Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫмаларыбыҙҙы һәр ерҙә таныйҙар
Баҫмаларыбыҙҙы һәр ерҙә таныйҙар
Китап кешене ғаләмдең хужаһы итә, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, ул – беҙҙең тормошта иң аҡыллы кәңәшсебеҙ. Нәҡ ошо тылсымлы баҫма һәр кешегә хеҙмәттә ярҙам итә, кешеләрҙе бәләнән ҡотҡара, тормошто танып белергә өйрәтә. Китап әҙәм балаһына һәр яҡлап үҫергә, аңын байытырға мөмкинлек бирә.


Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәте ошо көндәрҙә 95 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләне. Тантанала нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, танылған әҙиптәр, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
– Китап беҙҙең үткәнебеҙ һәм бөгөнгөбөҙ генә түгел, унда киләсәгебеҙ ҙә ята, – тине ҡотлау телмәрендә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. – Шуны күҙ уңында тотоп, республика етәкселеге дәүләт нәшриәтен иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәге бындай китап сығарыу ойошмаһы булыуы менән маҡтана алмай. Беҙҙең “Китап” бөгөн ҙур үҫеш кисерә.
“Китап” нәшриәтенең директоры Илһам Йәндәүләтов белдереүенсә, нәшриәт үҙенең барлыҡҡа килгән көнөнән алып төп маҡсатына тоғро ҡала. Йыл һайын 200-ҙән ашыу нәфис, ижтимағи-сәйәси, ғилми-популяр, дини әҙәбиәт, төрлө телдә һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары донъя күреп тора. Милли нәшриәтебеҙҙә сыҡҡан баҫмалар менән сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар. Хәҙер Башҡортостанда донъя күргән китаптарҙы Германия, АҠШ, Франция, Англия, Төркиә, Япония һәм Ҡытай дәүләттәренең ҡайһы бер китапханаларында осратырға була. Рәсәйҙең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы рейтингы буйынса, илебеҙҙәге алты меңдән ашыу нәшриәт араһында “Китап” иң яҡшы илле иҫәбенә инә. Ә инде милли нәшриәттәр араһында ул беренселекте биләй.
Был көндә абруйлы ойошманы Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт һәм йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге советнигы Рәйлә Вахитова, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡотланы. Ҡасандыр ошонда эшләгән, хәҙер инде әҙәбиәт донъяһында ҙур танылыу яулаған әҙиптәр Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбай, Ғәлим Хисамов, Рәмил Йәнбәктәрҙең сығышын да тамашасылар ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Хеҙмәттәштәрен тәбрикләү өсөн, алыҫ араны яҡын итеп, Мәскәүҙән “Дар” нәшриәтенең директоры Георгий Гупало ла килеп еткәйне.
– Рәсәй тарихында бик күп нәшриәттәр булған, тик илдәге төрлө үҙгәртеүҙәр арҡаһында күптәре йәшәүҙән туҡтаны. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Баш­ҡортостандың “Китап” нәшриәте бөгөн илебеҙҙә иң олоһо тип иҫәпләнә, – тине Георгий Михайлович. Ул шулай уҡ ижади коллективҡа Рәсәйҙең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы исеменән ҡотлау хатын тапшырҙы, нәшриәттең директоры Илһам Йәндәүләтовты Рәсәй мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре профсоюзының отличие билдәһе менән бүләкләне.
...Китап – кешелектең иң ҙур хазинаһы. Ул беҙҙе меңәр йыллыҡ тарихыбыҙға алып ҡайта йә бер быуат алдағы тормошҡа сәйәхәт иттерә. Ана шул ҡиммәттәрҙе халыҡҡа еткереүсе нәшриәткә изге эшендә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.



Автор: А. АБҘАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779