1979 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Баймаҡ — Илеш” тигән китап баҫтырып сығарҙы. Ағиҙелкәйҙең шөһрәтле ағышы шишмәләрҙән хасил булғандай, халҡыбыҙҙағы аң-аҡыл, хис-тойғо тупланмаһы ул. Йәнә күсмә мәғәнәлә әйтһәк, гөлдөң сәскә атыуы фарыз. Сәскә халыҡ йөрәген йәмләй. “Баймаҡ — Илеш” китабы ошо хәҡиҡәтте уйлап яҙылғандыр.
Был етди мәсьәлә тәүҙә партия өлкә комитетында ҡарала, унан һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзында тикшерелә. Әлбиттә, китапта башҡаларға өлгө-үрнәк итеп күрһәтерҙәй хеҙмәт алдынғыларының изге, иманлы, шәфҡәтле эше яҡтыртылырға тейеш. 30 кеше: Баймаҡтан — 15, Илештән — 15. Төҙөүсеһе — мин. Баймаҡта, Илештә кешеләр менән осрашҡас, союз идараһында йәнә фекер алышыу булды. Ҡәләм оҫталарына, үҙҙәренең теләктәрен иҫкә алып, берәр хеҙмәткәр беркетелде. Китаптың беренсе битендә “Республикабыҙҙың бер-береһе менән социалистик ярышҡа сыҡҡан ике районы — Баймаҡ менән Илеш — хаҡында был китап. Яҙыусылар, журналистар үҙҙәренең очерктарында, мәҡәләләрендә һүрәтләмәләрендә, шиғырҙарында ике райондың алдынғы кешеләрен, уларҙың данлы эшен ҙурлай” тип яҙыла. Китап донъя күрҙе. Маҡталды. Юғары баһа алды. Дәртләнеп китеп, икенсеһен дә әҙерләгәйнек, дарманыбыҙ утын шул осорҙағы үҙгәрештәр ямғыры һүндерҙе.
Һуңғы ваҡытта Башҡортостан телевидениеһы “Үткән ғүмер” тигән тапшырыу менән мәшғүл. Әлеге китаптың яҙылыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, Рәйсә Ибраһимова етәкселегендә өс кеше фатирыма килде. Ултырыштыҡ. Һөйләштек. Фекер алыштыҡ. Ошо хаҡта бер шиғыр яҙырға ла ҡушты Рәйсә Ибраһимова. Тыңланым. Яҙҙым. Ни тиһәң дә, шиғырҙа күп мәғәнә аҙ һүҙ менән аңлатыла. Рәйсә туташ мине шуның өсөн шиғриәт баҡсаһына өндәгәндер, бәлки. “Баймаҡ, Илеш мәрхәмәте” тигән шиғырҙы һеҙгә тәҡдим итәм, хөрмәтле уҡыусыларым:
Мин күп йөрөнөм йәшенташтай
йәшерәк саҡта,
Изге Илештә, бай рухлы Баймаҡта.
Уларҙа ла һыҙылып алһыу таңдар ата,
Һуғыш ғазабынан ерҙәр һыҡрап ята.
Ауырлыҡтарға үс иткәндәй даһи халыҡ,
Тәңре-көстән бөйөк илһам, иман алып,
Дарыу тапты Ер-Әсәнең яраһына,
“Ғәйрәт” тигән был дарыуҙан зәхмәт һына.
Һәр еңеүгә доға ҡыла Урал бабай,
Яңылышһаң, бармаҡ ҡаға: “Ярамай улай”.
Доға — шифа. Аңлы Ерҙәр бәхет сәсә,
Әйтерһең дә, тәмле һөтлө күркәм әсә.
Дарман бирә Баймаҡҡа, Илешкә Хоҙай,
Булһын өсөн икеһе лә нәҡ тулған Ай.
Ҡыҫыштылар, йыраҡ булһа ла, ҡулдарын.
Йөрөй-йөрөй алҡын дуҫтар араһында,
Мин күп күрҙем йәшәүҙең аҡ, ҡараһын да.
Был илдәрҙәге халыҡтың йөҙө яҡты,
Хәтерләтә Күк ҡабағы асылған саҡты.
Улар өсөн хеҙмәт, намыҫ, выждан даны —
Хөр йәшәүҙең илтифатлы тәм-ҡаймағы.
Баймаҡ илгә икмәк тапшырыу ярышында яулай беренселекте. Илеш гектарҙан алған центнерҙар һанын ишәйтеү буйынса данлай игенселекте. Икмәк өсөн көрәш — йәшәүҙәге яҡты ҡояш. Хеҙмәттәге уртаҡ илаһилыҡ моң менән дә беркетелә. Баймаҡ һәм Илештең йыр, бейеү сәнғәте оҫталары бергәләшеп концерттар ҡуя. Йәштәрҙең дуҫлыҡ гөлө мөхәббәт булып сәскә ата. Баймаҡ егете Илеш ҡыҙына өйләнә, Илеш ҡыҙы иһә Баймаҡ егетен һайлай. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ һаман дауам итә.
“Баймаҡ — Илеш” китабында яҡтыртылған ваҡиғалар ошо арала телевидение экранында ике мәртәбә күрһәтелде инде. Ике райондың да иген баҫыуҙарындағы эш алҡышы — хеҙмәт тәрбиәһе балҡышы. Ҡыр батырҙарының бер-береһенә ҡарата булған дуҫлыҡ мөнәсәбәте — эстетик тәрбиә шәфәғәте. “Баймаҡ — Илеш мәрхәмәте” тип әйтеүем — кешелеклелек сифаттары ҡиммәте. Быныһы — патриотик тәрбиә йоғонтоһо. Педагогик тәрбиә ҡара яҡтарҙы ағартырға ярҙам итә.
Һуңғы ваҡытта көсәйгән дини тәрбиә, иман ҡайтыу кешелеклелек дәрәжәбеҙҙе тағы ла мәрхәмәтлерәк бәлзәмләһен. Бирһен Хоҙай! Әле Мәҙәниәт йылы хаҡында гәзит сәхифәләрендә күп яҙыла. Аллаға шөкөр! Ҡараны аҡ итә белеү — гонаһтарыбыҙҙы күмеү. Мин был һүҙҙәрҙе 90 йәштең алтын асҡысын ҡулыма ҡыҫҡан мәлдә әйтәм. Илдәр дөйөм кешелеклелек ярышына сыҡты. Киләсәктең иманлы балҡышына ышанайыҡ!
Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.