Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулып килә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт үткән, әммә халыҡ дәһшәтле йылдарҙы хәтеренән сығармай. Тәндәге йәрәхәттәр ҙә, күңел яралары ла һаман һыҙлай. Өҫтәүенә донъяның төрлө тарафындағы шартлауҙар, дары еҫе һуғыштың выжданһыҙ ғәрәсәтен иҫкә төшөрөп кенә тора.
Был һуғышта илебеҙҙе һаҡлап ҡан ҡойғандар бөгөн донъяла бармаҡ менән генә һанарлыҡ, тип әйтергә мөмкин. Ләкин батырлыҡ онотолмай, ул киләһе быуындар күңелендә лә ныҡлы урын алырға тейеш.
Быйыл 17 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 70 йыл тула. Ошо уңайҙан Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов урыҫ телендә яҙылған “Несокрушимая и легендарная 112-я” тигән китап сығарҙы. Дивизияның данлы һәм ҡанлы юлы хаҡында киң мәғлүмәт, Украинаның өлкән быуын кешеләренең рәхмәт һүҙҙәре, фотоһүрәттәр урын алған ҙур эш һоҡланыуға лайыҡ. Миңлеғәле Шайморатовтың легендар командир булғанлығы йәнә бер иҫбатлана унда. Авторҙарҙың әйтеүенсә, ҡаһармандың ил алдындағы хеҙмәте артабан да өйрәнелергә тейеш. “Был инде тарихсыларҙың, йәштәрҙең намыҫыңда”, — ти улар.
Яңы китаптың Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙә, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ буласаҡ. Уны төҙөүгә, халыҡҡа еткереүгә өлгәшкән Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтовҡа ҙур рәхмәт! Шул уҡ ваҡытта киләсәктә дивизияның барлыҡ яугирҙәренең батырлыҡтары сағылдырылырына, хеҙмәт башҡорт телендә лә нәшер ителеренә ышаныс бар.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында китаптың исем туйы уҙғарылды. Унда был хеҙмәттә мәҡәләләре менән сығыш яһаған профессорҙар Р. Зинуров, В. Сафин, БДУ-ның тарих факультетынан Н. Ҡалмантаев, Миәкә районы хакимиәте етәкселеге, күренекле ҡәләм оҫталары, уҡытыусылар, йәш быуын, Дим районы халҡы ҡатнашты. Музейҙың етәксеһе Илүзә Ғәйнуллина сараны фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторҙо.
Данлы дивизияға етәкселек иткән ҡыйыу, тәрән белемле, оҫта етәксегә Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллап, 700 меңгә яҡын ҡултамға йыйылып та, был эштең тормошҡа ашырылмауы халыҡта күп һорау тыуҙыра.