Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ҡанаттар нығына бында
Рухи ҡанаттар нығына бында
Ағиҙел йылғаһы Камаға ҡойған кеүек, Мәҙәниәт йылының рухи тулҡындары беҙҙе республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Ағиҙел ҡалаһына килтерҙе. Башҡорт мәҙәниәте көндәренә арналған сара ойошторолғайны мәҙәниәт һарайының ҙур залында.


Ҡурай моңона ҡойоноп, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Башҡортостан – гөлбостан” хореографик композицияһы тамашаны асып ебәрҙе. Дәрте ташып торған йәштәрҙең сығышы залдағыларҙың йөҙөнә нур өҫтәгәндәй булды. Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Крысиндың телмәрендә һүҙ халыҡтар дуҫлығы, милли мәҙәниәттәр аша кешеләрҙең йөрәгенә рухи күпер һалыу тураһында барҙы. Ни­мәһе ҡыуаныслы: ул байрам­дың башынан аҙағына тиклем сараны тамаша ҡылды. “Олег Анатольевич Ағиҙел ҡала­һындағы һәр милли мә­ҙәниәт байрамында ҡатнашты, сығыш яһаны”, – тине сараны ойоштороусылар. Донъяның әле теге, әле был мөйөшөндә милли ерлектә низағтар сығып торған заманда етәкселәрҙең тыныслыҡҡа әйҙәгән байрамдарға битараф булмауы – ыңғай күренеш. Ә бит халҡы нисек йәшәгәнен, ниндәй саралар уҙғарғанын белмәгәндәр ҙә юҡ түгел.
Олег Крысин хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн “Ынйы­лар” ансамбле етәксеһе Фәнисә Семенушкина, “Иҙел” мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Резеда Хатипова, ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары Мәрүә Хәбибуллина, Фирүзә Зыязетдинова, Шакирә Ямалова, Фәриҙә Һөйөн­дөковаға бүләктәр тапшырҙы. Ҡа­ланың башҡорт теле уҡы­тыусылары ансамбле башҡа­рыуындағы “Тирәк­кәйем” йыры яуап һүҙе булып яңғыраны.
Рухи ҡанаттар нығына бындаБөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитетының мәға­риф бүлеге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шулай уҡ халыҡты байрам менән ҡотлап, Мәҙәниәт йылында әүҙемлек күрһәткән Р. Хатипова менән Ф. Һө­йөндөкованы тәбрикләне. Нефтекама ҡала баш­ҡорттары ҡорол­тайы етәксеһе Зилә Аҙнабаева, таныл­ған ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин, йырсы Раян Алтыншин, “Түңгәүер” бейеү ансамбленең бөркөттәй егеттә­ре күршеләренең сараһынан ситтә ҡалманы – һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде. Һәүәҫкәр башҡа­рыусы Афзал Низамовтың моң­дары халыҡсанлығы менән арбаһа, Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы малайҙары башҡарыуындағы “Шайморатов генерал” йыры балаларса ихласлығы менән әсир итте. Их, ошо малайҙарҙы Өфө сәхнәһендә күрергә ине ул! Илнур Шәүәлиев етәксе­легендәге ҡумыҙ­сылар ансамбле сығышы ла йылы тәьҫир ҡалдырҙы. Балалар музыка мәктәбе уҡытыу­сылары Гөлназ Төх­вәтуллина менән Гөлназ Ғилмет­динова, баяндарҙы моңландырып, халыҡ көйҙәренә теҙмә уйнаны. “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ҡурай”, “Гөлнәзирә” һәм мари бейеүен башҡарҙы. Ошо кисәлә үк башҡорт мәҙәниәте көндәрен мари халҡы байрамдары алыштырҙы.
Ағиҙел ҡала башҡорт гимна­зияһының “Аманат” фольклор төркөмө сәхнәгә алып сыҡҡан “Исем ҡушыу” йолаһынан күренеш һәр кемдең кү­ңеленә хуш килде – урынлы таҡмаҡ­тар, йырҙар, бейеүҙәр залға нур көлтәһе ташланы. “Ноктюрн” өлгөлө вокаль ансамбле башҡа­рыуындағы “Баллы ил” композицияһы ҙур тамашаға өндәү билдәһе ҡуйған­дай булды. Йырлы сығыш Ағиҙел ҡалаһын, тотош Башҡортостанды һүрәт­ләгәйне.
Төбәктәге башҡорт мәҙәниәте байрамы күңелдә матур тойғолар ҡал­дырҙы. Иң ҡыуандырғаны мәҙәни сарала балаларҙың күпләп ҡатна­шыуы һәм рәхәтләнеп башҡорт телен­дә һөйләшеп, йырлап, сығыш яһауы булды. Ҡайтҡас та кисә хәтергә төшөп, күтәренкелек тойғоһо биләне күңелде. Тап ана шул фольклор йолалары, мәҙәни саралар аша халыҡтың рухи ҡанаттары нығый.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780