Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң ҡанаты – “Аманат”
Моң ҡанаты – “Аманат”
1989 йылда, ҡапыл ҡалҡҡан йәйғорҙай балҡып, тәрән мәғәнәле «Аманат» исеме менән республикабыҙ тарихында беренсе тапҡыр ғәййәр башҡорт егеттәренән торған ансамбль барлыҡҡа килде. Уның ойоштороусыһы, етәксеһе – Өфөнөң 20-се мәктәбен тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡып йөрөгән Илдар Айрат улы Ғафаров. Ошо уҡ факультетта белем алған, шулай уҡ 20-се мәктәпте бөткән бер туған ҡустыһы Алмас әрменән ҡайтҡас, Илдар уға музыкаль төркөм төҙөргә ниәтен әйтеп кәңәшләшә. Алмас риза була. Төркөмгә өсөнсө ағза итеп Өфө сәнғәт училищеһының музыка теорияһы бүлеге студенты, яҡын дуҫтары Урал Мираҫ улы Иҙелбаевты йәлеп итәләр. Шулай итеп, өс кешенән торған төркөм, музыка ҡоралдарын йүнләп, алдан репертуарын төҫмөрләп, концерттар әҙерләй башлай. Төркөмдө «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге үҙ ҡанаты аҫтына ала.

Әлбиттә, сәхнәлә халыҡ алдында сығыш яһауҙың, концерттарҙың йөкмәткеһе һәм сифатының ни тиклем яуаплылыҡ талап иткәнен егеттәр ныҡ аңлап эшләй. Шуға ла концерттарының һәр номеры ныҡыш­малылыҡ менән әҙерләнә, көйҙәр “иләк аша” һайлана. Шулай уҡ милли кейемдәрҙең күркәм булыуына, уйын ҡоралдарының матурлығына ла тейешенсә иғтибар бүленә.
«Аманат»тың тәүге сығыштарының береһе тураһында 1990 йылда «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләлә былай тип яҙылғайны: «…Көй тынды. Залда шылт иткән тауыш юҡ. «Ян­дыҡ шикелле… тәүге сығыштан уҡ», – тигән уй Алмастың мейеһен ярып үтте. Урал ҡараштарын бөтөнләй аяҡ аҫтына төбәгән. Тик Илдар ғына өмөтөн өҙмәне, ғорур йылмайып, тамашасыларҙың хөкөмөн көттө. Эйе, был тынлыҡ… еңеү ине! Йөрәктәрҙе тет­рән­дергән моңдан айный алмай, зал шулай өнһөҙ ҡалғайны. Күптәрҙең күҙҙәренә йәш эркелде. Башта әкрен генә, аҙаҡ, ярһығандан-ярһый барып, алҡыштар яңғыраны: «Һай, афарин! Бар икән дә башҡорттоң аҫыл егеттәре!»
Ансамблдең репертуары халыҡ йырҙа­ры­нан ғына тормай. Егеттәр үҙебеҙҙең әҙип­тәрҙең шиғырҙарына, шулай уҡ үҙҙәре яҙған һүҙҙәргә, бәләкәйҙән ишетеп үҫкән халыҡ йырҙарына таянып көйҙәр ижад итә. Мәҫәлән, Илдар Ғафаровтың «Аманат» («Ата-бабалар ораны») көйө, Урал Иҙелбаевтың «Яугирҙәр» тигән әҫәре хаҡында гәзиттә “профессиональ кимәлдә ижад ителгән көйҙәр” тип яҙҙылар. Алмас Ғафаровтың «Һай, Уралым» йыры сәхнәгә сыҡҡандан алып һаман бәҫен юғалтмай. Илдар Ғафаровтың «Хыялдарым», «Бала саҡ еле», «Ильяс улым» тигән йырҙары үҙе башҡарыуында телевидениенан әле лә яңғырай. Тәүге концерттарҙа Илдарҙың тантаналы стилдә яҙылған бик көслө музыкаль әҫәре уйнала торғайны. Уны күренекле композитор Рим Хәсәнов ваҡытында юғары баһаланы.
«Аманат» егеттәре һис тынғы белмәй эш­ләй, яңынан-яңы йырҙар менән сығыш яһай. Төркөм дә тулылана бара. Уларға барабансы Ренат Ҡәҙимов ҡушыла. Ансамблдең йөҙөк ҡашы булып ҡурайсы Роберт Юлдашев килә. «Аманат» синтез-төркөм тип атала башлай. Бейеүсе Ләйсән Яҡшыдәүләтова менән йыр­сы Сәйҙә Ильясованың айырым кон­церттарҙа ҡатнашыуы ла йәм өҫтөнә йәм өҫтәй.
Биш кешенән торған «Аманат» синтез-төркөмө Башҡортостандың район һәм ҡала­ла­рына гастролгә сыға башлай. «Йыр-моң аша йәштәрҙе халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланып килгән рухи байлығына ылыҡ­тырыуҙы үҙебеҙҙең бурыс тип һанайбыҙ», – ти төркөм етәксеһе Илдар Ғафаров.
1990 йылдың 13 февралендә «Аманат» Сибай ҡалаһында (Илдар менән Алмас Ғафа­ровтарҙың, Урал Иҙелбаевтың тыуған ҡалаһы) Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында сығыш яһай. Репертуарҙа – баш­ҡорт халыҡ көйҙәре, егеттәрҙең яңы йырҙары һәм рок-композициялар. Концерт шаулап үтә.
Синтез-төркөм – Йылайырҙа. Был район­дың республикала киң билдәле йырсыһы Зәбихулла Ҡашҡаров «Ама­нат»тың концерты тураһында «Йәшлек» гәзитендә былай тип яҙҙы: «Аманат» вокаль-инструменталь ансамбле яңыраҡ «Башҡорт» совхозының үҙәге Матрай ауылында сығыш яһап, лекция тың­латып (лекцияларҙы тарих фәндәре докто­ры Марат Ҡолшәрипов һөйләй), оло кинә­нес тыуҙырып китте… Шатлыҡ ҡатыш аптырала: 18 йәшлек ҡу­райсы Роберт Юлдашев, ҡала балаһы, заманса тәрбиә алған егет, ошондай һәйбәт уйнау маһирлығына ҡасан эйә булды икән? Ағалы-ҡустылы Илдар менән Алмас Ғафаровтар – торғаны музыкаль йәндәр: көй яҙалар, үҙҙәре уйнай, йырлай. Коллективтың өс кешеһе – һәүәҫкәр композитор. Шәп бит егеттәр! Быға тиклем «Башҡорт музыкаль фольклорын хәҙер­ге вокаль-инструменталь ансамблдәр­ҙә уйнап булмай» тигән фекер йөрөнө, ә «Аманат» бындай уйҙырманы юҡҡа сығара… Миңә ҡалһа, БДУ уҡытыусыһы Ҡолшәриповтың лекцияһына, уның юлдаштары – «Аманат» ағзаларының илаһи моңло, үҙенсәлекле концертына, “афарин” тип, «бишле» баһаһы ҡуям!»
Ансамбль ошо уҡ райондың Юлдыбай, Ҡашҡар, Һынташ, Япарһаҙ, Һултантимер, Яманһаҙ, Һабыр ауылдарында сығыш яһап, халыҡты кинәндерә. «Уларҙың ихлас һәм ҙур зауыҡ менән башҡарған башҡорт көйҙәрен һәм йырҙарын йыйылыусылар ләззәтләнеп тың­ланы. Сәхнәгә ҡат-ҡат саҡырып сығар­ҙылар һәм рәхмәттәрен әйттеләр», – тип яҙҙы Фәрит Рәмов «Совет Башҡортостаны» гәзитендә.
1990 йылдың март аҙағында Өфөлә БДУ бинаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 3-сө республика олимпиадаһы булып үтә. Унда ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырып, «Аманат» синтез-төркөмө БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге менән берлектә ҙур әҙәби-музыкаль кисә ойоштора.
Ошо уҡ көндәрҙә баш ҡалала БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 71 йыл тулыуға арналған байрам уҙғарыла. «Дуҫлыҡ фестивале»н Башҡорт дәүләт университеты коллективы «Минең Башҡортостаным» тигән концерт менән асып ебәрә. Кисә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурс лауреаты Роберт Юл­да­шевтың ҡурай моңо оҙатыуында бара. «Аманат» ансамбле киң йөкмәткеле программа менән сығыш яһай. Журналист Н. Дилмө­хәмәтова, концертты ҡарап ултырып, профессор Әхмәт Сөләймәновҡа ошондай һорау бирә: «Бөтә кисә буйына сәхнәлә «Аманат» синтез-төркөмө булды. Уның програм­маһы тураһында нимә әйтер инегеҙ?» «Ансамблдең музыкаһы – ул традицион моңдарҙың яңы көйҙәр менән, халыҡ ижадының хәҙерге заман йырҙары менән синтезы. Иң мөһиме – халыҡ көйҙәре традицияһын һаҡлап, уларҙы хәҙерге йәш­тәр ҡабул итерлек итеп биреүҙәре», – ти абруйлы ғалим.
Шулай, яңы ғына ойошторолоуына ҡара­маҫ­тан, «Аманат» тиҙ арала йәштәрҙең яратҡан ансамбле булып китә.
Баш ҡалабыҙҙың “Нефтсе” мәҙәниәт һа­ра­йы «Аманат»тың төйәге булды. 1990 йылдың 6 майында бында синтез-төркөм тағы шаулатып концерт бирә. Клавишалы уйын ҡорал­дары һәм электрон гитаралар менән ҡурай бергә ҡушылып, башҡорт көйҙәре башҡарыла. Башҡорт көйҙәре генәме ни?! «Катюша»ны ла, «Ламбада»ны ла уйнап, егеттәр тамашасыны тамам әсир итә.
«Аманат»тың репертуары күп яҡлы һәм бай. Боронғо башҡорт халыҡ көйҙәрен һәм бөгөнгө эстрада әҫәрҙәрен эшкәртеүҙәренә лә, үҙҙәре ижад иткән музыкаль композициялар һәм йырҙарына ла яңыса фекерләү хас», – тип яҙҙы Гөлфиә Иҙелбаева «Йәшлек» гәзитендә.
«Аманат», бер матди ярҙам алмайынса, егеттәрҙең, бигерәк тә етәксеһе Илдар Ғафа­ровтың рухлылығы һәм энтузиазмы арҡаһын­да эшләй. Был турала Зәбихулла Ҡашҡаров ағай ҙа үрҙә әйтелгән мәҡәләһендә: «Ниңә «Аманат» концерттарын бушлай ҡуя? Был ҡәҙерле кешеләр – студенттар бит. Дәрт­ләндерергә кәрәк ине үҙҙәрен», – тип яҙғайны.
Әйтергә кәрәк, «Аманат»ҡа рухи ярҙамды иң беренсе БДУ-ның ул ваҡыттағы ректоры Рәғиб Насретдин улы Ғимаев күрһәтә: егеттәрҙең эше менән ҡыҙыҡһынып, рухландырып тора, университеттан бер бүлмә бирә.
1990 йылдың авгусында «Аманат» Баймаҡ районына сыға. Йомашта, Темәстә, Билалда, Мерәҫтә, Баймаҡ ҡалаһында егеттәр яҡташ­тарын таң ҡалдырырлыҡ концерттар ҡуя. «Төркөмдөң бөтә сығыштары шундай хис-тойғолар менән үтә, хатта уларҙы яҙып аңлатыуы ауыр, йәшенә лә, социаль хәленә лә ҡарамаҫтан, кешеләр йыш ҡына уларҙан илап сыға», – тип яҙҙы Ш. Йәнбухтин.
1990 йылдың 20 октябрендә Өфөнөң “Нефт­се” мәҙәниәт һарайында башҡорт мат­бу­ғаты кисәһе була. Бында ла «Аманат» уңыш­лы сығыш яһай һәм «Совет Башҡорт­останы» гәзитенә йыллыҡ подписка менән бүләкләнә.
Ошо уҡ йылдың октябрь айында Өфөлә автономиялы республикалар, өлкәләр һәм милли округтар кимәлендә совет эстрадаһы йырҙарын башҡарыусыларҙың I Бөтә Рәсәй «Ағиҙел – 90» конкурсы үткәрелә. «Аманат» лауреат исемен яулай. «Призлы урындарға өмөт итмәгәйнек тә, – ти Илдар Ғафаров. – Беҙҙең өсөн Рәсәйҙәге башҡа ансамблдәрҙең сығыштарын тыңлап, уйнау кимәлен сағышты­рыу, бер-беребеҙ менән яҡындан танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөһим ине. Әл­биттә, Рә­сәй күләмендәге конкурста ҡатнашып, призлы урын алыу – беҙҙең өсөн шатлыҡ һәм килә­сәккә оло талап та». Бына шулай, сығыш­тарҙың сифатын һаман күтәрә барыу ниәтенән үҙҙәренә ҡаты талап ҡуйып эшләй аманаттар.
“Ансамблде яратыусылар күбәйгәндән-күбәйә бара. Әллә ни күңелгә ятышлы бул­маған көйҙәрҙе лә, сағыу музыкаль биҙәктәр өҫтәп, тамашасы йөрәгенә үтеп инерлек итеп башҡара белә улар. Боронғо башҡорт йыр­ҙарын да заманса яңғыратып, көйҙәрҙең яңы сифаттарын асалар», – ти БДУ-ның ул ваҡыттағы тарих факультеты студенты Фәнил Сафин.
Әҙерәк булһа ла, ансамблгә ярҙам итеүсе­ләр ҙә табыла. Мәҫәлән, «Дуҫтар» ан­самбле­нән Рәмил Медяров, Ҡырмыҫҡалы ра­йо­нын­дағы «Ағиҙел» колхозының ул ваҡыт­та­ғы рәйесе Ю. Садиҡов, Башҡортостан те­ле­видениеһынан С. Килдин бар хәленсә эс­кер­һеҙ ярҙам күрһәтә.
«Аманат» киләсәккә матур пландар ҡора, үҙаллы музыка студияһы асырға өмөтләнә. Илдар Ғафаров, көнөн төнгә ялғап, йәне-тәне менән бирелеп эшләй. Күп көс һәм сығымдар менән үҙҙәренә бирелгән бүлмәлә тауыш яҙыу студияһы булдыра. Тауыш режиссерҙары эшен башҡарған егеттәр ике сменаға бүленеп эшләй. Айына 100-ләп фонограмма сығарыла. Йырсылар, компакт-дисктағы яҙмаларын алып, телевидениеға, радиоға бара, улар буйынса тапшырыуҙар ойошторола.
”Аманат” студияһы Башҡортостан мәҙәниәт тарихында беренсе булып башҡорт аудиокассеталарын сығара башлай. Төрлө йырсы­ларҙың ижады магнитлы таҫмаға яҙҙырыла. Шунда уҡ кассеталарҙы ишәйтеп, республи­каға һәм башҡа өлкәләргә тараталар. Беренсе тапҡыр мәшһүр ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков башҡарған көйҙәрҙең яҙмалары эшләнә. Балалар өсөн «Тамыр» асҡан исемдәр» тигән бик һәйбәт йөкмәткеле аудиоальбом сығарыла, уны балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң ҡулла­налар. Шулай уҡ бөйөк йырсыларыбыҙ Мә­ғә­фүр Хисмәтуллин, Иншар Солтанбаев, Абдулла Солтанов, Фәриҙә Ҡудашева, Флүрә Килдейәрова, Рамаҙан Йәнбәков башҡарған йырҙар «Башҡорт халыҡ йырҙары» тигән кассетаға тупланған.
Кассеталарҙың төрө 60-тан ашыу булып китә. Илдар Ғафаров, яҙыу студияһын дәүләт ҡарамағына күсереү тураһында рәсми хаттар яҙып, юғары органдарға мөрәжәғәт итә, сөнки сығымдар күп. Әммә был ниәт тормошҡа ашмай. Ниндәй генә ҡытыршылыҡтар, ҡаршы­лыҡ­тар осрамаһын, «Аманат» етәксеһе Илдар, «идеялар генераторы», йәш йырсыларҙы һәм яңы барлыҡҡа килә башлаған төркөмдәрҙе аяҡҡа нығыраҡ баҫтырыу өсөн «Йондоҙҙар фабрикаһы» ғәмәлен башҡарыусы студия булдыра. Уның аранжировкалаусылары, тауыш режиссерҙары йәш, тәжрибәһеҙ йырсыларға, музыканттарға, төркөмдәргә, патриотик тойғо менән рухланып, түләүһеҙ ярҙам итә. Маҡсат шул: йәш башҡарыусыларҙы тейешле кимәлгә еткерергә. Йыл һайын үткәрелгән «Аманат» дуҫтарын йыя» тигән фестиваль йәш башҡа­рыусыларҙы туплау буйынса хәл иткес сараға әйләнә.
Мәҫәлән, 1995 йылдың мартында үткә­рел­гән форумда йырсылар Лилиә Рәсүлева, Сәйҙә Ильясова, Светлана Хәкимова, Зөһрә Усманова, Салауат Низаметдинов, Рәзилә Барлыбаева, Илдар Ғафаров, Рита Арыҫланова, «Ант», «Сибай», «Сая», «Башҡортостан» төр­көмдәре сығыш яһай. Тамашасылар һәр йырсыны, сәскә бәйләмдәре менән тәбрикләп, алҡыштар менән оҙатты.
Бына шулай эшһөйәр, илһөйәр егет Илдар Ғафаров етәкселегендәге «Аманат» синтез-төркөмө һәм студияһы, үҙҙәренә бер нәмә та­лап итмәйенсә, баһалап бөткөһөҙ эш баш­ҡарҙы.
Республикабыҙ етәкселеге егеттәрҙең хеҙмәтен күрмәй ҡалманы: 1999 йылда милли музыка мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге эше, йәштәр өсөн күмәк тамаша саралары ойош­торған, Башҡортостанда фольклорҙы, профессиональ һәм үҙешмәкәр ижадты по­пу­ляр­- лаштырғаны өсөн «Аманат» студияһы егеттәренә (Илдар Ғафаров, Алмас Ғафаров, Рәмил Ихсанов, Руслан Ниғмәтов, Юлдаш Ураҡсин) Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы бирелде.
Дан мәңгелек була алһа ла, бер эш тә мәңгелек түгел. «Аманат» та, ҙур ағай булып өлгөрөп, «балаларын башҡа сығара». Алмас Ғафаров, «Ант» исемле ансамбль төҙөп, «Аманат» студияһы эргәһендә эшләй башлай, хәҙер инде ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ә «Ант» – илебеҙгә билдәле ансамбль.
Урал Иҙелбаев, «Аҡйондоҙ» төркөмөн төҙөп, уны етәкләне, хәҙер – танылған композитор. Әйткәндәй, уның ижад кисәһендә «Аманат» синтез-төркөмө, ҡайтанан йыйылып, сәхнәгә сыҡты. Тамашасылар үҙенең яратҡан ансамблен көслө ҡул сабыуҙар менән ҡар­шыланы. Алмас Ғафаровтың «Ай, Уралым» йырын күмәкләп башҡарыуҙары, әйтерһең, шанлы 90-сы йылдарға алып ҡайтты. Халыҡ «Аманат»ты оҙаҡ ҡул сабыуҙар һәм сәскәләр менән оҙатып, уны һаман яратыуын һәм һағыныуын күрһәтте.
Роберт Юлдашев уҡыуын дауам итте. Ул хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, донъяла мәшһүр ҡурайсы булып танылды. Ә Илдар Ғафаров, «Аманат» студияһында ҡалып, республикабыҙ мәҙәниәтенә ижади хеҙмәтен дауам итә.
Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙа «Аманат» өлгөһөндә эшләгән музыкаль төркөмдәр күп. Тимәк, «Аманат» ҡалдырған аманат, йәғни йыр-моңдо һаҡларға һәм үҫтерергә тигән йүнәлеш, хәҙерге йәштәр тарафынан, шөкөр, дауам иттерелә. Ошолай барһа, йыр-моң сәнғәтебеҙҙең ярҙары һаман киңәйер, сәхнә­ләрҙә йәштәребеҙ ижады йәйғор һымаҡ балҡыр.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781