Хәбәр итеүебеҙсә, республикала 20-22 ноябрҙә Ҡурған өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре булды.
Сәфәр программаһына ярашлы, “Ҡурған башҡорттары: тарих, хәҙерге заман һәм үҫеш мәсьәләләре” тигән “түңәрәк өҫтәл” үтте. Форум эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, республиканың йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт органдары вәкилдәре ҡатнашты. Бынан тыш, Мәҙәниәт көндәре барышында Башҡортостандың Милли музейына экскурсия булды, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ҡурған өлкәһе художество үҙешмәкәр ижади коллективтарының гала-концерты үтте. Сара барышында Ҡурған өлкәһендә ойошторолған Аҙналы музейы директоры Наил Ғилемйәновҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы тапшырылды. Әйткәндәй, был музей Волга буйы федераль округында иң яҡшылар исемлегенә ингән һәм нөсхәләр күплеге менән дан тота. Сафакүл районының Надеждин ауылынан башҡорт теле уҡытыусыһы Йәлил Садиҡовҡа Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы тапшырылды.
Тамашаның режиссеры Сәйҙә Ильясова ҡурғандарҙың концертын юғары баһаланы.
– Сит төбәктәрҙән килгән милләттәштәребеҙ Башҡортостан ерендә театрлаштырылған тамаша менән тәүге тапҡыр сығыш яһаны. Башҡорт рухын, телен, йолаларын һаҡларға тырышалар. Тамашаны әҙерләшкән Земфира Закурдаеваның хеҙмәтен айырым билдәләп үтке килә. Ул фольклор өлгөләрен йыя, фильмдар төшөрә. Роза һәм Нәркиз Ғәлиевтәр йондоҙ булып балҡыны. Улдары Салауат иһә бөтә тамашасыларҙың да күңелен яуланы. “Бәхет”, “Абултай килендәре”, “Ләйсән”, “Афарин”, “Дуҫлыҡ” фольклор ансамблдәре уңышлы сығыш яһаны, – тине ул.
Ҡурған өлкәһе делегацияһы ағзалары республика Хөкүмәте вәкилдәре менән дә осрашты.