Салауат менән Ану, Прометей менән Агазия, Мәрәһим менән Аҡйондоҙ, Аҡйегет менән Зөбәржәт, Әжмәғол менән Уңғанбикә, Ричард менән Айгөл, Любомир менән Мария Тереза... Уларҙың барыһын да беҙ Баймаҡ районында осраттыҡ. Был көндәрҙә бәрәкәтле ер Мөхәббәт төйәгенә әүерелде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” тип аталған бәйге әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының тормошон сағылдырған видеояҙманы күрһәтеүҙән башланды. Мостай Кәримдең экрандағы алсаҡ йылмайыуынан тотош залға нур бөркөлдө, үҙе уҡыған шиғырҙары йәнде наҙланы.
... Ҡапыл әкиәт иленә барып сыҡҡандай хис иттем үҙемде: күлдәге аҡҡоштай береһенән-береһе матур, һөлөктәй һомғол буйлы ҡыҙҙар сәхнәнән йөҙөп үтте. Эх!.. Шул саҡ Баймаҡ еренең данлы улы, талантлы шағир Рәйес Түләктең шиғыр юлдары күңелде семетеп алды:
Мин Иҫәнгә быйыл кейәү булып
Йә көтөүсе булып барайым...
Ошондай гүзәллекте, ошондай нәзәкәтлекте күреп, күңел ымһынмаҫлыҡ түгел шул! Сәхнәләге ҡыҙҙарҙан Аҡйондоҙҙоң, Зөбәржәттең сибәрлеге, сафлығы бөркөлә ине.
Ҡыҙҙарҙың артынан сәхнәгә бөркөттәй талпынып сыҡҡан егеттәрҙе күреп, йөрәкте ғорурлыҡ тойғоһо биләне: бар бит, бар(!) халҡыбыҙҙың рухлы уландары!
Бәйге башланды. Уның йыр-моң менән аралашып барыуы былай ҙа тулышҡан хистәрҙе таштырып ебәрҙе. Мостай Кәрим шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Илдар Абдуллин, Ильяс Байғышаев, йән йылыһына төрөп, тамашасы йөрәгенә һалды. Буранбай ауылының рухлы ҡыҙы Мәҙинә Туйсина шағирҙың “Үҙемә әйткән һүҙ” әҫәрен һоҡланғыс итеп һөйләне.
Бәйгелә ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең “Айгөл иле”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Прометей” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте, атаҡлы шағирыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Шулай итеп, матурлыҡ һәм батырлыҡ сағылышы булған “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” бәйгеһендә төп бүләкте Әхмәр ауылынан Наҙгөл Бикмырҙина менән Байрас Азаматов яуланы. Ләкин был һөйөү аҡланында еңелеүселәр булманы. Егет һәм ҡыҙҙарҙың йөҙөндә мөхәббәт балҡышын, бәхет аңҡышын тойҙом – ошонан да ҙурыраҡ еңеүҙең булыуы мөмкин түгел!
“Аҡйондоҙ менән Аҡйегет” бәйгеһе 1998 йылдан бара. Ул башта – ауылдарҙа, йомғаҡлау өлөшө Баймаҡ ҡалаһында үтә. Бәйгене район китапханаһы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина ойоштора. Ҡаһарман йөрәкле, мөләйем йөҙлө апайҙың ил, тел, милләт өсөн янып йәшәүенә ихлас һоҡландыҡ беҙ. Эйе, халҡым тип тамаҡ ярмай ғына изге эштәрен башҡара Луиза Ҡаһарман ҡыҙы. Нәҡ шундай рухлы апайҙар хаҡында Ил инәһе тиҙәр ҙә инде!