1989 йылда, ҡапыл ҡалҡҡан йәйғорҙай балҡып, тәрән мәғәнәле «Аманат» исеме менән республикабыҙ тарихында беренсе тапҡыр ғәййәр башҡорт егеттәренән торған ансамбль барлыҡҡа килде. Уның ойоштороусыһы, етәксеһе – Өфөнөң 20-се мәктәбен тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡып йөрөгән Илдар Айрат улы Ғафаров. Ошо уҡ факультетта белем алған, шулай уҡ 20-се мәктәпте бөткән бер туған ҡустыһы Алмас әрменән ҡайтҡас, Илдар уға музыкаль төркөм төҙөргә ниәтен әйтеп кәңәшләшә. Алмас риза була. Төркөмгә өсөнсө ағза итеп Өфө сәнғәт училищеһының музыка теорияһы бүлеге студенты, яҡын дуҫтары Урал Мираҫ улы Иҙелбаевты йәлеп итәләр. Шулай итеп, өс кешенән торған төркөм, музыка ҡоралдарын йүнләп, алдан репертуарын төҫмөрләп, концерттар әҙерләй башлай. Төркөмдө «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге үҙ ҡанаты аҫтына ала.
Әлбиттә, сәхнәлә халыҡ алдында сығыш яһауҙың, концерттарҙың йөкмәткеһе һәм сифатының ни тиклем яуаплылыҡ талап иткәнен егеттәр ныҡ аңлап эшләй. Шуға ла концерттарының һәр номеры ныҡышмалылыҡ менән әҙерләнә, көйҙәр “иләк аша” һайлана. Шулай уҡ милли кейемдәрҙең күркәм булыуына, уйын ҡоралдарының матурлығына ла тейешенсә иғтибар бүленә.
«Аманат»тың тәүге сығыштарының береһе тураһында 1990 йылда «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләлә былай тип яҙылғайны: «…Көй тынды. Залда шылт иткән тауыш юҡ. «Яндыҡ шикелле… тәүге сығыштан уҡ», – тигән уй Алмастың мейеһен ярып үтте. Урал ҡараштарын бөтөнләй аяҡ аҫтына төбәгән. Тик Илдар ғына өмөтөн өҙмәне, ғорур йылмайып, тамашасыларҙың хөкөмөн көттө. Эйе, был тынлыҡ… еңеү ине! Йөрәктәрҙе тетрәндергән моңдан айный алмай, зал шулай өнһөҙ ҡалғайны. Күптәрҙең күҙҙәренә йәш эркелде. Башта әкрен генә, аҙаҡ, ярһығандан-ярһый барып, алҡыштар яңғыраны: «Һай, афарин! Бар икән дә башҡорттоң аҫыл егеттәре!»
Ансамблдең репертуары халыҡ йырҙарынан ғына тормай. Егеттәр үҙебеҙҙең әҙиптәрҙең шиғырҙарына, шулай уҡ үҙҙәре яҙған һүҙҙәргә, бәләкәйҙән ишетеп үҫкән халыҡ йырҙарына таянып көйҙәр ижад итә. Мәҫәлән, Илдар Ғафаровтың «Аманат» («Ата-бабалар ораны») көйө, Урал Иҙелбаевтың «Яугирҙәр» тигән әҫәре хаҡында гәзиттә “профессиональ кимәлдә ижад ителгән көйҙәр” тип яҙҙылар. Алмас Ғафаровтың «Һай, Уралым» йыры сәхнәгә сыҡҡандан алып һаман бәҫен юғалтмай. Илдар Ғафаровтың «Хыялдарым», «Бала саҡ еле», «Ильяс улым» тигән йырҙары үҙе башҡарыуында телевидениенан әле лә яңғырай. Тәүге концерттарҙа Илдарҙың тантаналы стилдә яҙылған бик көслө музыкаль әҫәре уйнала торғайны. Уны күренекле композитор Рим Хәсәнов ваҡытында юғары баһаланы.
«Аманат» егеттәре һис тынғы белмәй эшләй, яңынан-яңы йырҙар менән сығыш яһай. Төркөм дә тулылана бара. Уларға барабансы Ренат Ҡәҙимов ҡушыла. Ансамблдең йөҙөк ҡашы булып ҡурайсы Роберт Юлдашев килә. «Аманат» синтез-төркөм тип атала башлай. Бейеүсе Ләйсән Яҡшыдәүләтова менән йырсы Сәйҙә Ильясованың айырым концерттарҙа ҡатнашыуы ла йәм өҫтөнә йәм өҫтәй.
Биш кешенән торған «Аманат» синтез-төркөмө Башҡортостандың район һәм ҡалаларына гастролгә сыға башлай. «Йыр-моң аша йәштәрҙе халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланып килгән рухи байлығына ылыҡтырыуҙы үҙебеҙҙең бурыс тип һанайбыҙ», – ти төркөм етәксеһе Илдар Ғафаров.
1990 йылдың 13 февралендә «Аманат» Сибай ҡалаһында (Илдар менән Алмас Ғафаровтарҙың, Урал Иҙелбаевтың тыуған ҡалаһы) Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында сығыш яһай. Репертуарҙа – башҡорт халыҡ көйҙәре, егеттәрҙең яңы йырҙары һәм рок-композициялар. Концерт шаулап үтә.
Синтез-төркөм – Йылайырҙа. Был райондың республикала киң билдәле йырсыһы Зәбихулла Ҡашҡаров «Аманат»тың концерты тураһында «Йәшлек» гәзитендә былай тип яҙҙы: «Аманат» вокаль-инструменталь ансамбле яңыраҡ «Башҡорт» совхозының үҙәге Матрай ауылында сығыш яһап, лекция тыңлатып (лекцияларҙы тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов һөйләй), оло кинәнес тыуҙырып китте… Шатлыҡ ҡатыш аптырала: 18 йәшлек ҡурайсы Роберт Юлдашев, ҡала балаһы, заманса тәрбиә алған егет, ошондай һәйбәт уйнау маһирлығына ҡасан эйә булды икән? Ағалы-ҡустылы Илдар менән Алмас Ғафаровтар – торғаны музыкаль йәндәр: көй яҙалар, үҙҙәре уйнай, йырлай. Коллективтың өс кешеһе – һәүәҫкәр композитор. Шәп бит егеттәр! Быға тиклем «Башҡорт музыкаль фольклорын хәҙерге вокаль-инструменталь ансамблдәрҙә уйнап булмай» тигән фекер йөрөнө, ә «Аманат» бындай уйҙырманы юҡҡа сығара… Миңә ҡалһа, БДУ уҡытыусыһы Ҡолшәриповтың лекцияһына, уның юлдаштары – «Аманат» ағзаларының илаһи моңло, үҙенсәлекле концертына, “афарин” тип, «бишле» баһаһы ҡуям!»
Ансамбль ошо уҡ райондың Юлдыбай, Ҡашҡар, Һынташ, Япарһаҙ, Һултантимер, Яманһаҙ, Һабыр ауылдарында сығыш яһап, халыҡты кинәндерә. «Уларҙың ихлас һәм ҙур зауыҡ менән башҡарған башҡорт көйҙәрен һәм йырҙарын йыйылыусылар ләззәтләнеп тыңланы. Сәхнәгә ҡат-ҡат саҡырып сығарҙылар һәм рәхмәттәрен әйттеләр», – тип яҙҙы Фәрит Рәмов «Совет Башҡортостаны» гәзитендә.
1990 йылдың март аҙағында Өфөлә БДУ бинаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 3-сө республика олимпиадаһы булып үтә. Унда ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырып, «Аманат» синтез-төркөмө БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге менән берлектә ҙур әҙәби-музыкаль кисә ойоштора.
Ошо уҡ көндәрҙә баш ҡалала БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 71 йыл тулыуға арналған байрам уҙғарыла. «Дуҫлыҡ фестивале»н Башҡорт дәүләт университеты коллективы «Минең Башҡортостаным» тигән концерт менән асып ебәрә. Кисә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурс лауреаты Роберт Юлдашевтың ҡурай моңо оҙатыуында бара. «Аманат» ансамбле киң йөкмәткеле программа менән сығыш яһай. Журналист Н. Дилмөхәмәтова, концертты ҡарап ултырып, профессор Әхмәт Сөләймәновҡа ошондай һорау бирә: «Бөтә кисә буйына сәхнәлә «Аманат» синтез-төркөмө булды. Уның программаһы тураһында нимә әйтер инегеҙ?» «Ансамблдең музыкаһы – ул традицион моңдарҙың яңы көйҙәр менән, халыҡ ижадының хәҙерге заман йырҙары менән синтезы. Иң мөһиме – халыҡ көйҙәре традицияһын һаҡлап, уларҙы хәҙерге йәштәр ҡабул итерлек итеп биреүҙәре», – ти абруйлы ғалим.
Шулай, яңы ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, «Аманат» тиҙ арала йәштәрҙең яратҡан ансамбле булып китә.
Баш ҡалабыҙҙың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы «Аманат»тың төйәге булды. 1990 йылдың 6 майында бында синтез-төркөм тағы шаулатып концерт бирә. Клавишалы уйын ҡоралдары һәм электрон гитаралар менән ҡурай бергә ҡушылып, башҡорт көйҙәре башҡарыла. Башҡорт көйҙәре генәме ни?! «Катюша»ны ла, «Ламбада»ны ла уйнап, егеттәр тамашасыны тамам әсир итә.
«Аманат»тың репертуары күп яҡлы һәм бай. Боронғо башҡорт халыҡ көйҙәрен һәм бөгөнгө эстрада әҫәрҙәрен эшкәртеүҙәренә лә, үҙҙәре ижад иткән музыкаль композициялар һәм йырҙарына ла яңыса фекерләү хас», – тип яҙҙы Гөлфиә Иҙелбаева «Йәшлек» гәзитендә.
«Аманат», бер матди ярҙам алмайынса, егеттәрҙең, бигерәк тә етәксеһе Илдар Ғафаровтың рухлылығы һәм энтузиазмы арҡаһында эшләй. Был турала Зәбихулла Ҡашҡаров ағай ҙа үрҙә әйтелгән мәҡәләһендә: «Ниңә «Аманат» концерттарын бушлай ҡуя? Был ҡәҙерле кешеләр – студенттар бит. Дәртләндерергә кәрәк ине үҙҙәрен», – тип яҙғайны.
Әйтергә кәрәк, «Аманат»ҡа рухи ярҙамды иң беренсе БДУ-ның ул ваҡыттағы ректоры Рәғиб Насретдин улы Ғимаев күрһәтә: егеттәрҙең эше менән ҡыҙыҡһынып, рухландырып тора, университеттан бер бүлмә бирә.
1990 йылдың авгусында «Аманат» Баймаҡ районына сыға. Йомашта, Темәстә, Билалда, Мерәҫтә, Баймаҡ ҡалаһында егеттәр яҡташтарын таң ҡалдырырлыҡ концерттар ҡуя. «Төркөмдөң бөтә сығыштары шундай хис-тойғолар менән үтә, хатта уларҙы яҙып аңлатыуы ауыр, йәшенә лә, социаль хәленә лә ҡарамаҫтан, кешеләр йыш ҡына уларҙан илап сыға», – тип яҙҙы Ш. Йәнбухтин.
1990 йылдың 20 октябрендә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында башҡорт матбуғаты кисәһе була. Бында ла «Аманат» уңышлы сығыш яһай һәм «Совет Башҡортостаны» гәзитенә йыллыҡ подписка менән бүләкләнә.
Ошо уҡ йылдың октябрь айында Өфөлә автономиялы республикалар, өлкәләр һәм милли округтар кимәлендә совет эстрадаһы йырҙарын башҡарыусыларҙың I Бөтә Рәсәй «Ағиҙел – 90» конкурсы үткәрелә. «Аманат» лауреат исемен яулай. «Призлы урындарға өмөт итмәгәйнек тә, – ти Илдар Ғафаров. – Беҙҙең өсөн Рәсәйҙәге башҡа ансамблдәрҙең сығыштарын тыңлап, уйнау кимәлен сағыштырыу, бер-беребеҙ менән яҡындан танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөһим ине. Әлбиттә, Рәсәй күләмендәге конкурста ҡатнашып, призлы урын алыу – беҙҙең өсөн шатлыҡ һәм киләсәккә оло талап та». Бына шулай, сығыштарҙың сифатын һаман күтәрә барыу ниәтенән үҙҙәренә ҡаты талап ҡуйып эшләй аманаттар.
“Ансамблде яратыусылар күбәйгәндән-күбәйә бара. Әллә ни күңелгә ятышлы булмаған көйҙәрҙе лә, сағыу музыкаль биҙәктәр өҫтәп, тамашасы йөрәгенә үтеп инерлек итеп башҡара белә улар. Боронғо башҡорт йырҙарын да заманса яңғыратып, көйҙәрҙең яңы сифаттарын асалар», – ти БДУ-ның ул ваҡыттағы тарих факультеты студенты Фәнил Сафин.
Әҙерәк булһа ла, ансамблгә ярҙам итеүселәр ҙә табыла. Мәҫәлән, «Дуҫтар» ансамбленән Рәмил Медяров, Ҡырмыҫҡалы районындағы «Ағиҙел» колхозының ул ваҡыттағы рәйесе Ю. Садиҡов, Башҡортостан телевидениеһынан С. Килдин бар хәленсә эскерһеҙ ярҙам күрһәтә.
«Аманат» киләсәккә матур пландар ҡора, үҙаллы музыка студияһы асырға өмөтләнә. Илдар Ғафаров, көнөн төнгә ялғап, йәне-тәне менән бирелеп эшләй. Күп көс һәм сығымдар менән үҙҙәренә бирелгән бүлмәлә тауыш яҙыу студияһы булдыра. Тауыш режиссерҙары эшен башҡарған егеттәр ике сменаға бүленеп эшләй. Айына 100-ләп фонограмма сығарыла. Йырсылар, компакт-дисктағы яҙмаларын алып, телевидениеға, радиоға бара, улар буйынса тапшырыуҙар ойошторола.
”Аманат” студияһы Башҡортостан мәҙәниәт тарихында беренсе булып башҡорт аудиокассеталарын сығара башлай. Төрлө йырсыларҙың ижады магнитлы таҫмаға яҙҙырыла. Шунда уҡ кассеталарҙы ишәйтеп, республикаға һәм башҡа өлкәләргә тараталар. Беренсе тапҡыр мәшһүр ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков башҡарған көйҙәрҙең яҙмалары эшләнә. Балалар өсөн «Тамыр» асҡан исемдәр» тигән бик һәйбәт йөкмәткеле аудиоальбом сығарыла, уны балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң ҡулланалар. Шулай уҡ бөйөк йырсыларыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин, Иншар Солтанбаев, Абдулла Солтанов, Фәриҙә Ҡудашева, Флүрә Килдейәрова, Рамаҙан Йәнбәков башҡарған йырҙар «Башҡорт халыҡ йырҙары» тигән кассетаға тупланған.
Кассеталарҙың төрө 60-тан ашыу булып китә. Илдар Ғафаров, яҙыу студияһын дәүләт ҡарамағына күсереү тураһында рәсми хаттар яҙып, юғары органдарға мөрәжәғәт итә, сөнки сығымдар күп. Әммә был ниәт тормошҡа ашмай. Ниндәй генә ҡытыршылыҡтар, ҡаршылыҡтар осрамаһын, «Аманат» етәксеһе Илдар, «идеялар генераторы», йәш йырсыларҙы һәм яңы барлыҡҡа килә башлаған төркөмдәрҙе аяҡҡа нығыраҡ баҫтырыу өсөн «Йондоҙҙар фабрикаһы» ғәмәлен башҡарыусы студия булдыра. Уның аранжировкалаусылары, тауыш режиссерҙары йәш, тәжрибәһеҙ йырсыларға, музыканттарға, төркөмдәргә, патриотик тойғо менән рухланып, түләүһеҙ ярҙам итә. Маҡсат шул: йәш башҡарыусыларҙы тейешле кимәлгә еткерергә. Йыл һайын үткәрелгән «Аманат» дуҫтарын йыя» тигән фестиваль йәш башҡарыусыларҙы туплау буйынса хәл иткес сараға әйләнә.
Мәҫәлән, 1995 йылдың мартында үткәрелгән форумда йырсылар Лилиә Рәсүлева, Сәйҙә Ильясова, Светлана Хәкимова, Зөһрә Усманова, Салауат Низаметдинов, Рәзилә Барлыбаева, Илдар Ғафаров, Рита Арыҫланова, «Ант», «Сибай», «Сая», «Башҡортостан» төркөмдәре сығыш яһай. Тамашасылар һәр йырсыны, сәскә бәйләмдәре менән тәбрикләп, алҡыштар менән оҙатты.
Бына шулай эшһөйәр, илһөйәр егет Илдар Ғафаров етәкселегендәге «Аманат» синтез-төркөмө һәм студияһы, үҙҙәренә бер нәмә талап итмәйенсә, баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы.
Республикабыҙ етәкселеге егеттәрҙең хеҙмәтен күрмәй ҡалманы: 1999 йылда милли музыка мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге эше, йәштәр өсөн күмәк тамаша саралары ойошторған, Башҡортостанда фольклорҙы, профессиональ һәм үҙешмәкәр ижадты популяр- лаштырғаны өсөн «Аманат» студияһы егеттәренә (Илдар Ғафаров, Алмас Ғафаров, Рәмил Ихсанов, Руслан Ниғмәтов, Юлдаш Ураҡсин) Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы бирелде.
Дан мәңгелек була алһа ла, бер эш тә мәңгелек түгел. «Аманат» та, ҙур ағай булып өлгөрөп, «балаларын башҡа сығара». Алмас Ғафаров, «Ант» исемле ансамбль төҙөп, «Аманат» студияһы эргәһендә эшләй башлай, хәҙер инде ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ә «Ант» – илебеҙгә билдәле ансамбль.
Урал Иҙелбаев, «Аҡйондоҙ» төркөмөн төҙөп, уны етәкләне, хәҙер – танылған композитор. Әйткәндәй, уның ижад кисәһендә «Аманат» синтез-төркөмө, ҡайтанан йыйылып, сәхнәгә сыҡты. Тамашасылар үҙенең яратҡан ансамблен көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршыланы. Алмас Ғафаровтың «Ай, Уралым» йырын күмәкләп башҡарыуҙары, әйтерһең, шанлы 90-сы йылдарға алып ҡайтты. Халыҡ «Аманат»ты оҙаҡ ҡул сабыуҙар һәм сәскәләр менән оҙатып, уны һаман яратыуын һәм һағыныуын күрһәтте.
Роберт Юлдашев уҡыуын дауам итте. Ул хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, донъяла мәшһүр ҡурайсы булып танылды. Ә Илдар Ғафаров, «Аманат» студияһында ҡалып, республикабыҙ мәҙәниәтенә ижади хеҙмәтен дауам итә.
Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙа «Аманат» өлгөһөндә эшләгән музыкаль төркөмдәр күп. Тимәк, «Аманат» ҡалдырған аманат, йәғни йыр-моңдо һаҡларға һәм үҫтерергә тигән йүнәлеш, хәҙерге йәштәр тарафынан, шөкөр, дауам иттерелә. Ошолай барһа, йыр-моң сәнғәтебеҙҙең ярҙары һаман киңәйер, сәхнәләрҙә йәштәребеҙ ижады йәйғор һымаҡ балҡыр.