Арабыҙҙан иртә киткән күренекле башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Риф Тойғонов әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанрында әһәмиәтле мираҫ ҡалдырҙы.
Ул 13 йыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары булды, ғүмеренең һуңғы йылдарында ошо ойошманың рәйесе вазифаһында әҙәби ижадты йәнләндереү йәһәтенән онотолмаҫ эштәр башҡарҙы.
Октябрь аҙағында, шағирҙың тыуған көнөндә, Тойғондоң Шишмә районының Урта Хәжәт зыяратындағы ҡәберендә һәйкәл ташын асыу сараһы булды. Унда әҙиптең төрлө быуын ҡәләмдәштәре, уҡыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылғайны.
Һәйкәл ташын асыуҙа Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов, әҙиптәр Ноғман Мусин, Йыһат Солтанов, Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғәлим Хисамов, Фәниә Ғәбиҙуллина, Леонид Соколов, Әхмәр Үтәбай, шағирҙың ҡатыны Рәйсә Тойғонова, ҡыҙы Айгөл һәм башҡалар һағышлы телмәр менән сығыш яһаны.
Һәйкәл ташындағы асыҡ китапта Тойғондоң:
“Йәшәгеҙ гел бүләк булып,
Берегеҙгә берегеҙ.
Ә тормошта һәр кешене
Әүлиә тип белегеҙ!” —
тигән шиғыр юлдары уйып яҙылған.
Ә беҙ бөгөн уҡыусыларыбыҙға Тойғондоң һуңғы китабынан бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Өс йырҠайҙа киттегеҙ һеҙ, шиғырҙарым?
Мостай Кәрим.
Йыр ҙа хатта, аһ, аҙаша икән,
(Табырмынмы эҙләп ҡасан да?)
Юл сатында әҙәм аҙашҡандай,
Йыр аҙаша йылдар сатында...
...Шул аҙашҡан бер йырымды таптым,
(Ниндәй мәле һуң был яҙмыштың?)
Әсә көлә...
Улы уйнауына
Ҡарҙарында аунап аҡ ҡыштың.
...Шул йырымдың икенсеһен таптым,
(Йыуанысы ҡайҙа һағыштың?)
Әсә илай...
Улы ҡайтып килә,
Ҡар көрттәрен йырып аҡ ҡыштың.
Эҙләмәйем әммә шул йырымдың
Өсөнсөһөн,
Ҡалһын шул килеш.
Беләм, кеше ғүмер һуҡмағында
Илап көлөргә лә бер тейеш.
Тик өсөнсө йырымдан мин ҡурҡам,
Эҙләү түгел, хатта уйларға:
Әсә илағанда — йылмайырға,
Әсә йылмайғанда — иларға
Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм...Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм,
Елеп үтер ара бар һаман.
Һул ҡолағым һыҡтау ишеткәндә,
Ишетәмен уңда йыр һаман.
Хыял ғына етер араларҙа
Күҙҙең яуын алыр нур тирҙем.
Уң күҙ менән ихлас һоҡланғанда,
Нәфрәткә тулды һул күҙем.
Хыялымда мин һаман да юлда,
Ике яҡҡа ерҙе айырам.
Уң яғыма ҡарап ҡыуанам да,
Һул яғыма ҡарап ҡайғырам.
Хыялдарҙа әллә ҡайҙа еләм...
...Ә донъямдың берәү хаҡ юлы:
Талаш тыуҙырыусы алтындарға
Буйһонмаһын кеше аҡылы!
Ҡыуандыҡҡа ҡайтам ҡыуаныпҠыуандыҡҡа ҡайтам мин ҡыуанып,
Таң ысығын һирпәм ҡулымда.
Көндөҙөн дә күк йондоҙон күреп,
Уйнап үҫкән ерҙәр — алдымда.
Ҡыуандыҡҡа ҡайтам...
Монар булып,
Ташҡан сағы дала еҫенең.
Күп ҡалалар араһында ул да —
Бер биҙәге Урал төҫөнөң.
Ҡайтыуҙарҙың китеүҙәре була,
Китәм унан һәр саҡ моң алып.
Ләкин бер ҡасан да тиҫтерҙәрҙән
Ҡайтмай йөрөмәйем, һуң ҡалып.
Ҡыуандыҡтың ҡыуанысы булып,
Күңелемдә тыуҙы был шиғыр.
...Бер уфтанһам, ҡулдарымда һирпкән
Ысыҡтарҙан сәсрәп ут сығыр.
Ап-аҡ ҡарҙар яуаМуйылдарға, гүйә, аҡ ҡар яуған...
Ҡул тейҙерәм — ялмай ут булып,
Һинең янға уйҙар осалар ҙа
Урап килә ҡабат... ят булып.
Ят көйөнсә тик үҙемдә ҡалһын,
Ошо уйҙар иҫке төш булып.
Ғүмерҙәрҙең күрке — мөхәббәттә
Мәңге йәшәп була йәш булып.
Үҙ итһәм дә әле ят уйҙарҙы,
Ошо уйҙар ҡалмаҫ хаҡ булып.
Сөнки беләм: ҡара төндә лә бит
Ап-аҡ ҡарҙар яуа аҡ булып...
Ҡосағымда улым йоҡлай...Айҙарға.
Ҡосағымда улым йоҡлай...
Ә көнө һуң?
Әйтерһең дә,
Ҡояш нуры балҡып китер,
Йылмайһа, ҡаш-керпегендә.
Тәү күргәндәй һиҫкәнәмен
Тын алышын тойғанға ла.
(Хәйер, ерҙә тертләүсе бар
Хатта һалам һынғанға ла.)
Ҡосағымда улым йоҡлай...
Йыһан көлә ҡояш булып.
Тик яңылыш аңламағыҙ —
Күңелдәрем китһә тулып.
Ҡайғы түгел,
Шатлыҡтан да
Йәш тығыла ике күҙгә.
(Хәйер, ерҙә тилмергән бар
Хатта «балам» тигән һүҙгә.)
Улым төҫө итеп күрәм
Ерҙең йәм һәм биҙәктәрен.
Бала уйы һәр атаның
Өҙәлер ул үҙәктәрен.
Булмышымды аңлатырға
Һүҙ табыуы бигерәк ҡыйын.
(Хәйер, ерҙә көткәндәр бар
Хатта улы ярлыҡауын.)
Улым йоҡлай...
Уйҙарымдың
Нисек осона сығайым?
Ул атаһы булған кеше
Аңлар мине, моғайын...