Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ рухы өсөн яныу
Халыҡ рухы өсөн яныу
Иҫән булһа, октябрҙә замандашыбыҙ, XXI быуаттағы башҡорт шиғриәтен билдәләүсе шағирҙарҙың береһе Рәйес Түләккә 55 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙиптең курсташтары менән берлектә Хәтер кисәһе ойошторҙо.


Ғалимә Әнисә Муллағолова һабаҡ­ташы Рәйес Түләктең шиғриәте аша шәхестең портретын, ижады картинаһын тыуҙырҙы. Шағирҙың “Юлдаш” радиоһы фондында һаҡланған яҙмаларҙағы тауышы аша китапхана бүлмәһенә рух сәләме тулғандай булды. Шундай ҙа үҙ, яҡын ауаз берсә һағышлы, берсә һиҫкәндерерлек уйҙарға һалды. Шағирҙың һәр һабаҡташының сығышында ишетелде моңһоу ноталар. Курсташ ҡыҙҙары теҙелешеп баҫып, яҡты, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт ағай Мәмбәтов заманында Рәйес Түләктең уҡытыусыһы булған. Һәр һөйләме менән уҡыусыһына, әҙәбиәткә йылы мөнәсәбә­тен еткерҙе ул. “Башҡорт иленең яҙмы­шын, халҡының көнкүрешен тәрән кисереп яҙҙы Рәйес. Уның һәр шиғыры йөрәгендә тыуҙы, шуға ла аҡылды тетрәндереп, йөрәккә барып етте”, – тине ул.
Сараны йәмләп, Рәйестең ауылдашы, йырсы Юнир Һағынбаев ҡурайҙа уйнаны, халыҡ йырын башҡарҙы. Дуҫы, шулай уҡ ауылдашы, ҡәләмдәше, фекерҙәше Әхмәр Үтәбаевтың хәтирәләре залдағыларҙы малай, егет йәшендәге Рәйес менән ос­раштырҙы. Ул Рәйес Түләктең уҡытыусы булараҡ балаларға биргән дәрестәренең тәрән йөкмәткеһе, шағирҙың журналисти­каһы ҙур иғтибарға лайыҡ булыуы тура­һында ла фекер әйтте. Эйе, ғүмеренең һуңғы йылдарында “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләгән Р. Түләктең мәҡә­ләләре, фәнни эшкә торошло эҙләнеүҙәре уҡыусы тарафынан ҡыҙыҡһынып ҡабул ителде.
Замандашыбыҙ, һоҡланғыс талант эйә­һе, башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләрен тыуҙырған Рәйес Түләк ижадта янды, әммә тере рухы булған шиғырҙары менән халҡыбыҙҙың аңын уятып, әҙәбиәттә мил­ләттең яңы образын тыуҙырып, һуңғы һу­лы­шына, тамсы ҡанына тиклем иленә фиҙа ҡылып китте. Рәйес — һәр өнө, ауа­зы, һәр шиғыры, өтөр-нөктәһе менән баш­ҡорт шағиры! Уның ижадында башҡорт характерының бөтөн яҡтары ла бар: сая­лығы ла, сәмһеҙлеге лә, айбарлығы ла, мәғәнәһеҙлеге лә, моңһоҙлоғо ла, моңло­лоғо ла – бына ошо ХХI быуатҡа нисек килеп еткәнбеҙ, ниндәй милли һыҙатта­рыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, ниндәйҙәрен үҫ­тер­гәнбеҙ, шулай барыһы ла бар унда.
Ш. Бабичҡа Өфөлә һәйкәл асылһын, уның эскизы мотлаҡ (хатта яҙыуы ла ауыр был хаҡта) мең өлөшкә туралған шағир һыны булырға тейеш, тип янып йөрөгәне хәтерҙә Рәйестең. Был тиклем тетрәндер­гес күренеште халыҡ хөкөмөнә сығарыу дөрөҫ булырмы һуң, тигәс, ул, ана шул тетрәндергес булған өсөн дә тап ошолай яһалырға тейеш Ш. Бабичтың һәйкәле, уға ҡараған һәр кемдең ошо көнгә кемдәрҙең ҡаны, ғүмере аша килеп еткәнен аңлап, тойоуы мөһим, тигәйне. Рәйес ғәҙәти генә булған һәр күренешкә мәңгелек күҙлеге­нән ҡарай белеүе, шағир яҙмышын аҙаҡ­ҡаса күтәреп барыуы менән дә беҙҙе һиҫ­кәндереп, зар илатып китте!.. Шәхси хәтирәләр ҙә күңелдә байтаҡ, киләсәктә уларына ла матбуғатта урын табылыр.
“Бельские просторы” журналында тәр­же­мәләр конкурсын беҙ уның “Аҡ фонтан” шиғыры менән башлап ебәргәйнек. Шунда бер нәмәне аңлап ҡалдым: тәржемә, ғөмүмән, ҡатмарлы эш, ә милли рух, моң менән һуғарылған шағирҙың әҫәрҙәрен башҡа телгә ауҙарыу мөмкин дә түгел кеүек. Рәйестең шиғырҙары ла, үҙе кеүек, халҡына тоғро, тик башҡорт халҡына хеҙмәт итә! Беҙҙең заманда башҡорт обра­зын шиғриәттә тыуҙырған ижадсы ул – Рәйес Түләк. Ул – башҡорт халыҡ шағи­ры. Ошо исемде рәсмиләштереп ҡуйған­да, ха­лыҡ рухы, асылы тип янған шағир­ҙың ижадына оло һәм лайыҡлы баһа булыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Мәүлидә
    Мәүлидә от 15.11.2014, 21:02
    афаринКүптән кәрәк ине был фекерҙе күтәрергә!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782