Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иманың камилмы?
Иманың камилмы?
Эй, фани донъя!.. Күпме сиктәр, сикләнеүҙәр бар һиндә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен еңел генә аша атлап сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Әммә еңел-елпе генә үтә алмай торған ҡаршылыҡтар, кәртәләр ҙә бар бит әле. Әйтәйек, иман, выждан, рух, бурыс, намыҫ тигән сиктәр. Былары инде – сик кенә түгел, ә шәхесте үҫтереүсе ҡанундар. Кешемен тигән кешегә бындай сифаттар әсә һөтө менән ингән, әсә теле, бишек йыры аша йоҡторола. Был — аксиома, йәғни иҫбатлап тороуҙың хәжәте юҡ.


Һүҙ араһында “иманым ка­мил” тигән телмәр берә­меген ҡулланыуҙан да тар­тын­майбыҙ. Ә нимә һуң ул иман? “Ислам диненә булған ыша­ныс; һүҙҙе, антты, вәғә­ҙәне нығытыу өсөн әйтелә; ныҡлы, ҙур ышаныс” тип аңлата “Баш­ҡорт теле һүҙлеге”. Бәлки, шу­лайҙыр ҙа. Әммә ул һүҙҙең мәғәнәһе выжданға, рухҡа, бурысҡа, намыҫҡа ла мөнәсә­бәтле. Иман дини һүҙ булыуҙан уҙған, кешелектең, йәшә­йеш­тең төп таянысына, терәгенә әйләнгән. Мәҫәлән, үҙ туған теленә, әсә телмәренә битараф булған кешене “иманы камил” тип әйтә ала­быҙ­мы? Әлбиттә, юҡ. Әсә телмәрен, әсәнең йылы һүҙен һанламау бөйөк әсәнән ваз кисеүгә тиң.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз, гүзәлдәрҙән-гүзәл әсә­нең күкрәк һөтө, иманы, эске кисе­рештәре, хис-тойғоһо, шатлыҡ-ҡыуаны­сы, зар-ҡайғыһы, ҡаҡшамаҫ рухы, выж­­да­ны менән һуғарылған милли тел­мәр — йәйғорҙоң юйылмаҫ бер төҫө. Улай ғына ла түгел, Рәсәй тормошоноң йәшәйешкә мохтаж булған тере бер йәне. Тимәк, милли телмәр менән Рәсәй үҫеше — бер тамырлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе түрәләр шул тамырға балта менән киҙәнә.
Башҡорт дәүләт университетында дә­рес алып барам. Аудиторияла — ситтән тороп уҡыған студенттар. Шул саҡ бе­рәүһе лекцияма үҙ баһаһын әйтеп һалды. Бына уның һүҙҙәре: “Ағай, һеҙ туған тел тураһында ҙур зауыҡ менән һөйләйһегеҙ. Тормошта бит шул телдә аралашыусы милләткә хатта Башҡорт­остандың үҙендә кире мөнәсәбәт тамырланған. Бына мин Өфөләге нефть эшкәртеү заводына эшкә урынлашырға тип барғайным, түрәләр милләтемде һораны. Башҡортмон, тигәй­нем, күҙемә аҡайып ҡаранылар ҙа: “Баш­ҡорт тигән милләт хәҙер модала түгел!” — тип ауыҙҙарын йырып, мине эшкә алманылар. Быны мин милләтемә килгән золом тип ҡабул иттем. Быға һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?” Дөрөҫ һүҙгә яуап та юҡ.
Һәр милләт үҙенең туған телендә бе­лем алырға хоҡуҡлы, төп ҡануниәтебеҙ булған Конституция ана шулай төшөн­дөрә халыҡҡа. Әммә баҙарлы-маҙарлы осорҙа, илебеҙҙе бурҙар, миллиардер­ҙар, серегән байҙар, ярлы-япан, хәйер­селек хөкөм һөргән, халыҡ тигән төшөнсә тарих аренаһынан юғалыу сигенә, тормош упҡынына тәкмәсләү хәленә ет­ке­релгән заманда, бер ниндәй закон да кешенең социаль хәлен яҡ­ламай. Ҡа­ну­ни­әт Ватанға ят элемент­тарҙың (бурҙарҙың, миллиардерҙарҙың, бай-бетсә­ләр­ҙең) аяҡ аҫтында төтәп ятҡан һымаҡ.
Туған телгә булған һөжүм Совет осоронда ла булды. Мәҫәлән, мәктәп распи­саниеһынан башҡорт теле ҡы­ҫы­рыҡ­ланды, туған телмәргә бүленгән сәғәттәр башҡа предметтар файҙаһына таланды. Ярай ҙа ул сәғәттәр уҡыу­сы­ларҙың үҙаллы танып белеүен үҫтерһә. Әйтәйек, сит телдәрҙе өйрәнеүгә, баш­ҡорт теленә тәғәйен бер сәғәтте ҡушып, аҙнаһына өс сәғәт бирһәң дә файҙаһы, һөҙөмтәһе булманы һәм булмаясаҡ та. Сөнки ауыл, район, ҡала мәктәптәренән немец, инглиз телдәрендә аралашҡан, йә иһә икмәк-тоҙлоҡ булһа ла аралаша алған уҡыусыларҙы күргәнем юҡ әле. Сит телгә өйрәткән уҡытыу­сыларҙың эш һөҙөмтәһе тикше­релгәнен күреү бәхетенә лә өлгәшә алманым. Тимәк, был предметҡа бирелгән сәғәттәр елгә оса. Был хаҡта мәғариф тармағы етәкселәре етди уйланһын ине. Әлегә улар, күрәһең, БДИ (Берҙәм дәүләт имтиханы) ҡорған үрмәксе ауын йырып сыға алмайҙарҙыр. БДИ — уҡыу­сыларҙың белем кимәлен, шәхес булмышын юҡҡа сығарыусы дидактик сара. Ул — мәркәз мәғарифы етәксе­ләренең булыр-булмаҫ сәйә­сәте генә.
Айырым мәктәптәрҙе ябыуҙы ҡулай­лаштырыу сәйәсәте менән аңлаталар. Класта уҡыусыларҙың һаны күп булһа, уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта, имеш. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл-ваҡиғаларҙы уйлап сығарҙылар ҙа инде. Инновация, яңыртыу сит ил мәғарифы өлгөһөндә барһа ла, мәктәптә балаларға белем биргән заттың эш хаҡы ҡыҫып-ҡымтып Рәсәйсә түләнә. Шуның өсөн дә уҡы­тыусыларҙың матди хәле мөшкөл көйө ҡала килә. Уттың, һыуҙың ялы-ҡойроғо булмағандай, халыҡтың матди хәлен яҡ­шыртыуҙы күҙ уңында тотҡан ҡанундың да, сәйәсәттең дә ялы ла, ҡойроғо ла юҡ.
Бөгөн мәктәптәрҙә генә түгел, хатта юғары уҡыу йорттарында ла туған тел яҙмышы беҙҙе хафаға һала. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт уни­верситетының Си­бай, Нефтекама филиалдарында башҡорт теле кафедралары тулы­һынса ҡыҫҡар­тылды. Баш­ҡорт теле ка­федраһы­ның яҙ­мышы Башҡорт дәүләт универ­ситетының үҙендә лә киҫкен тора.
“Нимә эшләгәнегеҙҙе бе­ләһегеҙме, кол­лега­лар?” — тип һораһағыҙ, “Ректор ҡыҫҡартырға ҡуша бит”, — тип яуаплар бәғзеләр. Ә ректор үҙ сиратында Мәскәүгә һыл­тана. Мәркәз бар тип белде һинең башҡорт те­леңде. Шулай итеп, беҙҙең, йәнәһе лә, “зыялылар” ректорға һылтана, ә ректор Мәскәүгә ишаралай. Йәғни эт эткә, эт ҡойроҡҡа япһарғандай килеп сыға.
Тағы ла фәһемле лә, ҡыҙыҡ та бер миҫалға күҙ һалайыҡ: М. Аҡмулла исе­мендәге БДПУ-ның ректоры Р. Әсә­ҙул­лин, Рәсәй Мәғариф һәм фән ми­нис­трлығына барып, үҙ ҡара­ма­ғын­дағы башҡорт теле ка­федраһы өсөн 19 ставка алып ҡайта. БДУ ректоры ла Мәскәүгә юллана. Тик ул “24 уҡытыусыны ҡыҫ­ҡартырға” тигән күрһәтмә менән ҡә­нәғәтләнә. Башҡорт теле ка­федраһының ябылыуы уни­верси­теттың эшмәкәрлеген туҡтатыуға килтерәсәк. “Уҡы­мышлы баштар” ана шуны мыйығына урап ҡуйһын ине.
Меңәр йылдар буйы туп­ланған әсә телмәренең гәү­һәр­ҙәре, халҡыбыҙҙың ҡа­­бат­лан­маҫ ғәжәп бай тарихы, боронғо йәшәү рәүешен үҙ эсенә алған эпостары, йырҙары, легендалары, йо­маҡтары, мә­ҡәл-әйтемдәре, орхон-йәнәсәй руник яҙма­лары ҡайҙа өйрәнелергә тейеш? Фәҡәт БДУ-ла! Бары башҡорт теле кафедраһын үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Уҡыу планын ҡайтанан ҡарап сығыу мөһим. Сту­дент­тарға кәрәк булған этномәҙәниәткә мөнә­сәбәтле предметтарҙы ғына, минеңсә, уҡыу планына индерергә тейештәр.
Һүҙ ыңғайында тағы ла бер мәсьә­ләгә туҡта­лып китмәк­семен. Ва­тан дидак­тика­һында уҡыу эш­мәкәр­леге тигән төшөн­сә бар. Ауди­то­риялағы дәрес­тәрҙең (лекция, семинар) нигеҙендә ана шул уҡыу эшмәкәрлеге ятырға тейеш. Ул — дә­рестең асылы. Сту­денттарҙы үҙаллы фекерләй алыу һәләтенә, биреләсәк белемде үҙаллы үҙләштереү мөмкинлегенә йүнәлтеүсе дидактик сара ул — уҡыу эшмәкәрлеге. Бына ошо дидактик сара уҡытыу­сыларҙың эш тәжрибәһендә юҡ кимәлдә. Шуға ла лекцияларҙың, семи­нарҙарҙың сифаты йылдың-йылы түбәнәйә бара. Студенттарҙың үҙаллы фекерләү һәләте үҫтерелмәй. Диплом эштәрен, артабан аспирантураға инһә, диссертацияларҙы сит хеҙмәттән күсереп яҙыу ана шунан килә.
Башҡорт теленең бөгөнгө хәле үтә лә аяныслы. Тормошта ҡул­ла­ныу даирәһе тарая бара. Дәү­ләт теле булараҡ, уны мәк­тәп­тәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнеү ныҡ­лап, ҡануниәт нигеҙендә яйға һалынмаған. Башҡа этностар, ҡа­сан­дыр үҙ биләмәләребеҙҙә һыйындырған мил­ләттәрҙең яңы быуындары республикаға исем биргән халыҡҡа кәмһетеп ҡарай. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы һөҙөм­тәләре шуны күрһәтә: һан яғынан баш­ҡорттар үҙ респуб­ликаһында икенсе урынды биләй. Ә бына дәүләт, көс структураларында башҡорттар иҫәпкә бар, һанға юҡ тигәндәй.
Юғарыла күтәрелгән көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы­ның Башҡарма комитеты иғтибарға алһын ине. Әйткәндәй, ул бик тә эшлекле йәштәр ҡулында булырға тейеш. Телем, илем, халҡым, тип янып эшләргә кәрәк унда.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Райля
    Райля от 19.09.2014, 21:53
    Битарафбыҙ, - тп уйлаһам да улай уҡ түгел, тел өсөн бик күп башҡорттарҙың йәне көйә. Тик ябай халыҡ ни эшләргә кәрәклекте белмәй шул. Бына һеҙ юғары уҡыу йорто профессоры телде һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Мин балалрым менән тик башҡортса ғына һөйләшәм дә бит, артабан? Рахимов ваҡытында асылған башҡорт классатары ябыла, ғөмүмән, башҡорттарға ҡарата ихтирам кәмей, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнайбыҙ, "башҡортмон!", "үҙ еремдә йәшәйем", - тип кенә күкрәк һуғып хөрмәт ҡаҙанып булмай. Беҙ, ябай халыҡ һеҙҙең һүҙҙе көтәбеҙ! Һөйләп кенә ҡуйырға түгел, эш менән иҫбатларға кәрәк!

    НИНДӘЙ ЯҘМЫШ?-2 27,04,13

    Төптәренән киҫеп ағастарҙы

    Мәрмәр таштан һарай һалалар.

    Тамырҙары көслө ағастарым

    Ситкә китеп юлдар яралар.



    Һоҡландыра, ҡайҙан көс табыла,

    Таштар тишеп, юлдар ярырлыҡ?!

    Тәбиғәттең илаһилығына,

    Иҫтәр китеп, хайран ҡалырлыҡ.



    Киҫкән ағас кеүек башҡорттарым-

    Ситкә китеп морон төртәләр.

    Үҙ илендә башҡорт балаһына

    Юғарыраҡ микән кәртәләр!?



    Ете яттар урын ала бара,

    Солтанбулыпбашҡорт иленә.

    Кемдеңкемлелегейылдарүтеп,

    Тоҙҙар ейгәс кенә беленә.



    “Хәтәр» хәлдән ҡасып ҡунаҡсыл йән

    Ситкә китеп морон төртәме!?

    Балталарын билдән һалмаҫ башҡорт

    Нығытырмы бер көн кәртәне!?

  2. Марат
    Марат от 25.09.2014, 21:03
    ВАзифа биләгән, абруйлы ағай-апайҙарыбыҙ, мәйет кеүек, өндәре сыҡмай. Улар награда өсөн генә сеймә-сей килеп талаша белә. Ә телебеҙҙе яҡлап, кәрәкле урында кәрәкле генә һүҙ әйтергә ҡурҡалар. Исмаһам, балаларын башҡортса өйртәһәләр, улым башҡорттан ғына килен ал, ҡыҙым башҡортҡв ғына кейәүгә сыҡ тиһендәр. Хатта бер әҙибә, ҡыҙы урыҫҡа сыҡҡан да, мин уны ун башҡортҡа алыщтырмайым тип маҡтанып йөрөй. Үҙе Салауат Юлаев премияһын алыр өсөн дәғүәләшеп йөрөнө. Ғәрлек бит!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780