Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Юлдаш йыры” – халыҡсан моң
“Юлдаш йыры” – халыҡсан моң
Беҙҙең ҡолаҡтар әллә академик тауыштан арыған, әллә иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттарҙан ялҡҡан, нисек кенә булмаһын, ә бына һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың “Юлдаш йыры-2014” республика асыҡ конкурсында сығыш яһаусылар тамашасыны халыҡсан моңо менән әсир итте. Биш йыл рәттән ойошторолған был сара быйыл да яңы исемдәр асты, 25 һәүәҫкәр йырсыға баш ҡаланың ҙур сәхнәләренең береһе Конгресс-холдың түренән урын бирҙе.


Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы йырсыны һоҡланып телгә алырға ла белмәйем, сөнки һәр береһе лайыҡлы сығыш яһап, йә төбәктәрҙә генә ишетелгән йыры менән, йә ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалған башҡарыу алымы менән әсир итте. Ҡайһы берҙәрен тыңлап, ауылдағы әбейҙәр иҫкә төштө, табын йырҙары бала саҡтарға, милли байрамдар асылына алып ҡайтты.
Шулай итеп, бүләкләнеүселәр менән та­ныштырайыҡ: “Өмөт” номинацияһы приздары Силәбе өлкәһенән Лиана Иҙрисоваға һәм Ишембай һылыуы Лилиә Дауытоваға тапшырылды, “Асыш һәм ихтирам” номи­нацияһында Нефтекаманан Роза Хөснуллина, Ауырғазы районынан Розалия Аритҡолова һәм Өфөнән Эльза Юлдашбаева бүләкләнде, Өфөнән Флүзә Ғилемханова менән Фәниҙә Атанова “Йырға тоғролоҡ” номинацияһында бил­дәләнде. “Тыуған яҡ йырсылары” номи­нацияһында тәбрикләнеү­селәр – Өфө ҡыҙы Юлиә Килмөхәмәтова һәм Ҡариҙел районынан Ғәлиә Хәбирйәнова. “Юлдаш” радио­һының махсус призына Әбйәлилдән Резеда Юлдашева һәм Миәкә районынан Фидан Шафиҡов лайыҡ булды. Интернетта тауыш биреү юлы менән “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Балтас районынан Резеда Әхмәтова һайланған.
“Юлдаш йыры” – халыҡсан моң35 йәшкә тиклем башҡарыусылар ара­һында 3-сө урынды Бүздәк районынан Резеда Бүләкова һәм Ҡазан ҡалаһынан Илнур Ҡоләхмәтов яуланы. Резеданың йыры атайҙарға бағышланыуы һәм моңло көйө менән миңә, тамашасыға, бик ныҡ тәьҫир итте. Һәүәҫкәр башҡарыусы йырҙы үҙе яҙған. Баһалама ағзалары Ҡазанда белем алыусы Стәрлебаш ҡыҙы Айһылыу Ғәбдиноваға һәм Ауырғазы районынан Фәнәғәт Юлмө­хәмәтовҡа 2-се урынды бирҙе. Йәштәрҙең тауышы, ысынлап та, көслө, сағыу. Айһылыуҙың йырында Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниеваның ауазы ла ишетелгәндәй булды.
Бөрйән ҡыҙы, биш бала әсәһе Сәлимә Ғарифуллина 1-се урынға лайыҡ булды. 35 йәштән өлкән йырсылар араһында 3-сө урынды алыусылар: Бишбүләк районынан күркәм ғаилә Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтәр, Иркутск өлкәһенән ҡайтып, тыуған төйәгендә төпләнгән Ильяс Аллаяров. Моңло ғаиләнең дә, һәүәҫкәр йырсы-композиторҙың да сығышы бик йылы тойғо ҡалдырҙы. “Дуҫыма” халыҡ йыры менән күптән популярлыҡ яулаған Зифа Хәкимова “Ҡыҙыма” тип моңланып, шулай уҡ 3-сө баҫҡысҡа аяҡ баҫты. Салауат ҡалаһынан Зөлфиә Бирҙеғолова һәм Силәбенән Азамат Усманов 2-се урынды яуланы. Ҡалай моң урғылып тора ҡатындар һәм ирҙәр йөрәгенән, тип әйтке килде халыҡ йырҙарын тыңлағанда! Баҡалы районынан Дилбәр Нурғәлиевҡа баһалама ағзалары 1-се урынды биргән. Ысынлап та, лайыҡлы булды уның сығышы: көслө тауышы менән ябай ташсы, әйтерһең, һауаларҙы йырып осҡан ҡыр ҡаҙҙары менән осраштырҙы беҙҙе.
“Юлдаш йыры” – халыҡсан моң“Юлдаш” радиоһының был эше – иң халыҡсан проекттарының береһелер, моғайын. Нимә генә тимә, Ер йөҙөндә туған моңдарын тыңламаған кеше һирәктер ул. Ә бына халыҡ таланттарын бер сәхнәгә йыйып, уларҙың йырын башҡаларға ишеттереү төбәктәге тыңлаусыларға, һәүәҫкәр ижадсы­ларға иғтибар тип кенә ҡабул ителмәй, ә халыҡ ижадына, тамырҙарыбыҙға ла ихтирам тойғоһон сағылдыра! Йәндәрҙе дауалаусы, кәйефтәрҙе күтәреүсе халҡыбыҙ моңдары беҙгә һәр миҙгелдә, һәр даим юлдаш булһын!

Гала-концерт буйынса фотогалереяны ошо адрес буйынса ҡарай алаһығыҙ:
Фоторепортаж


Автор: Л. АБДУЛЛИНА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782