1938 йылдың яҙы ине был. Ошо яҙҙа мин ике-өс төн эсендә “Иҙел ташҡанда” тигән ҙур ғына поэма яҙып, “Ленинсы” гәзитенә илттем. Мөхәррир Ғариф Ғөзәйеров поэманы уҡып сыҡты ла ҡотто алырлыҡ итеп күҙемә төбәлде, унан шул уҡ осло ҡарашы өҫ-башымды ҡапшап сыҡты.
– Мал кәрәкме, дан кәрәкме? – тине.
– Күреп тораһың да... Дан ҡайғыһымы ни?
– Улайһа, быныһын тиҙ баҫырбыҙ. Дан өсөн икенсе поэма яҙ.
Ошо уҡ аҙна эсендә, гәзит битен тултырып, поэмам баҫылып сыҡты. Ул заманда гонорарҙы икешәр аҙна иҫәпләмәйҙәр ине. Әйберең баҫылғандың икенсе көнөндә үк, рәхим итеп, автор иптәш, бар ҙа ал. Радионан һөйләп төшкәс тә әжерен ҡулыңа биреп сығаралар.
Ғариф Ғөзәйеров мул тотондо. Әле лә хәтерләйем. Ҡулыма ғына 125 һум тейҙе. Редакциянан ҡайтышлай уҡ толчокка һуғылып, туҡһан һумға бөтөнләй яңы тиерлек бер зәңгәр салбар, егерме биш һумға үксәләре саҡ ҡына ашалған һары күн туфли алдым. Туфлиҙы кейеп ҡараным. Таман. Салбарҙы самаларға ғына тура килде. Ҡайтҡас, кейеп ҡараһам, киң дә, оҙон да булып сыҡты. Балаҡ остары ер һепереп йөрөнө. Бер аҙна үтеүгә Хәйстан Сафин тигән йор һүҙле студент табуреткаға баҫып шундай хәбәр һалды:
– Егеттәр! Ни өсөн беҙ ятаҡтан институтҡа йөрөй торған тротуарҙар көн элгәре киптерелеп, таҙартылып, һеперелеп бөткән? Белегеҙ, ишетегеҙ, күрегеҙ! Бөтә ил, бөтә донъя уҡып зар илаған бөйөк поэманың, “Иҙел ташҡанда” исемле мәшһүр дастандың авторы, фәҡир студент Мостай Кәримдең эшһөйәр салбарының талмаҫ балаҡ остары башҡарҙы был данлы эште, был бөйөк мөғжизәне. Эскерһеҙ хеҙмәт бына ҡайҙа ул! Ә беҙ батырҙарҙы төньяҡ ҡотоптан, тәрән шахталарҙан, бейек күктәрҙән эҙләйбеҙ. Орденға булмаһа ла, миҙалға лайыҡлы был ыштан!
Сафин мине йәтеш эләктерҙе. Баҙар артындағы аласыҡта кейем һипләүсегә барып, салбар балаҡтарын таманлатып алдым. Ҡупшы килеп сыҡты. Балаҡтарҙың киңерәк булыуы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатҡайным, теге ҡырт киҫте. “Иркен кейем тиҙ туҙмай ул!” – тине. – Алмашың бихисап түгелдер әле”.
Улай ҙа, ауыҙымдан ут сәсеп, зарланырлыҡ та түгелмен. Пинжәгем булмаһа ла, ап-арыу ғына гимнастеркам бар, уны киң һалдат ҡайышы менән быуып ебәрәм. Былтыр армиянан ҡайтҡан Иҙрисов исемле егеттән әсе ҡыш уртаһында ярты хаҡына һатып алғайным… Өҫ-баш бөтөн булғас, дәрт тә ойоп ятмай икән. Күңел ҡайҙалыр ашҡына, талпына…