Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыуандырҙы ҡурғандар!
Хәбәр итеүебеҙсә, республикала 20-22 ноябрҙә Ҡурған өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре булды.


Сәфәр программаһына ярашлы, “Ҡурған башҡорттары: тарих, хәҙерге заман һәм үҫеш мәсьәләләре” тигән “түңәрәк өҫтәл” үтте. Форум эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты ағзалары, республиканың йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашты. Бынан тыш, Мәҙәниәт көндәре барышында Башҡортостандың Милли музейына экскурсия булды, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ҡурған өлкәһе художество үҙешмәкәр ижади коллективтарының гала-концерты үтте. Сара барышында Ҡурған өлкәһендә ойошторолған Аҙналы музейы директоры Наил Ғилемйәновҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды. Әйткәндәй, был музей Волга буйы федераль округында иң яҡшылар исемлегенә ингән һәм нөсхәләр күплеге менән дан тота. Сафакүл районының Надеждин ауылынан башҡорт теле уҡытыусыһы Йәлил Садиҡовҡа Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы тапшырылды.
Тамашаның режиссеры Сәйҙә Ильясова ҡурғандарҙың концертын юғары баһаланы.
– Сит төбәктәрҙән килгән милләттәштәребеҙ Башҡортостан ерендә театрлаштырылған тамаша менән тәүге тапҡыр сығыш яһаны. Башҡорт рухын, телен, йолаларын һаҡларға тырышалар. Тамашаны әҙерләшкән Земфира Закурдаеваның хеҙмәтен айырым билдәләп үтке килә. Ул фольклор өлгөләрен йыя, фильмдар төшөрә. Роза һәм Нәркиз Ғәлиевтәр йондоҙ булып балҡыны. Улдары Салауат иһә бөтә тамашасыларҙың да күңелен яуланы. “Бәхет”, “Абултай килендәре”, “Ләйсән”, “Афарин”, “Дуҫлыҡ” фольклор ансамблдәре уңышлы сығыш яһаны, – тине ул.
Ҡурған өлкәһе делегацияһы ағзалары республика Хөкүмәте вәкилдәре менән дә осрашты.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780