Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан өсөн “Заман” һүҙ әйтә
Башҡортостан өсөн “Заман” һүҙ әйтә
Ошо көндәрҙә Ҡазанда үтәсәк “Тюрквидение-2014” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан исеменән кем сығыш яһар икән? Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “ТМВ” каналы ойошторған был конкурс­та төрки дәүләттәрҙең сағыу йырсылары, төркөмдәре ҡатнаша. Һайлап алыу турында билдәле яңғыҙ йырсылар менән бергә ансамблдәр ҙә, йәмғеһе 10 конкурсант сәхнәгә сыҡты.


Йырсылар Вахит Хызыров, Светлана Ар­ғынбаева, Вилдан Яруллин, музыкант Урал Иҙелбаев, ҡурайсы Роберт Юлдашевтан торған баһалама ағзалары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, Төркиәнең “ТМВ -TV” каналының генераль директоры һәм “Тюрквидение-2014” конкурсының координаторы Ислам Багиров, “Майҙан” компанияһының генераль директоры Дамир Дәүләтшин (Ҡазан), “Ҡурай” каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиеванан торған эксперт комиссияһы “Ҡобайыр” йырын үҙенсәлекле башҡарған “Заман” этно-шоу проектына өҫтөнлөк бирҙе. Йырҙың авторҙары – Айҙар Хәмзин һәм Венера Ниғмәтуллина.
Мәскәүҙә ижад иткән был төркөм менән бер аҙ таныштырып китәйек. “Заман” этно-шоу проекты 2013 йылда ойошторолған. Ансамблдә Башҡорт­остандың музыкаль белем биргән уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр сығыш яһай, бөгөн улар уҡыуҙарын баш ҡалала дауам итә. Баһалама ағзалары иғтибарын төркөм башҡорт халыҡ йыры традицияларын һаҡлап, уны заманса яңғырата алыуы менән яуланы. Быға тиклем “Заман”дың “Науруз” халыҡ-ара байрамында, С. Низаметдинов исемендәге фестивалдә, “Урал моңо” төрки йәштәренең халыҡ-ара фестиваленең гала-концертында, Мәскәү һабантуйында сығыш яһағаны бар. Октябрь айында ул Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыкаль мәҙәниәт ойошмаһы тарафынан “Иң сағыу төркөм” тип табылған. Оҙаҡламай үтәсәк сарала ла ижади төркөм һынатмаҫ тип өмөт итәйек.
– Беҙҙең эстрадала бер проблема бар – йәш­тәр тере тауыш менән йырларға ҡурҡа. Киләһе йыл конкурс Төркмәнстанда үтә, уға бө­гөндән үк әҙерләнә башлаһын ине ҡатнашырға теләүселәр, – тип үҙенең фекере менән уртаҡ­лашты “Ҡурай” каналы етәксеһе Айгөл Уйылдан ҡыҙы.
“Тюрквидение-2014” конкурсында быйыл 24 илдән һәм автономиялы төбәктән йырсылар ҡатнаша, Ҡазанға 250-нән ашыу ҡунаҡ саҡы­рылған. Конкурстың ярымфиналын һәм финалын донъяның 40 каналы аша ҡарай ала­саҡтар. Еңеүсе үҙенең клибын йыл әйләнәһенә 100 миллионлыҡ аудиторияһы булған “ТМВ” каналы аша күрһәтеү хоҡуғына эйә. “Заман” этно-шоу проектына уңыштар теләйек!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780