Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәт балҡышы, бәхет аңҡышы
Мөхәббәт балҡышы, бәхет аңҡышы
Салауат менән Ану, Прометей менән Агазия, Мәрәһим менән Аҡйондоҙ, Аҡйегет менән Зөбәржәт, Әжмәғол менән Уңғанбикә, Ричард менән Айгөл, Любомир менән Мария Тереза... Уларҙың барыһын да беҙ Баймаҡ районында осраттыҡ. Был көндәрҙә бәрәкәтле ер Мөхәббәт төйәгенә әүерелде.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” тип аталған бәйге әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының тормошон сағылдырған видеояҙманы күрһәтеүҙән башланды. Мостай Кәримдең экрандағы алсаҡ йылмайыуынан тотош залға нур бөркөлдө, үҙе уҡыған шиғырҙа­ры йәнде наҙланы.
... Ҡапыл әкиәт иленә барып сыҡҡан­дай хис иттем үҙемде: күлдәге аҡҡоштай береһенән-береһе матур, һөлөктәй һом­ғол буйлы ҡыҙҙар сәхнәнән йөҙөп үтте. Эх!.. Шул саҡ Баймаҡ еренең данлы улы, талантлы шағир Рәйес Түләктең шиғыр юлдары күңелде семетеп алды:
Мин Иҫәнгә быйыл кейәү булып
Йә көтөүсе булып барайым...
Ошондай гүзәллекте, ошондай нәзәкәт­лекте күреп, күңел ымһынмаҫлыҡ түгел шул! Сәхнәләге ҡыҙҙарҙан Аҡйондоҙҙоң, Зөбәржәттең сибәрлеге, сафлығы бөркө­лә ине.
Ҡыҙҙарҙың артынан сәхнәгә бөркөттәй талпынып сыҡҡан егеттәрҙе күреп, йө­рәкте ғорурлыҡ тойғоһо биләне: бар бит, бар(!) халҡыбыҙҙың рухлы уландары!
Бәйге башланды. Уның йыр-моң менән аралашып барыуы былай ҙа тулышҡан хистәрҙе таштырып ебәрҙе. Мостай Кә­рим шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Илдар Абдуллин, Ильяс Байғышаев, йән йылыһына төрөп, тамашасы йөрәгенә һалды. Буранбай ауылының рухлы ҡыҙы Мәҙинә Туйсина шағирҙың “Үҙемә әйткән һүҙ” әҫәрен һоҡланғыс итеп һөйләне.
Бәйгелә ҡатнашыусылар Мостай Кә­римдең “Айгөл иле”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай то­толған төндә”, “Салауат”, “Прометей” әҫәр­ҙәре буйынса ҡуйылған спектакл­дәрҙән өҙөктәр күрһәтте, атаҡлы ша­ғи­рыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләне, һо­рау­ҙарға яуаптар бирҙе.
Шулай итеп, матурлыҡ һәм батырлыҡ сағылышы булған “Аҡйондоҙ менән Аҡ­йегет” бәйгеһендә төп бүләкте Әхмәр ауылынан Наҙгөл Бикмырҙина менән Байрас Азаматов яуланы. Ләкин был һөйөү аҡ­ланында еңелеүселәр булманы. Егет һәм ҡыҙҙарҙың йөҙөндә мөхәббәт бал­ҡышын, бәхет аңҡышын тойҙом – ошонан да ҙурыраҡ еңеүҙең булыуы мөмкин түгел!
“Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” бәйгеһе 1998 йылдан бара. Ул башта – ауыл­дарҙа, йомғаҡлау өлөшө Баймаҡ ҡала­һында үтә. Бәйгене район китапханаһы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәү­ләтшина ойоштора. Ҡаһарман йөрәк­ле, мөләйем йөҙлө апайҙың ил, тел, мил­ләт өсөн янып йәшәүенә ихлас һоҡландыҡ беҙ. Эйе, халҡым тип тамаҡ ярмай ғына изге эштәрен башҡара Луиза Ҡаһарман ҡыҙы. Нәҡ шундай рухлы апайҙар хаҡында Ил инәһе тиҙәр ҙә инде!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780