Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сулпылары сың-сың итә...
Сулпылары сың-сың итә...
Ауылдаштарының уны “милләтебеҙҙең сәнғәт ҡомартҡыһын һаҡлаусы” тип йөрөтөүе юҡҡа түгел. Ысынлап та, Светлана Ибраһимованың үҙ ҡулдары менән нағышлап эшләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ.

...Тормош һин уйлағанса ғына бармай шул: йәш әсәгә, Радмир менән Зарема­һын алып, атай йортона ҡайтырға тура килә. Ауылда эш юҡ, етмәһә, балалары бәләкәй. Ҡайҙа барып һуғылырға, нимә эшләргә белмәй аңҡы-тиңке йөрөгән Светлана, бер ваҡыт сәйлән менән булышып, ҡыҙына муйынсаҡ теҙеп таға. Матур биҙәүес үҙен дә ҡыҙыҡһындыра. Шунан һуң Интернет аша сәйләндән биҙәүес эшләүселәр сайтына барып юлыға. Баш­ҡаларҙан айырылып торһон типме, әллә күңел ҡушыуы буйынсамы, ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренә тотона. Шулай итеп, үҙенә оҡшаған шө­ғөл таба — ҡашмау, һаҡал, селтәр эшләй башлай.
Сулпылары сың-сың итә...— Тәүгеләрендә үк ырыуыбыҙ там­ғала­рын ҡулланыу бурысын ҡуйҙым, — ти Светлана Нурислам ҡыҙы. – Өйрәнеү өсөн Мәрйәм Бураҡаеваның китаптарын уҡыным, Әсмә Усманова менән кәңәш­ләштем, Интернеттан ырыу тамғаларын эҙләнем. Байтаҡ гәзит-журнал ҡарап, тәжрибә тупланым. Үҙемә кәрәкле әйбер­ҙәрҙе яҙҙыртып та, Орск ҡалаһы магазиндары буйлап эҙләп тә алырға тура килде. Иң беренсе һаҡал эшләнем. Әсәйемә ҙур рәхмәт, ул ҡеүәтләп, һәр башланғы­сым­ды хуплап, ярҙам итеп тора.
Төндәр буйы ултырып, күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын ҡушҡан ҡул эштәре аҡрынлап сағыу биҙәүестәргә әүерелә. Ҡашмауҙарҙы, һаҡал-селтәрҙәрҙе за­уыҡ­лы итеү өсөн күпме ваҡыт сарыфлағанын оҫта үҙе генә белә.
Сәйлән менән булы­шыу­ҙан тыш, Светлана Ибраһимова Мәскәү ҡа­лаһы менән Алтай өлкә­һенән тәңкәләр яҙ­ҙыр­тып алып, алҡалар, сулпылар, бе­ләҙек һәм му­йынсаҡтар яһай. Йәш­тәр, оло йәш­тәге ҡатын-ҡыҙ илаһи матурлыҡ алдында түҙеп тора алмай, биҙә­үес­­тәрҙе даими ала. Тик ҡашмау менән һаҡалды һатыуы ауырыраҡ икән, сөнки ай­ҙар буйы эшлә­гән биҙә­үестәрҙең хаҡы осһоҙ тү­гел. Әммә ул башҡа урындарҙа күпкә ҡиммә­терәк. Мәҫәлән, селтәр менән ҡашмау бер­гә 10 мең һум тора. Сәйләндән эшләнгән муйынсаҡтарҙы 300 һумға алырға мөмкин.
Әйткәндәй, Светлана Ибраһимова ҡул­дары тыуҙырған мөғжизәләр Санкт-Петербург ҡалаһы һабантуйында, Салауат районындағы Салауат йыйынында ойошторолған күргәҙмәләрҙә хужаһына уңыш килтергән.
Киләсәктә Светлана Нурислам ҡыҙы яратҡан шөғөлөн киңәйтергә, милли биҙә­үестәрҙе төрләндереп, һаҡал-ҡашмау­ҙарға ырыу тамғаһы һалып эшләргә йыйына. Тик уны һатыуға сығарыуҙа ра­йондың мәҙәниәт етәксе­леге ярҙам итһә ине. Үҙ төбәгендә эшләнгән биҙәүестәрҙе урындағы фольклор ансамблдәре артис­тары өсөн алырға була. Шулай уҡ ауыл­дарҙағы ағинәйҙәр ойошмаһына ла сығыштары өсөн биҙәүестәрҙең кәрәк булыуы ихтимал.
Төпкөл Ғәлиәхмәттә хал­ҡы­быҙҙың онотолоп барған бер шөғөлө тергеҙелде. Уны артабан үҫтергәндә һәй­бәт булыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779