Ауылдаштарының уны “милләтебеҙҙең сәнғәт ҡомартҡыһын һаҡлаусы” тип йөрөтөүе юҡҡа түгел. Ысынлап та, Светлана Ибраһимованың үҙ ҡулдары менән нағышлап эшләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
...Тормош һин уйлағанса ғына бармай шул: йәш әсәгә, Радмир менән Заремаһын алып, атай йортона ҡайтырға тура килә. Ауылда эш юҡ, етмәһә, балалары бәләкәй. Ҡайҙа барып һуғылырға, нимә эшләргә белмәй аңҡы-тиңке йөрөгән Светлана, бер ваҡыт сәйлән менән булышып, ҡыҙына муйынсаҡ теҙеп таға. Матур биҙәүес үҙен дә ҡыҙыҡһындыра. Шунан һуң Интернет аша сәйләндән биҙәүес эшләүселәр сайтына барып юлыға. Башҡаларҙан айырылып торһон типме, әллә күңел ҡушыуы буйынсамы, ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренә тотона. Шулай итеп, үҙенә оҡшаған шөғөл таба — ҡашмау, һаҡал, селтәр эшләй башлай.
— Тәүгеләрендә үк ырыуыбыҙ тамғаларын ҡулланыу бурысын ҡуйҙым, — ти Светлана Нурислам ҡыҙы. – Өйрәнеү өсөн Мәрйәм Бураҡаеваның китаптарын уҡыным, Әсмә Усманова менән кәңәшләштем, Интернеттан ырыу тамғаларын эҙләнем. Байтаҡ гәзит-журнал ҡарап, тәжрибә тупланым. Үҙемә кәрәкле әйберҙәрҙе яҙҙыртып та, Орск ҡалаһы магазиндары буйлап эҙләп тә алырға тура килде. Иң беренсе һаҡал эшләнем. Әсәйемә ҙур рәхмәт, ул ҡеүәтләп, һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итеп тора.
Төндәр буйы ултырып, күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһын ҡушҡан ҡул эштәре аҡрынлап сағыу биҙәүестәргә әүерелә. Ҡашмауҙарҙы, һаҡал-селтәрҙәрҙе зауыҡлы итеү өсөн күпме ваҡыт сарыфлағанын оҫта үҙе генә белә.
Сәйлән менән булышыуҙан тыш, Светлана Ибраһимова Мәскәү ҡалаһы менән Алтай өлкәһенән тәңкәләр яҙҙыртып алып, алҡалар, сулпылар, беләҙек һәм муйынсаҡтар яһай. Йәштәр, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ илаһи матурлыҡ алдында түҙеп тора алмай, биҙәүестәрҙе даими ала. Тик ҡашмау менән һаҡалды һатыуы ауырыраҡ икән, сөнки айҙар буйы эшләгән биҙәүестәрҙең хаҡы осһоҙ түгел. Әммә ул башҡа урындарҙа күпкә ҡиммәтерәк. Мәҫәлән, селтәр менән ҡашмау бергә 10 мең һум тора. Сәйләндән эшләнгән муйынсаҡтарҙы 300 һумға алырға мөмкин.
Әйткәндәй, Светлана Ибраһимова ҡулдары тыуҙырған мөғжизәләр Санкт-Петербург ҡалаһы һабантуйында, Салауат районындағы Салауат йыйынында ойошторолған күргәҙмәләрҙә хужаһына уңыш килтергән.
Киләсәктә Светлана Нурислам ҡыҙы яратҡан шөғөлөн киңәйтергә, милли биҙәүестәрҙе төрләндереп, һаҡал-ҡашмауҙарға ырыу тамғаһы һалып эшләргә йыйына. Тик уны һатыуға сығарыуҙа райондың мәҙәниәт етәкселеге ярҙам итһә ине. Үҙ төбәгендә эшләнгән биҙәүестәрҙе урындағы фольклор ансамблдәре артистары өсөн алырға була. Шулай уҡ ауылдарҙағы ағинәйҙәр ойошмаһына ла сығыштары өсөн биҙәүестәрҙең кәрәк булыуы ихтимал.
Төпкөл Ғәлиәхмәттә халҡыбыҙҙың онотолоп барған бер шөғөлө тергеҙелде. Уны артабан үҫтергәндә һәйбәт булыр ине.