Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткер һүҙе, ҡыйыу фекере бар
Баймаҡ үҙәк китапхана коллективы китап уҡыусылар исеменән Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Азамат ҡыҙы Ишбулатованың “Юлдаш” радиоһында “Атайсал” тапшырыуҙар циклын әҙерләгәне өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүен ихлас хуп­лай.


Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр араһында яҡташыбыҙҙың булыуы бик һөйөнөслө. Гөлнур Азамат ҡыҙы районыбыҙҙа тәжрибәле, төплө фекерле, бай телле хәбәрсе, сағыу ойоштороусы, оҫта етәксе булараҡ танылыу яуланы. Һуңғы йылдарҙа уның үҙе әҙерләп алып барған фәһемле, киң мәғлүмәтле тапшырыуҙарын райондаштарыбыҙ ғына түгел, тотош республика халҡы тыңлап һәм ҡарап кинәнә. Ул үҙенең тапшырыуҙарында милләт, йәшәйеш проблемаларын күтәрә, милли үҙенсәлек­тәребеҙҙе һаҡларға саҡыра, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, рухын күтәрә.
Республикабыҙ халҡы Баймаҡ, Башҡорт­остан телевидениеһы һәм “Юлдаш” радиоһы каналдарында Гөлнур Ишбулатованың тап­шы­рыу­ҙары аша күпме билдәле шәхес­тәре­беҙ, зыялыларыбыҙ менән яҡындан таныша, уларҙың төрлө донъяуи мәсьәләләргә ҡарата тос фекерен, аҡыллы кәңәшен ишетеп фәһем ала. Ошондай абруйлы шәхестәр менән осраштырып, Гөлнур Азамат ҡыҙы бик изге эш башҡара, сөнки тапшырыу геройҙарының барыһын да үҙ асылыбыҙҙы юғалтмау, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡлау кеүек маҡсаттар берләштерә.
Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы районыбыҙҙың ижтимағи-сәйәси, социаль үҫешенә, халҡыбыҙҙың рухи-ҡиммәттәрен тергеҙеүгә тос өлөш индерә. Районыбыҙҙа булып үткән хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар менән һуңғы ваҡытта республика халҡының да ваҡытында танышып барыуында, хәбәрҙар булыуында Гөлнур Азамат ҡыҙының хеҙмәте ҙур. Шулай уҡ төрлө көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән тапшырыуҙары менән дә көндән-көн яҡташтарыбыҙҙың күңелен яулай бара Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы. Ғөмүмән, бөгөн мәғлүмәт еткереү менән генә сикләнмәй, белемле, уҡымышлы, юғары мәҙәниәтле замандаштарыбыҙҙың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, күңелдәренә ғәм, осҡон һалырға бар тырышлығын һала Гөлнур Ишбулатова етәкселегендәге ижади коллектив.
Яҡташыбыҙҙың журналист булараҡ эшмә­кәр­леге Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһа­ланырға хаҡлы, тип уйлайбыҙ. Шәһит Хо­ҙай­бирҙин исемендәге премия тап Гөлнур Азамат ҡыҙы кеүек үҙ һүҙе, фекере булған, үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәй алған бай күңелле, рухлы, үткер һүҙле журналистарға бирелер тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781