Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк, күңел беректе
1979 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Баймаҡ — Илеш” тигән китап баҫтырып сығарҙы. Ағиҙелкәйҙең шөһрәтле ағышы шишмәләрҙән хасил булғандай, халҡыбыҙҙағы аң-аҡыл, хис-тойғо тупланмаһы ул. Йәнә күсмә мәғәнәлә әйтһәк, гөлдөң сәскә атыуы фарыз. Сәскә халыҡ йөрәген йәмләй. “Баймаҡ — Илеш” китабы ошо хәҡиҡәтте уйлап яҙылғандыр.


Был етди мәсьәлә тәүҙә партия өлкә комитетында ҡарала, унан һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзында тикшерелә. Әлбиттә, китапта башҡаларға өлгө-үрнәк итеп күрһәтерҙәй хеҙмәт алдынғыларының изге, иманлы, шәфҡәтле эше яҡ­тыртылырға тейеш. 30 кеше: Баймаҡтан — 15, Илештән — 15. Төҙөүсеһе — мин. Баймаҡта, Илештә кешеләр менән осрашҡас, союз идараһында йәнә фекер алышыу булды. Ҡәләм оҫталарына, үҙҙәренең теләктәрен иҫкә алып, берәр хеҙмәткәр беркетелде. Китаптың беренсе битендә “Рес­публикабыҙҙың бер-береһе менән социалистик ярышҡа сыҡҡан ике районы — Баймаҡ менән Илеш — хаҡында был китап. Яҙыусылар, журналистар үҙҙәренең очерктарында, мәҡәләләрендә һүрәтләмәләрендә, шиғырҙарында ике ра­йон­дың алдынғы кешеләрен, уларҙың данлы эшен ҙурлай” тип яҙыла. Китап донъя күрҙе. Маҡталды. Юғары баһа алды. Дәртләнеп китеп, икенсеһен дә әҙерләгәйнек, дарма­ныбыҙ утын шул осорҙағы үҙгәрештәр ямғыры һүндерҙе.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостан телевидениеһы “Үткән ғү­мер” тигән тапшырыу менән мәшғүл. Әлеге китаптың яҙылыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, Рәйсә Ибраһимова етәксе­легендә өс кеше фатирыма килде. Ултырыштыҡ. Һөйләштек. Фекер алыштыҡ. Ошо хаҡта бер шиғыр яҙырға ла ҡушты Рәйсә Ибраһимова. Тыңланым. Яҙҙым. Ни тиһәң дә, шиғырҙа күп мәғәнә аҙ һүҙ менән аңлатыла. Рәйсә туташ мине шуның өсөн шиғриәт баҡсаһына өндәгәндер, бәлки. “Баймаҡ, Илеш мәр­хәмәте” тигән шиғырҙы һеҙгә тәҡдим итәм, хөрмәтле уҡыусыларым:

Мин күп йөрөнөм йәшенташтай
йәшерәк саҡта,
Изге Илештә, бай рухлы Баймаҡта.
Уларҙа ла һыҙылып алһыу таңдар ата,
Һуғыш ғазабынан ерҙәр һыҡрап ята.
Ауырлыҡтарға үс иткәндәй даһи халыҡ,
Тәңре-көстән бөйөк илһам, иман алып,
Дарыу тапты Ер-Әсәнең яраһына,
“Ғәйрәт” тигән был дарыуҙан зәхмәт һына.
Һәр еңеүгә доға ҡыла Урал бабай,
Яңылышһаң, бармаҡ ҡаға: “Ярамай улай”.
Доға — шифа. Аңлы Ерҙәр бәхет сәсә,
Әйтерһең дә, тәмле һөтлө күркәм әсә.
Дарман бирә Баймаҡҡа, Илешкә Хоҙай,
Булһын өсөн икеһе лә нәҡ тулған Ай.
Ҡыҫыштылар, йыраҡ булһа ла, ҡулдарын.
Йөрөй-йөрөй алҡын дуҫтар араһында,
Мин күп күрҙем йәшәүҙең аҡ, ҡараһын да.
Был илдәрҙәге халыҡтың йөҙө яҡты,
Хәтерләтә Күк ҡабағы асылған саҡты.
Улар өсөн хеҙмәт, намыҫ, выждан даны —
Хөр йәшәүҙең илтифатлы тәм-ҡаймағы.

Баймаҡ илгә икмәк тапшырыу ярышында яулай беренселекте. Илеш гектарҙан алған центнерҙар һанын ишәйтеү буйынса данлай игенселекте. Икмәк өсөн көрәш — йәшәүҙәге яҡты ҡояш. Хеҙмәттәге уртаҡ илаһилыҡ моң менән дә бер­кетелә. Баймаҡ һәм Илештең йыр, бейеү сәнғәте оҫталары бергәләшеп концерттар ҡуя. Йәштәрҙең дуҫлыҡ гөлө мө­хәббәт булып сәскә ата. Баймаҡ егете Илеш ҡыҙына өйләнә, Илеш ҡыҙы иһә Баймаҡ егетен һайлай. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ һаман дауам итә.
“Баймаҡ — Илеш” китабында яҡтыртылған ваҡиғалар ошо арала телевидение экранында ике мәртәбә күрһәтелде инде. Ике райондың да иген баҫыуҙарындағы эш алҡышы — хеҙмәт тәрбиәһе балҡышы. Ҡыр батырҙарының бер-береһенә ҡарата булған дуҫлыҡ мөнәсәбәте — эстетик тәрбиә шәфәғәте. “Баймаҡ — Илеш мәрхәмәте” тип әйтеүем — кешелеклелек сифаттары ҡиммәте. Быныһы — патриотик тәрбиә йоғонтоһо. Педагогик тәрбиә ҡара яҡтарҙы ағартырға ярҙам итә.
Һуңғы ваҡытта көсәйгән дини тәрбиә, иман ҡайтыу кешелеклелек дәрәжәбеҙҙе тағы ла мәрхәмәтлерәк бәлзәмләһен. Бирһен Хоҙай! Әле Мәҙәниәт йылы хаҡында гәзит сәхи­фәләрендә күп яҙыла. Аллаға шөкөр! Ҡараны аҡ итә белеү — гонаһтарыбыҙҙы күмеү. Мин был һүҙҙәрҙе 90 йәштең алтын асҡысын ҡулыма ҡыҫҡан мәлдә әйтәм. Илдәр дөйөм кешелеклелек ярышына сыҡты. Киләсәктең иманлы балҡышына ышанайыҡ!

Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779