Ошо көндәрҙә Ҡазанда үтәсәк “Тюрквидение-2014” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан исеменән кем сығыш яһар икән? Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “ТМВ” каналы ойошторған был конкурста төрки дәүләттәрҙең сағыу йырсылары, төркөмдәре ҡатнаша. Һайлап алыу турында билдәле яңғыҙ йырсылар менән бергә ансамблдәр ҙә, йәмғеһе 10 конкурсант сәхнәгә сыҡты.
Йырсылар Вахит Хызыров, Светлана Арғынбаева, Вилдан Яруллин, музыкант Урал Иҙелбаев, ҡурайсы Роберт Юлдашевтан торған баһалама ағзалары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, Төркиәнең “ТМВ -TV” каналының генераль директоры һәм “Тюрквидение-2014” конкурсының координаторы Ислам Багиров, “Майҙан” компанияһының генераль директоры Дамир Дәүләтшин (Ҡазан), “Ҡурай” каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиеванан торған эксперт комиссияһы “Ҡобайыр” йырын үҙенсәлекле башҡарған “Заман” этно-шоу проектына өҫтөнлөк бирҙе. Йырҙың авторҙары – Айҙар Хәмзин һәм Венера Ниғмәтуллина.
Мәскәүҙә ижад иткән был төркөм менән бер аҙ таныштырып китәйек. “Заман” этно-шоу проекты 2013 йылда ойошторолған. Ансамблдә Башҡортостандың музыкаль белем биргән уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр сығыш яһай, бөгөн улар уҡыуҙарын баш ҡалала дауам итә. Баһалама ағзалары иғтибарын төркөм башҡорт халыҡ йыры традицияларын һаҡлап, уны заманса яңғырата алыуы менән яуланы. Быға тиклем “Заман”дың “Науруз” халыҡ-ара байрамында, С. Низаметдинов исемендәге фестивалдә, “Урал моңо” төрки йәштәренең халыҡ-ара фестиваленең гала-концертында, Мәскәү һабантуйында сығыш яһағаны бар. Октябрь айында ул Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыкаль мәҙәниәт ойошмаһы тарафынан “Иң сағыу төркөм” тип табылған. Оҙаҡламай үтәсәк сарала ла ижади төркөм һынатмаҫ тип өмөт итәйек.
– Беҙҙең эстрадала бер проблема бар – йәштәр тере тауыш менән йырларға ҡурҡа. Киләһе йыл конкурс Төркмәнстанда үтә, уға бөгөндән үк әҙерләнә башлаһын ине ҡатнашырға теләүселәр, – тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты “Ҡурай” каналы етәксеһе Айгөл Уйылдан ҡыҙы.
“Тюрквидение-2014” конкурсында быйыл 24 илдән һәм автономиялы төбәктән йырсылар ҡатнаша, Ҡазанға 250-нән ашыу ҡунаҡ саҡырылған. Конкурстың ярымфиналын һәм финалын донъяның 40 каналы аша ҡарай аласаҡтар. Еңеүсе үҙенең клибын йыл әйләнәһенә 100 миллионлыҡ аудиторияһы булған “ТМВ” каналы аша күрһәтеү хоҡуғына эйә. “Заман” этно-шоу проектына уңыштар теләйек!