Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Наил Ғәйетбаев: “Йәштәр ижадын үҫтерергә кәрәк”
Наил Ғәйетбаев: “Йәштәр ижадын үҫтерергә кәрәк”
21–22 ноябрҙә Сибайҙа йәш яҙыусыларҙың конференцияһы уҙғарыласаҡ. Әҙәбиәт мөхитендәге был иҫтәлекле ваҡиға ниндәй маҡсаттарҙы күҙ уңында тота? Ғөмүмән, бөгөн ижадҡа ынтылған йәштәр бармы? Уларҙы үҫтереү, ҡанат ҡуйыу йәһәтенән ниҙәр башҡарыла? Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, билдәле драматург, республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил ҒӘЙЕТБАЕВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.


– Наил Әсхәт улы, республикала йәш яҙыусылар ижады нин­дәй кимәлдә?
– Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһында эш баш­лағас, ойошмала йәш ижад­сыларҙың аҙ булыуы аптыратты. Берләшмәлә 250-ләп әҙип ағза булып торһа, шуларҙың уртаса йәше 67 ине. Ә инде 50 йәшкә тиклемгеләре ни бары 18. Әл­бит­тә, был шатланыр­лыҡ күренеш түгел. Ҡайҙа һуң быуындар күсәгилешлеге?
Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, Яҙыу­сылар союзы абруйлы әҙип­тәрҙең юбилейҙарын үткәреү менән генә шөғөлләнергә тейеш. Һис шикһеҙ, әҙәбиәтебеҙҙе үҫте­реүгә тос өлөш индергән оло яҙыусыларға ундай сараларҙы ойошторорға яр­ҙам итәбеҙ. Тик беҙҙең маҡсатыбыҙ бүтән – йәш кадрҙарҙы әҙерләү. Бөгөн беҙгә драматургтар етешмәй, прозаик­тарҙың аҙ булыуы ла һиҙе­лә. Ә сәбәп нимәлә һуң? Йәш талант­тарҙы эҙләү, уларҙы үҫтереү буйын­са тейешле эш алып ба­рыл­маны. Төптән уйлап ҡараһаң, әҙәбиәт һәм мәҙә­ниәт – беҙҙең киләсәгебеҙ. Унһыҙ телебеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа юҡҡа сығасаҡ.
— Ойошма әле нин­дәй эштәр башҡарып өлгөрҙө?
– Бөгөн Яҙыусылар союзы әҙә­биәт­кә яңы аяҡ баҫҡан ижадсылар менән эште көсәйтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Быйыл ғына беҙ берәр китабы булған 15 йәш ҡә­ләм эйәһен һайлап алып, Союзға ҡабул иттек. Уларҙың иң йәшенә 22 булһа, оло­рағына – 30 йәш. Бынан алда һәр кеменең ижады менән танышып сыҡтым һәм шундай фекергә килдем: һәләттәре бар. Ә инде абруйлы ижади ойошмаға уларҙың ҡабул ителеүе дәрт тә өҫтәй, ҡанат та ҡуя.
Беҙҙең бындай аҙымды өнәп ет­мәгән әҙиптәр ҙә табылды. Имеш, бер аяғы менән әҙәбиәткә баҫып өлгөрмәгәндәр, ә һеҙ Союз­ға ҡабул итәһегеҙ... Ысынлап та, ҡағиҙә буйынса өс китабы сыҡҡан кеше генә берләшмәгә алына. Әммә ниңә бындай аҙымға ба­рыуыбыҙ тураһында аңлатырға тырыштым.
Беҙ бының менән генә туҡтап ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Төрлө төбәктәрҙән таланттарҙы эҙләйә­сәк­­беҙ. Ошо йәһәттән көньяҡ-көн­сығыш райондары “тәүге ҡар­лу­ғас” булып тора. Сибай ҡа­лаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов менән Өфөлә ос­рашҡанда, йәш ижадсы­ларҙы үҫтереү мәсьәләһе тураһын­да һөйләгәйнем. Ул үҙ сиратында Сибайҙа шул төбәктәге йәш яҙыу­сылар конференцияһын үткә­рергә тәҡдим итте.
Мәғлүм булыуынса, киләһе йыл Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Башҡортостанда был иҫтә­лекле йыл нәҡ Сибайҙа билдәләнә башлауы менән ҡы­уаныслы. Ул бит – көньяҡ-көнсы­ғыш райондарының үҙәге. Уйлап ҡараһаң, ҡояш та шул яҡтан сыға...
– Был сара ниндәйерәк юҫыҡ­та барасаҡ?
– Көньяҡ Урал төбәгенә ҡара­ған ете райондан, шулай уҡ Си­бай, Бело­рет, Учалы, Магни­то­горск ҡалала­рында йәшәгән ижад­сылар саҡырылған. Ә инде исемдәре әҙә­биәт һөйөүселәргә яҡшы та­ныш булған яҙыусылар уларға оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Конференцияла прозаик Сабир Шә­рипов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тама­ра Юлдаше­ва, шағир Мәүлит Ямалетдинов, “Бельские просторы” жур­налы­ның баш мөхәррире Юрий Горюхин, Яҙыусылар союзы­ның өлкән әҙәби консультанты Леонид Соколов, Башҡортостан “Китап” нәш­риәтенең директоры Илһам Йән­дәүләтов кеүек билдәле шәхес­тәр ҡатнашасаҡ.
Конференцияла биш секция эш­лә­йәсәк: проза, шиғриәт, драматургия, тәнҡит, рус әҙәбиәте. Ошо са­ра яңы исемдәрҙе асыр тип өмөт­ләнәбеҙ. Ә инде уның һөҙөмтәһе булараҡ, Башҡорт­остан “Китап” нәш­риәтендә йәш ҡәләм эйәләре­нең йыйынтығын сығарыу күҙалла­на. Әйткәндәй, конференцияны ойоштороуҙа Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләй­мәнов менән уның урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин ҙур ярҙам күрһәтә. Уларға рәхмәт.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780