Ағиҙел йылғаһы Камаға ҡойған кеүек, Мәҙәниәт йылының рухи тулҡындары беҙҙе республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Ағиҙел ҡалаһына килтерҙе. Башҡорт мәҙәниәте көндәренә арналған сара ойошторолғайны мәҙәниәт һарайының ҙур залында.
Ҡурай моңона ҡойоноп, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Башҡортостан – гөлбостан” хореографик композицияһы тамашаны асып ебәрҙе. Дәрте ташып торған йәштәрҙең сығышы залдағыларҙың йөҙөнә нур өҫтәгәндәй булды. Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Крысиндың телмәрендә һүҙ халыҡтар дуҫлығы, милли мәҙәниәттәр аша кешеләрҙең йөрәгенә рухи күпер һалыу тураһында барҙы. Нимәһе ҡыуаныслы: ул байрамдың башынан аҙағына тиклем сараны тамаша ҡылды. “Олег Анатольевич Ағиҙел ҡалаһындағы һәр милли мәҙәниәт байрамында ҡатнашты, сығыш яһаны”, – тине сараны ойоштороусылар. Донъяның әле теге, әле был мөйөшөндә милли ерлектә низағтар сығып торған заманда етәкселәрҙең тыныслыҡҡа әйҙәгән байрамдарға битараф булмауы – ыңғай күренеш. Ә бит халҡы нисек йәшәгәнен, ниндәй саралар уҙғарғанын белмәгәндәр ҙә юҡ түгел.
Олег Крысин хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн “Ынйылар” ансамбле етәксеһе Фәнисә Семенушкина, “Иҙел” мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Резеда Хатипова, ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары Мәрүә Хәбибуллина, Фирүзә Зыязетдинова, Шакирә Ямалова, Фәриҙә Һөйөндөковаға бүләктәр тапшырҙы. Ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары ансамбле башҡарыуындағы “Тирәккәйем” йыры яуап һүҙе булып яңғыраны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шулай уҡ халыҡты байрам менән ҡотлап, Мәҙәниәт йылында әүҙемлек күрһәткән Р. Хатипова менән Ф. Һөйөндөкованы тәбрикләне. Нефтекама ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зилә Аҙнабаева, танылған ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин, йырсы Раян Алтыншин, “Түңгәүер” бейеү ансамбленең бөркөттәй егеттәре күршеләренең сараһынан ситтә ҡалманы – һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде. Һәүәҫкәр башҡарыусы Афзал Низамовтың моңдары халыҡсанлығы менән арбаһа, Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы малайҙары башҡарыуындағы “Шайморатов генерал” йыры балаларса ихласлығы менән әсир итте. Их, ошо малайҙарҙы Өфө сәхнәһендә күрергә ине ул! Илнур Шәүәлиев етәкселегендәге ҡумыҙсылар ансамбле сығышы ла йылы тәьҫир ҡалдырҙы. Балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары Гөлназ Төхвәтуллина менән Гөлназ Ғилметдинова, баяндарҙы моңландырып, халыҡ көйҙәренә теҙмә уйнаны. “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Ҡурай”, “Гөлнәзирә” һәм мари бейеүен башҡарҙы. Ошо кисәлә үк башҡорт мәҙәниәте көндәрен мари халҡы байрамдары алыштырҙы.
Ағиҙел ҡала башҡорт гимназияһының “Аманат” фольклор төркөмө сәхнәгә алып сыҡҡан “Исем ҡушыу” йолаһынан күренеш һәр кемдең күңеленә хуш килде – урынлы таҡмаҡтар, йырҙар, бейеүҙәр залға нур көлтәһе ташланы. “Ноктюрн” өлгөлө вокаль ансамбле башҡарыуындағы “Баллы ил” композицияһы ҙур тамашаға өндәү билдәһе ҡуйғандай булды. Йырлы сығыш Ағиҙел ҡалаһын, тотош Башҡортостанды һүрәтләгәйне.
Төбәктәге башҡорт мәҙәниәте байрамы күңелдә матур тойғолар ҡалдырҙы. Иң ҡыуандырғаны мәҙәни сарала балаларҙың күпләп ҡатнашыуы һәм рәхәтләнеп башҡорт телендә һөйләшеп, йырлап, сығыш яһауы булды. Ҡайтҡас та кисә хәтергә төшөп, күтәренкелек тойғоһо биләне күңелде. Тап ана шул фольклор йолалары, мәҙәни саралар аша халыҡтың рухи ҡанаттары нығый.