Уҙған быуаттың 40-сы, 50-се йылдарында оҫта баянсылар Таһир Кәримов менән Әлфәрит Солтанов дәртләнеп ижад итте. Оло быуын вәкилдәре хәтерләйҙер: уларға алмашҡа Фәнил Ишморатов менән Редик Фәсхетдинов килде. Был күренеш моң сәнғәтен үҫтереүҙә һиҙелерлек аҙым булды. Атаҡлы баянсыбыҙ Редик Әхмәт улы Фәсхетдиновты хәҙер кем генә белмәй икән? Уның уйнауы үҙе бер оркестрҙы хәтерләтә.
Моңло артистарҙы, музыканттарҙы беҙгә һәр ваҡыт ауыл бирҙе. Баймаҡ районының Темәс ауылында донъяға килгән Редик. Бер ғаиләлә тыуып үҫкән ике ир сәнғәт юлын һайлаған: Әхәт – бейеүсе-хореограф, Редик – гармунсы. Замандаштарының әйтеүенсә, Редиктың үҙенсәлекле шәхес булыры шул ваҡытта уҡ шәйләнә. Ҙур ауылда берҙән-бер гармунсы булып дан ҡаҙанған ул. Йәштәрҙең киске уйындарында сиҙәм ҡарайғансы бейегәндәре әле лә иҫендә Редиктың. Бына ҡайҙа ул дәрт, тормошҡа мөхәббәт, йәшәүҙең ләззәтле миҙгелдәре!
Бала сағынан баянсы булам тип хыяллана егет. Абруйлы музыканттар Әлфәрит Солтанов, Бәхти Ғайсин ижадына ғашиҡ булып йәшәү 1959 йылда Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлегенә алып килә уны. Студент сағында уҡ Редик гастролдәргә йөрөй, ҡайҙа барһа ла хөрмәт итәләр. Үҙенең беренсе концертын бөгөнгөләй хәтерләй. 1961 йылдың 5 авгусында Мәскәүҙә үткән Башҡортостан сәнғәте көндәрендә ҡатнашырға насип була уға. Шунан алып ғүмер юлының 53 йылын яҡын дуҫы, кәңәшсеһе – баяны – менән үтә. Училищены тамамлағанда композитор Николай Чайкиндың “Оркестр оҙатыуында баян өсөн концерт”ын башҡара. Уның имтихан емешен махсус таҫмаға яҙҙырып алалар. Егет, уҡыуын дауам итергә теләп, Мәскәүгә, консерваторияға бара. Тормошта тәҡдир тигән төшөнсә хөкөмдар бит – баш ҡалала ғәжәйеп шәхес Фәйзи Ғәскәров менән осраша.
– Ул ифрат көслө рухлы кеше ине. Һинең консерваторияң – ауыл сәхнәһендә, тип ҡырт киҫте, мине кире Өфөгә алып ҡайтып китте уҙаман, – тип хәтерләй Редик. – Яҡшы көй бейей белмәгәндәрҙе бейергә мәжбүр итергә тейеш, тип әйтә торғайны Фәйзи ағай.
Яҙмыштыр инде, Мәскәү урамында ике яҡташтың осрашыуы ғүмерлек ижади дуҫлыҡҡа әйләнә. Был дәүер халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сәскә атҡан йылдары тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ер шарын иңләп, дан ҡаҙана коллектив. Бигерәк тә шәреҡ илдәрендә йылы ҡабул итәләр уларҙы.
Көньяҡ Америка, Азия, Африка, Афғанстан, Иран, Пакистан, Урта Азия халыҡтарын башҡорт иленең мәҙәниәте менән таныштырып йөрөй Темәс егете.
– Экваторҙы нисә тапҡыр киҫеп осҡанмындыр, үҙем дә хәтерләмәйем. Самолетта экватор аша үткәндә махсус сувенир тапшыралар ине, шуларҙы һанап белмәһәк инде? – тип шаярта музыкант.
Редик Әхмәт улы уйнағанда һәр йырсы үҙен ышаныслы тоя. Мәскәүҙә, Афғанстанда халҡыбыҙҙың бөйөк йырсыһы Мәғәфүр Хисмәтуллинға Заһир Исмәғилевтең “Салауат арияһы”н баян моңона ҡушылып йырларға ярҙам итә. Ғөмүмән, башҡарыу оҫталығы менән моңдоң сихри көсөн халыҡҡа еткерә алды. Был ижад йырсыларҙың иғтибарын үҙенә тартты. Флүрә Килдейәрова, Венер Мостафин, Райман Ишбаев, Харис Шәриповтар Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәренән лауреат булып ҡайтты. Редик Фәсхетдинов уларҙың аккомпаниаторы ине. Ул концерттың башынан аҙағынаса артистарҙы ла, тамашасыларҙы ла дәртләндереп тора.
Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Редик Әхмәт улы Фәсхетдинов – бик бәхетле кеше. Хоҙай уға мәшһүр йырсыларыбыҙ Илфаҡ Смаков, Радик Гәрәев, Рамаҙан Йәнбәковтар менән бергә эшләү, нурлы ижад ғүмере биргән. Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Хәдифән Сәрүәров, Хәлит Фәтихов, Әлфәрит Солтанов, Бәхти Ғайсин, Йәүҙәт Моратов һәм Риф Вәлиевтәр Редиктың фекерҙәштәре, дуҫтары булып ҡалған. Сәхнә ветераны уларҙың хеҙмәте һәм ижады тураһында бары йылы хистәр генә һаҡлай.
Сәхнә ул – бөйөк урын. Бөртөкләп таралған сәсең дә, кейгән кейемең дә, кәйефең дә, башҡарыу оҫталығың да тейешле бейеклектә булһын. Моң ул тәмле ризыҡ шикелле. Әллә яҡшы китап менән сағыштырайыҡмы? Ул китаптың һәр бите, һәр һөйләме тәрән мәғәнәле булырға тейеш. Шул ваҡытта уңыш булыр. Редик Әхмәт улы үҙенә бик талапсан ҡарай. Ғәҙәтенә кергән. Концерттан бер сәғәт алда үҙен һәм йырсыны тамашасы менән осрашыуға әҙерләй. Буласаҡ тамашаны энәһенән-ебенә тиклем күҙ уңынан үткәрә.
– Рөстәм Яхин, Александр Ключарев, Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов – яратҡан композиторҙарым. Ижади ғүмеремдең 12 йылы беҙҙең ғәскәрҙәр хеҙмәт иткән Монголияла, Ҡытайҙа концерт бригадалары менән сығыш яһап үтте. Сит ерҙәрҙә үҙебеҙҙең ил егеттәрен күреп, уларҙың хеҙмәтен бер аҙ булһа ла еңеләйтергә тырышып йөрөнөк. Бына ҡайҙа тыуған төйәк, ер-һыу, ғаилә һәм бала саҡ иҫкә төшә, күңел һыҙлай. Йәшәйештең мәғәнәһен бөтөнләй икенсе нәмәнән эҙләйһең, бында йырыбыҙ, моңобоҙ, телебеҙ, илебеҙ ҡәҙерле, – ти Редик ағай, үткәндәрҙе хәтер янсығынан барлап.
Редик Фәсхетдиновтан халыҡсан тел, еңелсә юмор, лиризм, йылылык бөркөлөп тора, бәлки, шул сифаттары меңдәрсә тамашасының күңелен яулайҙыр. Уның ҡабатланмаҫ шәхес, бер нисә музыка ҡоралында уйнаусы, урғып торған моң шишмәһе булыуына иң ҡыуанған кеше – тормош сәскәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнур ханым. Үҙе лә сәнғәт кешеһе. Редиктың бер алдына, бер артына төшөп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, эшкә оҙатыуында ла күп йылдар һыналған мөхәббәт һәм ихтирам хисе тойола.
Үткәндәр менән генә йәшәп булмай. Редик Фәсхетдинов ҙур концерттарҙа, бәйгеләрҙә әле лә ҡатнаша. Күңеле йәш уның. Күптән түгел Өфө сәнғәт училищеһы үткәргән “Ниндәй йыр ул баянһыҙ” (“Какая песня без баяна”) исемле республика аккомпаниаторҙар бәйгеһендә Владимир Суханов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов менән төп бүләккә – “Алтын кубок”ка – лайыҡ булды. Ветерандың бармаҡтары көслө, хистәре ташып тора, үҙе алға төбәлгән уй-хыялдар менән йәшәй.
– Көн дә иртән уянғас, уйланып ятам, – ти Редик ағай. – Ябай булмаған, ауырлыҡтар, ҡатмарлыҡтар менән тулы ғүмер үтелде. Тормош матур! Яңы быуын нығып, аяғына баҫа. Быйыл ейәнсәрем Элина Мәскәүҙә П. Чайковский исемендәге консерваторияның виолончель бүлеген тамамлай. Халыҡ-ара бәйгелә Гран-при яулап өлгөрҙө. Рәхәтләнеп, донъяның йәмен, тәмен белеп йәшәйек әле.