҙе үҙенә ғашиҡ итә. Һәр ҡайһыһы уның мөхәббәтен яуларға ынтыла.
Туймазы театры ҡуйған спектакль еңел, яҡты булыуы менән күңелде наҙлай. Әҫәрҙә кире образ юҡ. Береһе лә йәнендә керле уй, мәкер йөрөтмәй, тормош ауырлығынан рухы һынып, бөгөлөп төшкән кеше лә, бер-береһенән көнләшә-көнләшә мал артынан ҡыуыу, урлашыу кеүек хәлдәр ҙә тасуирланмай. Геройҙар эшсән, уңған, булдыҡлы; йөрәктәрендә — дәрт, беләктәрендә — көс. Барыһының да күҙҙәрендә — йәшәү сатҡыһы, күңелдәрендә — матур киләсәккә ныҡлы ышаныс. Ауылды йәмләп йыр-бейеү, уйын-көлкө, йор һүҙ яңғырап тора. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов сәхнә әҫәрен дәртле, күтәренке көйҙәр менән биҙәгән.
Йәш актер Марат Хәсәнов башҡарған Зөлҡәрнәйҙең тышҡы ҡиәфәте, төҫ-башы килешле булғанлыҡтан ауыл ҡыҙҙары уның менән осрашыр өсөн атлығып тора. Шунлыҡтан егет дуҫтары янында эреләнеберәк, осонобораҡ китә. Колхоз рәйесенең әйткәндәре лә бер ҡолағынан инеп икенсеһенән сыға. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгәне, һөйкөмлө һөйәге, шуҡ, ихлас күңелле булғаны өсөн уның холҡондағы кәмселектәрҙе ауылдаштары әллә ни иғтибарға алмай, киреһенсә, егет әйләнә-тирәне йәмләп тора.
Зөлҡәрнәйҙән кесерек буйлы, тик белем яғынан унан өҫтөнөрәк шундай уҡ шуҡ, мут егет Бытбылдыҡ (Руслан Вәхитов) менән Хәнифтең (Марсель Мөсәүиров) уйынын күҙәтеп, ауыл егеттәрен күҙ алдына килтерергә була.
Иң өлкән герой — Шифабикә әбей. Был образды Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәсимә Сәлимгәрәева башҡара. Әбей, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән йәшлегендә йөрөй. Шуға ла йәш-елкенсәк уға тартылып тора, егеттәр йәш ҡыҙҙай шаярта, мөхәббәт серҙәре менән уртаҡлаша, кәңәшләшә. Шифабикәнең өҫ-башы бик бөхтә, килешле, йөҙө һәр саҡ көләс, аҙымдары еңел, тауышы яғымлы.
Был әбейҙә йәшәгән Һандуғас (Алһыу Вәлиева) – күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған тәүәккәл ҡыҙ. Йәш белгес алдына ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып, һөнәрен тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә, хеҙмәт үрҙәрен яуларға ынтыла. Шул уҡ ваҡытта егеттәр күҙләргә лә өлгөрә. Һандуғас уларҙы ғашиҡ итеп, үҙ артынан эйәртә: уҡырға, белем алырға әйҙәй, әҙәплелеккә, мәҙәниәтле булырға өндәй.
Спектаклдә бер генә герой ҙа башҡаларға битараф түгел. Рәйес Сәйҙә апай (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Латипова) бигерәк тә йәштәрҙең киләсәге өсөн борсола. Ауылдың мут егеттәрен дер һелкетеп тотҡан ҡатын кәрәк саҡта шелтәләй ҙә, эшсәндәрҙең хеҙмәтен лайыҡлы, ғәҙел баһалай, йәш кадрҙар әҙерләргә, яңы эш алымдары индерергә тырыша...
Спектаклде сәхнәгә сығарған режиссер Байрас Ибраһимов Совет заманының яҡшы яҡтарын хәтеребеҙгә төшөрҙө. Инеп аҙашырлыҡ ишелеп уңған иген баҫыуҙары күҙ алдына килде. Совет кешеһе иртәгәһе көн бөгөндән матурыраҡ булырына ышанған. Ышаныс, өмөт кешеләрҙең рухын нығытҡан. Бәхәсһеҙ, йәшәй белгән кешегә бөгөнгө көндөң дә уңай яҡтары етерлек. Ҡулыңдан ни килһә, шуны эшлә. Хәҙерге заман үҙаллылыҡ, өлгөрлөк, тапҡырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Бөгөн иң күп ҡулланылған һүҙ — аҡса. Ауырыһаң — аҡса, уҡырға теләһәң — аҡса, фатир алырға — аҡса… Йәшәргә тырышып, кеше үҙе лә һиҙмәй донъя ҡыуа башлай. Аҡса күберәк булған һайын ул һаранлана, битарафлана бара. Байлыҡ кешене боҙа. Эшләп-эшләп етерлек мал таба алмаған, хәйерселек сигендәге әҙәм дә боҙола: ул уҫаллана, яуызлана, күңеле ҡата. Ни эшләргә, ҡайҙа һуғылырға белмәй, рухтары һынған, күңелдәре ҡатҡандар күп бөгөн йәмғиәттә.
«Тиле йәшлек»те ҡарағас, үткән йылдар менән бөгөнгөнө сағыштырып ҡараным да моңһоу уйҙарға бирелдем.