Беҙҙең ҡолаҡтар әллә академик тауыштан арыған, әллә иҫәпһеҙ-һанһыҙ концерттарҙан ялҡҡан, нисек кенә булмаһын, ә бына һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың “Юлдаш йыры-2014” республика асыҡ конкурсында сығыш яһаусылар тамашасыны халыҡсан моңо менән әсир итте. Биш йыл рәттән ойошторолған был сара быйыл да яңы исемдәр асты, 25 һәүәҫкәр йырсыға баш ҡаланың ҙур сәхнәләренең береһе Конгресс-холдың түренән урын бирҙе.
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы йырсыны һоҡланып телгә алырға ла белмәйем, сөнки һәр береһе лайыҡлы сығыш яһап, йә төбәктәрҙә генә ишетелгән йыры менән, йә ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалған башҡарыу алымы менән әсир итте. Ҡайһы берҙәрен тыңлап, ауылдағы әбейҙәр иҫкә төштө, табын йырҙары бала саҡтарға, милли байрамдар асылына алып ҡайтты.
Шулай итеп, бүләкләнеүселәр менән таныштырайыҡ: “Өмөт” номинацияһы приздары Силәбе өлкәһенән Лиана Иҙрисоваға һәм Ишембай һылыуы Лилиә Дауытоваға тапшырылды, “Асыш һәм ихтирам” номинацияһында Нефтекаманан Роза Хөснуллина, Ауырғазы районынан Розалия Аритҡолова һәм Өфөнән Эльза Юлдашбаева бүләкләнде, Өфөнән Флүзә Ғилемханова менән Фәниҙә Атанова “Йырға тоғролоҡ” номинацияһында билдәләнде. “Тыуған яҡ йырсылары” номинацияһында тәбрикләнеүселәр – Өфө ҡыҙы Юлиә Килмөхәмәтова һәм Ҡариҙел районынан Ғәлиә Хәбирйәнова. “Юлдаш” радиоһының махсус призына Әбйәлилдән Резеда Юлдашева һәм Миәкә районынан Фидан Шафиҡов лайыҡ булды. Интернетта тауыш биреү юлы менән “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Балтас районынан Резеда Әхмәтова һайланған.
35 йәшкә тиклем башҡарыусылар араһында 3-сө урынды Бүздәк районынан Резеда Бүләкова һәм Ҡазан ҡалаһынан Илнур Ҡоләхмәтов яуланы. Резеданың йыры атайҙарға бағышланыуы һәм моңло көйө менән миңә, тамашасыға, бик ныҡ тәьҫир итте. Һәүәҫкәр башҡарыусы йырҙы үҙе яҙған. Баһалама ағзалары Ҡазанда белем алыусы Стәрлебаш ҡыҙы Айһылыу Ғәбдиноваға һәм Ауырғазы районынан Фәнәғәт Юлмөхәмәтовҡа 2-се урынды бирҙе. Йәштәрҙең тауышы, ысынлап та, көслө, сағыу. Айһылыуҙың йырында Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниеваның ауазы ла ишетелгәндәй булды.
Бөрйән ҡыҙы, биш бала әсәһе Сәлимә Ғарифуллина 1-се урынға лайыҡ булды. 35 йәштән өлкән йырсылар араһында 3-сө урынды алыусылар: Бишбүләк районынан күркәм ғаилә Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтәр, Иркутск өлкәһенән ҡайтып, тыуған төйәгендә төпләнгән Ильяс Аллаяров. Моңло ғаиләнең дә, һәүәҫкәр йырсы-композиторҙың да сығышы бик йылы тойғо ҡалдырҙы. “Дуҫыма” халыҡ йыры менән күптән популярлыҡ яулаған Зифа Хәкимова “Ҡыҙыма” тип моңланып, шулай уҡ 3-сө баҫҡысҡа аяҡ баҫты. Салауат ҡалаһынан Зөлфиә Бирҙеғолова һәм Силәбенән Азамат Усманов 2-се урынды яуланы. Ҡалай моң урғылып тора ҡатындар һәм ирҙәр йөрәгенән, тип әйтке килде халыҡ йырҙарын тыңлағанда! Баҡалы районынан Дилбәр Нурғәлиевҡа баһалама ағзалары 1-се урынды биргән. Ысынлап та, лайыҡлы булды уның сығышы: көслө тауышы менән ябай ташсы, әйтерһең, һауаларҙы йырып осҡан ҡыр ҡаҙҙары менән осраштырҙы беҙҙе.
“Юлдаш” радиоһының был эше – иң халыҡсан проекттарының береһелер, моғайын. Нимә генә тимә, Ер йөҙөндә туған моңдарын тыңламаған кеше һирәктер ул. Ә бына халыҡ таланттарын бер сәхнәгә йыйып, уларҙың йырын башҡаларға ишеттереү төбәктәге тыңлаусыларға, һәүәҫкәр ижадсыларға иғтибар тип кенә ҡабул ителмәй, ә халыҡ ижадына, тамырҙарыбыҙға ла ихтирам тойғоһон сағылдыра! Йәндәрҙе дауалаусы, кәйефтәрҙе күтәреүсе халҡыбыҙ моңдары беҙгә һәр миҙгелдә, һәр даим юлдаш булһын!
Гала-концерт буйынса фотогалереяны ошо адрес буйынса ҡарай алаһығыҙ: Фоторепортаж