Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәшәгеҙ гел бүләк булып...”
“Йәшәгеҙ гел бүләк булып...”
Арабыҙҙан иртә киткән күре­некле башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Тойғонов әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанрында әһәмиәтле мираҫ ҡалдырҙы.


Ул 13 йыл Башҡортостан Яҙыу­сы­лар союзы идараһы рәйесе урын­ба­ҫары бул­ды, ғүмеренең һуңғы йыл­­­дарын­да ошо ойошманың рәйесе ва­зифаһында әҙәби ижадты йәнлән­дереү йәһәтенән онотол­маҫ эштәр башҡарҙы.
Октябрь аҙағында, шағирҙың тыу­ған көнөндә, Тойғондоң Шишмә райо­нының Ур­та Хәжәт зыяратындағы ҡәберендә һәйкәл ташын асыу сараһы булды. Унда әҙип­тең төрлө быуын ҡә­ләмдәштәре, уҡыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йы­йыл­ғайны.
Һәйкәл ташын асыуҙа Шишмә ра­йо­ны хакимиәте башлығы Флүр Ураз­мәтов, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов, әҙиптәр Ноғман Мусин, Йыһат Солтанов, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбула­тов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғәлим Хисамов, Фәниә Ғәбиҙуллина, Леонид Соколов, Әхмәр Үтәбай, шағирҙың ҡа­тыны Рәйсә Той­ғо­нова, ҡыҙы Айгөл һәм башҡалар һағышлы телмәр ме­нән сығыш яһаны.
Һәйкәл ташындағы асыҡ китапта Той­ғон­доң:
“Йәшәгеҙ гел бүләк булып,
Берегеҙгә берегеҙ.
Ә тормошта һәр кешене
Әүлиә тип белегеҙ!” —
тигән шиғыр юлдары уйып яҙылған.
Ә беҙ бөгөн уҡыусыларыбыҙға Той­ғондоң һуңғы китабынан бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Өс йыр

Ҡайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым?
Мостай Кәрим.

Йыр ҙа хатта, аһ, аҙаша икән,
(Табырмынмы эҙләп ҡасан да?)
Юл сатында әҙәм аҙашҡандай,
Йыр аҙаша йылдар сатында...

...Шул аҙашҡан бер йырымды таптым,
(Ниндәй мәле һуң был яҙмыштың?)
Әсә көлә...
Улы уйнауына
Ҡарҙарында аунап аҡ ҡыштың.
...Шул йырымдың икенсеһен таптым,
(Йыуанысы ҡайҙа һағыштың?)
Әсә илай...
Улы ҡайтып килә,
Ҡар көрттәрен йырып аҡ ҡыштың.

Эҙләмәйем әммә шул йырымдың
Өсөнсөһөн,
Ҡалһын шул килеш.
Беләм, кеше ғүмер һуҡмағында
Илап көлөргә лә бер тейеш.

Тик өсөнсө йырымдан мин ҡурҡам,
Эҙләү түгел, хатта уйларға:
Әсә илағанда — йылмайырға,
Әсә йылмайғанда — иларға

Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм...

Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм,
Елеп үтер ара бар һаман.
Һул ҡолағым һыҡтау ишеткәндә,
Ишетәмен уңда йыр һаман.

Хыял ғына етер араларҙа
Күҙҙең яуын алыр нур тирҙем.
Уң күҙ менән ихлас һоҡланғанда,
Нәфрәткә тулды һул күҙем.
Хыялымда мин һаман да юлда,
Ике яҡҡа ерҙе айырам.
Уң яғыма ҡарап ҡыуанам да,
Һул яғыма ҡарап ҡайғырам.

Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм...
...Ә донъямдың берәү хаҡ юлы:
Талаш тыуҙырыусы алтындарға
Буйһонмаһын кеше аҡылы!

Ҡыуандыҡҡа ҡайтам ҡыуанып

Ҡыуандыҡҡа ҡайтам мин ҡыуанып,
Таң ысығын һирпәм ҡулымда.
Көндөҙөн дә күк йондоҙон күреп,
Уйнап үҫкән ерҙәр — алдымда.

Ҡыуандыҡҡа ҡайтам...
Монар булып,
Ташҡан сағы дала еҫенең.
Күп ҡалалар араһында ул да —
Бер биҙәге Урал төҫөнөң.

Ҡайтыуҙарҙың китеүҙәре була,
Китәм унан һәр саҡ моң алып.
Ләкин бер ҡасан да тиҫтерҙәрҙән
Ҡайтмай йөрөмәйем, һуң ҡалып.

Ҡыуандыҡтың ҡыуанысы булып,
Күңелемдә тыуҙы был шиғыр.
...Бер уфтанһам, ҡулдарымда һирпкән
Ысыҡтарҙан сәсрәп ут сығыр.

Ап-аҡ ҡарҙар яуа

Муйылдарға, гүйә, аҡ ҡар яуған...
Ҡул тейҙерәм — ялмай ут булып,
Һинең янға уйҙар осалар ҙа
Урап килә ҡабат... ят булып.

Ят көйөнсә тик үҙемдә ҡалһын,
Ошо уйҙар иҫке төш булып.
Ғүмерҙәрҙең күрке — мөхәббәттә
Мәңге йәшәп була йәш булып.

Үҙ итһәм дә әле ят уйҙарҙы,
Ошо уйҙар ҡалмаҫ хаҡ булып.
Сөнки беләм: ҡара төндә лә бит
Ап-аҡ ҡарҙар яуа аҡ булып...

Ҡосағымда улым йоҡлай...

Айҙарға.

Ҡосағымда улым йоҡлай...
Ә көнө һуң?
Әйтерһең дә,
Ҡояш нуры балҡып китер,
Йылмайһа, ҡаш-керпегендә.
Тәү күргәндәй һиҫкәнәмен
Тын алышын тойғанға ла.
(Хәйер, ерҙә тертләүсе бар
Хатта һалам һынғанға ла.)
Ҡосағымда улым йоҡлай...
Йыһан көлә ҡояш булып.
Тик яңылыш аңламағыҙ —
Күңелдәрем китһә тулып.
Ҡайғы түгел,
Шатлыҡтан да
Йәш тығыла ике күҙгә.
(Хәйер, ерҙә тилмергән бар
Хатта «балам» тигән һүҙгә.)
Улым төҫө итеп күрәм
Ерҙең йәм һәм биҙәктәрен.
Бала уйы һәр атаның
Өҙәлер ул үҙәктәрен.
Булмышымды аңлатырға
Һүҙ табыуы бигерәк ҡыйын.
(Хәйер, ерҙә көткәндәр бар
Хатта улы ярлыҡауын.)
Улым йоҡлай...
Уйҙарымдың
Нисек осона сығайым?
Ул атаһы булған кеше
Аңлар мине, моғайын...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780