Китап кешене ғаләмдең хужаһы итә, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, ул – беҙҙең тормошта иң аҡыллы кәңәшсебеҙ. Нәҡ ошо тылсымлы баҫма һәр кешегә хеҙмәттә ярҙам итә, кешеләрҙе бәләнән ҡотҡара, тормошто танып белергә өйрәтә. Китап әҙәм балаһына һәр яҡлап үҫергә, аңын байытырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ошо көндәрҙә 95 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләне. Тантанала нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, танылған әҙиптәр, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
– Китап беҙҙең үткәнебеҙ һәм бөгөнгөбөҙ генә түгел, унда киләсәгебеҙ ҙә ята, – тине ҡотлау телмәрендә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. – Шуны күҙ уңында тотоп, республика етәкселеге дәүләт нәшриәтен иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәге бындай китап сығарыу ойошмаһы булыуы менән маҡтана алмай. Беҙҙең “Китап” бөгөн ҙур үҫеш кисерә.
“Китап” нәшриәтенең директоры Илһам Йәндәүләтов белдереүенсә, нәшриәт үҙенең барлыҡҡа килгән көнөнән алып төп маҡсатына тоғро ҡала. Йыл һайын 200-ҙән ашыу нәфис, ижтимағи-сәйәси, ғилми-популяр, дини әҙәбиәт, төрлө телдә һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары донъя күреп тора. Милли нәшриәтебеҙҙә сыҡҡан баҫмалар менән сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар. Хәҙер Башҡортостанда донъя күргән китаптарҙы Германия, АҠШ, Франция, Англия, Төркиә, Япония һәм Ҡытай дәүләттәренең ҡайһы бер китапханаларында осратырға була. Рәсәйҙең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы рейтингы буйынса, илебеҙҙәге алты меңдән ашыу нәшриәт араһында “Китап” иң яҡшы илле иҫәбенә инә. Ә инде милли нәшриәттәр араһында ул беренселекте биләй.
Был көндә абруйлы ойошманы Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт һәм йәмәғәт берекмәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге советнигы Рәйлә Вахитова, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡотланы. Ҡасандыр ошонда эшләгән, хәҙер инде әҙәбиәт донъяһында ҙур танылыу яулаған әҙиптәр Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбай, Ғәлим Хисамов, Рәмил Йәнбәктәрҙең сығышын да тамашасылар ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Хеҙмәттәштәрен тәбрикләү өсөн, алыҫ араны яҡын итеп, Мәскәүҙән “Дар” нәшриәтенең директоры Георгий Гупало ла килеп еткәйне.
– Рәсәй тарихында бик күп нәшриәттәр булған, тик илдәге төрлө үҙгәртеүҙәр арҡаһында күптәре йәшәүҙән туҡтаны. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Башҡортостандың “Китап” нәшриәте бөгөн илебеҙҙә иң олоһо тип иҫәпләнә, – тине Георгий Михайлович. Ул шулай уҡ ижади коллективҡа Рәсәйҙең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы исеменән ҡотлау хатын тапшырҙы, нәшриәттең директоры Илһам Йәндәүләтовты Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының отличие билдәһе менән бүләкләне.
...Китап – кешелектең иң ҙур хазинаһы. Ул беҙҙе меңәр йыллыҡ тарихыбыҙға алып ҡайта йә бер быуат алдағы тормошҡа сәйәхәт иттерә. Ана шул ҡиммәттәрҙе халыҡҡа еткереүсе нәшриәткә изге эшендә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.