Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туймазыла – рухи “туй”
Мәҙәниәт йылының штандарты, Дәүләкән районында тантана иткәндән һуң, ҡунаҡсыл Туймазы ерен иңләп сыҡты.Ҡунаҡтарҙы хужалар Туймазы татар дәүләт драма театры алдында башҡорт, татар, урыҫ йыр-бейеүҙәре менән әйҙүкләп ҡаршыланы. Көҙ һалҡын тынын өрөүгә ҡарамаҫтан, төрлө ансамблдәрҙән бөркөлгән моң күңелдәрҙе йылытып торҙо.


Байрамға йыйылған халыҡты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне, тармаҡҡа етди иғ­тибар биргәндәре өсөн район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбула­тов, киң күңелле туймазыларҙы матур байрам менән тәбрикләп, Мәҙәниәт йылы штандартын Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновҡа тапшырғандан һуң, үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәрен дә тәҡдим итте: “Ивален”, “Экспромт” һәм “Берҡаҙан” коллективтары­ның сығышын алҡыштарға күмде туймазылар. Ысынлап та, бик күп уртаҡлыҡтар бәйләп тора был райондарҙы. Баш­ҡортостандың ике ынйыһы – Асылыкүл менән Ҡандракүл нәҡ ошо бәрәкәтле ерҙәрҙә йәйрәп ята. Башҡорт халҡының “Аҡбуҙат” риүәйәте буйынса, күлдәр ер аҫтынан бер-береһе менән тоташҡан икән. Был үҙе үк дуҫлыҡ һәм татыулыҡҡа ишара ла баһа!
Байрам сараларынан майҙан ҡайнап торҙо. “Сәфәр” бейеү ансамбленең табандарынан сәселгән осҡондар йөрәктәргә ҡунып ут ҡабыҙҙы, мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Ватан” цирк мәктәбенең сығышы хайран итте. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет менән Айнур Байгилдиндың йыр-моңо ҡаймаҡ өҫтөнә бал булып яғылды.
Туймазы ере таланттарға бай. Бында 12 кеше – Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы, 25 кеше Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә, Рәсәйҙең халыҡ артисы Афанасий Кочетков, Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Солтанов тыуып үҫкән. Тимәк, бәрәкәтле Туймазы халҡының рухи тамырҙары ныҡлы.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779