Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кама буйындағы рухи утрау
Кама буйындағы рухи утрау
Мәҙәниәт йылы уңайынан төбәктәрҙә төрлө саралар ойошторола. Сер түгел: дөйөм халыҡты йәлеп итеп, рухи күтәрелеш бүләк иткән байрамдарҙан тыш, исем өсөн уҙғарылғандары ла юҡ түгел. Был фекерҙе Нефтекамалағы “Башҡорт мәҙәниәте һәм яҙмаһы” айлығын ябыу кисәһендә ҡатнашҡандан һуң әйтмәй булдыра алманым. Бына ҡайҙа тупланған икән тере тауышлы йырсылар, ялҡынлы бейеүселәр, рухиәт өсөн янып-көйгәндәр!


Нефтекама үҙе бер бәләкәй Башҡортостан төҫлө: бында баш­ҡорт, татар, рус, мари, ук­ра­ин, удмурт милләте вәкил­дәре йәшәй. Башҡорт дәүләт универ­ситетының Нефтекама филиа­лы бинаһында уҙған сарала ерлектәге халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡында ла фе­кер булды. Байрам кисә­һендә Мәҙә­ниәт йылы һөҙөмтәләре менән бергә артистарҙың сығышы үре­леп барҙы.
Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә шағирә, билдәле йәмәғәт эшмә­кәре Гүзәл Ситдиҡова сыҡты. Һиҙелеп тора, халыҡ китап уҡый­мы ни ул, тиһәләр ҙә, Гүзәл апай шиғыр һөйләй башла­ғай­ны, зал тынып ҡалды. Шағирә филиал китапханаһына, урын­да­ғы ҡоролтай ағзаларына, филармония артистарына ки­тап­та­рын бүләк итте, байрам менән тәб­рикләне.
Кама буйындағы рухи утрауНефтекама ҡалаһы башҡорт­тары ҡоролта­йы рәйесе, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған таби­бы Азат Үтәкәев йыл дауамын­да башҡорт телен һәм әҙә­биә­тен пропагандалауға үҙ өлөшөн ин­дергән башҡорт теле уҡытыусы­ларына – Гөлна­ра Шәрәфиева, Юлиә Рәхмәтул­лина, Әминә За­кирйәнова, Ләй­сән Әкбәрова, Светлана Ниғмәтйә­нова, Гөл­сә­сәк Яҡшығолова, Әлфирә Әх­мәт­шинаға – диплом һәм бү­ләк­тәр тапшырҙы. Азат Нәзир улы Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролта­йының иң ҙур наг­радаһы – “Ал да нур сәс хал­ҡыңа” миҙалы менән Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙ­мәт­кәре, “Урал” баш­ҡорт халыҡ үҙәге филиалы етәксеһе Зилә Аҙнабаеваны бүләкләне. Күп милләтле тө­бәк­тә милләтеңдең ҡаһарманы бу­лыу һәм башҡа халыҡтар менән уртаҡ тел та­быу еңел түгелдер, бәлки, әммә мөмкин. Классик­тарҙың береһе әйткән бит әле, үҙ халҡын ярат­ҡан кеше башҡа­ларға битараф була алмай, тип. Зилә Рамаҙан ҡыҙы милләттәш­тәрен берләш­тереп, күп төрлө мәҙәни, әҙәби саралар башында тора, үҙе режиссер, сценарий ав­торы бу­лараҡ та сығыш яһай, яғымлы тауышы менән даими рәүештә радио эфиры аша тө­бәк­­тәге яңылыҡ­тарҙы еткерә. Ки­лә­сәктә лә йөрәгендә халҡы ял­ҡыны дөр­ләп яныуын теләйек!
Зилә ханым үҙ сиратында Мә­ҙәниәт йылында әүҙемлек күр­һәткәндәрҙе тәбрикләп үтте. Бү­ләккә Нефтекама башҡорт гимназияһынан Гүзәл Ғайсина, Нефтекама дәүләт филармо­ния­һы артистары Зәбирә Әми­не­ва, Рита Ҡарасурина, дан­лыҡ­лы ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин, виртуоз баянсы Марс Ишморатов лайыҡлы булды.
Кама буйындағы рухи утрау“Башҡортостандың ете мөғ­жи­зә­һе” исемлегенә ингән, ошо көндәрҙә Интернетта тауыш би­реү юлы менән республикабыҙ йөҙөн Рәсәй кимәлендә билдә­ләгән ҡурайға ла мәҙхиә йырланды был кисәлә. Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы студенттары был үҫемлек хаҡында шиғырҙар уҡыны, ҡурай тура­һын­да музыка ҡоралы булараҡ ҡына түгел, ә уның халыҡтың ҡото, ырыҫы икәнлеге лә бәйән ителде.
Ул арала Нефтекама филар­монияһының (етәксеһе – Рәйес Исмәғилев) “Түңгәүер” бейеү ансамбле тамашасыны берсә ша­ян, берсә уйсан бейеүҙәре ме­нән әсир итте. Һауаны ярып осҡан бөркөттәй, сая егеттәр, береһенән-береһе һылыу ҡыҙ­ҙар сәхнәнән залға ижад ҡо­ма­ры ташланы. Бер ниндәй фо­ног­рам­маһыҙ йырлаған Зәбирә Әми­не­ва, Илгиз Миңләхмә­тов­, Азат менән Илшат Ҡа­ра­суриндар тауыштары ғына түгел, һайлаған юлдарына ихтирам той­ғоһо ме­нән үҙҙәренә ҡарата йылы мө­нә­сә­бәт уятты. Марс Иш­мо­ра­тов­тың бармаҡтары ба­янға ҡуша үҫкән кеүек. Юҡ, уйнамай, ә йәшәй ул баяны менән бер бөтөн булып! Айбулат Рәх­мәтуллин ҡурайына тө­шөп бе­йеп китмәй саҡ түҙеп улты­рылды. Ихласлыҡ һәм тере моң тигән­дәре шулдыр, күрәһең.
Сара һуңында Нефтекама­ның Милли үҙәктәр берләшмәһе рәйесе Мөхәсәнә Йәғәфәрова, төбәктә башҡорт мәҙәниәте үҫе­шен юғары баһалап, һәр ҡатна­шыусыға рәхмәт һүҙен ет­керҙе. “Башҡорт мәҙәниәте һәм яҙ­ма­һы” айлығы тамам, артабан үҙе­нең ҡаҙаныштары ме­нән мари милләте вәкилдәре таныштырыр”, – тип, Нефтекама башҡорт ҡоролтайы рәйесе Азат Нәзир улы “Милләттәр дуҫлығы” кубогын мари милли үҙәге етәксеһе Игорь Губаевҡа тапшырҙы.
“Башҡортостан” гәзите вәки­ле булараҡ рухи сарала ҡат­нашҡанбыҙ икән, әлбиттә, беҙгә баҫмабыҙ тураһында һүҙ әйтеп китеү мөмкинлеге лә бирелде. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Баш­ҡортостан” гәзите – һәр бере­геҙ­ҙең яҡын дуҫы, әхлаҡи, мәҙәни, хоҡуҡи, рухи терәгегеҙ! Дәүлә­тебеҙ барлыҡҡа килгән осорҙан алып сыға башлаған ерлектәге төп баҫма ул. Үҙ хәбәрсебеҙ Ан­сар Нуретдинов та сарала ҡат­на­шыусыларҙы гәзиткә яҙы­лыр­ға өндәне. Бергәләп яҙайыҡ рес­публикабыҙ тарихын, берҙәм­лек­тә генә беҙҙең көсөбөҙ кү­ре­нер, һәр ғәмәлебеҙ халҡыбыҙ мән­фәғәтенән сығып башҡарыл­һын!
Ана бит баш ҡаланан алыҫ ятһалар ҙа, төрлө милләттәр йәшәгән төбәктәге Нефтекама башҡорттары рухи яҡтан ойошоп, яңы үрҙәргә атлай! Ысын тормош менән йәшәгәндәр, эш­ләгәндәр, ижад иткәндәр генә үҙ маҡсатына тоғро ҡалып, ғүмер­ҙең һәр миҙгелен үҙҙәре биҙәй беләлер!..






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782