Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тәүге гонорар 1938 йылдың яҙы ине был. Ошо яҙҙа мин ике-өс төн эсендә “Иҙел ташҡанда” тигән ҙур ғына поэма яҙып, “Ленинсы” гәзитенә илттем. Мөхәррир Ғариф Ғөзәйеров поэманы уҡып сыҡты ла ҡотто алырлыҡ итеп күҙемә төбәлде, унан шул уҡ осло ҡарашы өҫ-башымды ҡапшап сыҡты.
– Мал кәрәкме, дан кәрәкме? – тине.
– Күреп тораһың да... Дан ҡайғыһымы ни?
– Улайһа, быныһын тиҙ баҫырбыҙ. Дан өсөн икенсе поэма яҙ.
Ошо уҡ аҙна эсендә, гәзит битен тултырып, поэмам баҫылып сыҡты. Ул заманда гонорарҙы икешәр аҙна иҫәпләмәйҙәр ине. Әйберең баҫылғандың икенсе көнөндә үк, рәхим итеп, автор иптәш, бар ҙа ал. Радионан һөйләп төшкәс тә әжерен ҡулыңа биреп сығаралар.
Ғариф Ғөзәйеров мул тотондо. Әле лә хәтерләйем. Ҡулыма ғына 125 һум тейҙе. Редакциянан ҡайтышлай уҡ толчокка һуғылып, туҡһан һумға бөтөнләй яңы тиерлек бер зәңгәр салбар, егерме биш һумға үксәләре саҡ ҡына ашалған һары күн туфли алдым. Туфлиҙы кейеп ҡараным. Таман. Салбарҙы самаларға ғына тура килде. Ҡайтҡас, кейеп ҡараһам, киң дә, оҙон да булып сыҡты. Балаҡ остары ер һепереп йөрөнө. Бер аҙна үтеүгә Хәйстан Сафин тигән йор һүҙле студент табуреткаға баҫып шундай хәбәр һалды:
– Егеттәр! Ни өсөн беҙ ятаҡтан институтҡа йөрөй торған тротуарҙар көн элгәре кип­терелеп, таҙартылып, һеперелеп бөткән? Белегеҙ, ишетегеҙ, күрегеҙ! Бөтә ил, бөтә донъя уҡып зар илаған бөйөк поэманың, “Иҙел ташҡанда” исемле мәшһүр дастандың авторы, фәҡир студент Мостай Кәримдең эшһөйәр салбарының талмаҫ балаҡ остары башҡарҙы был данлы эште, был бөйөк мөғжизәне. Эскерһеҙ хеҙмәт бына ҡайҙа ул! Ә беҙ батырҙарҙы төньяҡ ҡотоптан, тәрән шахталарҙан, бейек күктәрҙән эҙләйбеҙ. Орденға булмаһа ла, миҙалға лайыҡлы был ыштан!
Сафин мине йәтеш эләктерҙе. Баҙар артындағы аласыҡта кейем һипләүсегә барып, салбар балаҡтарын таманлатып алдым. Ҡупшы килеп сыҡты. Балаҡтарҙың киңерәк булыуы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатҡайным, теге ҡырт киҫте. “Иркен кейем тиҙ туҙмай ул!” – тине. – Алмашың бихисап түгелдер әле”.
Улай ҙа, ауыҙымдан ут сәсеп, зарланырлыҡ та түгелмен. Пинжәгем булмаһа ла, ап-арыу ғына гимнастеркам бар, уны киң һалдат ҡайышы менән быуып ебәрәм. Былтыр армиянан ҡайтҡан Иҙрисов исемле егеттән әсе ҡыш уртаһында ярты хаҡына һатып алғайным… Өҫ-баш бөтөн булғас, дәрт тә ойоп ятмай икән. Күңел ҡайҙалыр ашҡына, талпына…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782