Мәҙәниәт йылының штандарты, Дәүләкән районында тантана иткәндән һуң, ҡунаҡсыл Туймазы ерен иңләп сыҡты.Ҡунаҡтарҙы хужалар Туймазы татар дәүләт драма театры алдында башҡорт, татар, урыҫ йыр-бейеүҙәре менән әйҙүкләп ҡаршыланы. Көҙ һалҡын тынын өрөүгә ҡарамаҫтан, төрлө ансамблдәрҙән бөркөлгән моң күңелдәрҙе йылытып торҙо.
Байрамға йыйылған халыҡты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне, тармаҡҡа етди иғтибар биргәндәре өсөн район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Закир Бикбулатов, киң күңелле туймазыларҙы матур байрам менән тәбрикләп, Мәҙәниәт йылы штандартын Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновҡа тапшырғандан һуң, үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәрен дә тәҡдим итте: “Ивален”, “Экспромт” һәм “Берҡаҙан” коллективтарының сығышын алҡыштарға күмде туймазылар. Ысынлап та, бик күп уртаҡлыҡтар бәйләп тора был райондарҙы. Башҡортостандың ике ынйыһы – Асылыкүл менән Ҡандракүл нәҡ ошо бәрәкәтле ерҙәрҙә йәйрәп ята. Башҡорт халҡының “Аҡбуҙат” риүәйәте буйынса, күлдәр ер аҫтынан бер-береһе менән тоташҡан икән. Был үҙе үк дуҫлыҡ һәм татыулыҡҡа ишара ла баһа!
Байрам сараларынан майҙан ҡайнап торҙо. “Сәфәр” бейеү ансамбленең табандарынан сәселгән осҡондар йөрәктәргә ҡунып ут ҡабыҙҙы, мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Ватан” цирк мәктәбенең сығышы хайран итте. Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет менән Айнур Байгилдиндың йыр-моңо ҡаймаҡ өҫтөнә бал булып яғылды.
Туймазы ере таланттарға бай. Бында 12 кеше – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, 25 кеше Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә, Рәсәйҙең халыҡ артисы Афанасий Кочетков, Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Солтанов тыуып үҫкән. Тимәк, бәрәкәтле Туймазы халҡының рухи тамырҙары ныҡлы.