Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарманлыҡ — халыҡ йөрәгендә
Ҡаһарманлыҡ — халыҡ йөрәгендә
Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамам­ланыуға 70 йыл тулып килә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт үткән, әммә халыҡ дәһшәтле йылдарҙы хәте­ренән сығармай. Тәндәге йәрәхәт­тәр ҙә, күңел яралары ла һа­ман һыҙлай. Өҫтә­үенә донъя­ның төрлө тара­фындағы шарт­лау­ҙар, дары еҫе һуғыштың выжданһыҙ ғәрәсәтен иҫкә төшөрөп кенә тора.


Был һуғышта илебеҙҙе һаҡлап ҡан ҡойғандар бөгөн донъяла бар­маҡ менән генә һанарлыҡ, тип әй­тергә мөмкин. Ләкин батырлыҡ оно­толмай, ул киләһе быуындар кү­ңелендә лә ныҡлы урын алырға тейеш.
Быйыл 17 ноябрҙә 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы ойош­торо­лоуға 70 йыл тула. Ошо уңай­ҙан Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов урыҫ телендә яҙылған “Несокрушимая и легендарная 112-я” тигән китап сығарҙы. Дивизияның данлы һәм ҡанлы юлы хаҡында киң мәғлүмәт, Укра­инаның өлкән быуын кешелә­ренең рәхмәт һүҙҙәре, фотоһүрәт­тәр урын алған ҙур эш һоҡланыуға лайыҡ. Миңлеғәле Шайморатовтың легендар командир булғанлығы йәнә бер иҫбатлана унда. Автор­ҙарҙың әйте­үенсә, ҡаһармандың ил алдындағы хеҙмәте артабан да өйрәнелергә тейеш. “Был инде тарих­сыларҙың, йәш­тәрҙең на­мыҫың­да”, — ти улар.
Яңы китаптың Баш­ҡор­тостан тарихын өй­рә­­неүҙә, йәш быуын кү­­ңе­­лендә илһөйәрлек тәр­биәләүҙә өлөшө баһа­лап бөткөһөҙ буласаҡ. Уны төҙөүгә, ха­лыҡҡа еткереүгә өлгәш­кән Борис Малородов менән На­ил Шәйәх­мәтов­ҡа ҙур рәхмәт! Шул уҡ ва­ҡытта киләсәктә диви­зияның барлыҡ яу­гир­ҙә­ренең батырлыҡ­тары са­ғыл­­дырылырына, хеҙмәт башҡорт телендә лә нәшер ителеренә ышаныс бар.
112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы музейында китаптың исем туйы уҙғарылды. Унда был хеҙмәттә мәҡә­ләләре менән сығыш яһаған про­фессорҙар Р. Зинуров, В. Са­фин, БДУ-ның тарих факультетынан Н. Ҡал­мантаев, Миәкә районы хакимиәте етәкселеге, күренекле ҡәләм оҫта­лары, уҡытыусылар, йәш быуын, Дим районы халҡы ҡат­нашты. Музейҙың етәксеһе Илүзә Ғәйнуллина сараны фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторҙо.
Данлы дивизияға етәкселек иткән ҡыйыу, тәрән белемле, оҫта етәк­сегә Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллап, 700 меңгә яҡын ҡултамға йыйылып та, был эштең тормошҡа ашырылмауы халыҡта күп һорау тыуҙыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779