Баймаҡ үҙәк китапхана коллективы китап уҡыусылар исеменән Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Азамат ҡыҙы Ишбулатованың “Юлдаш” радиоһында “Атайсал” тапшырыуҙар циклын әҙерләгәне өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүен ихлас хуплай.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр араһында яҡташыбыҙҙың булыуы бик һөйөнөслө. Гөлнур Азамат ҡыҙы районыбыҙҙа тәжрибәле, төплө фекерле, бай телле хәбәрсе, сағыу ойоштороусы, оҫта етәксе булараҡ танылыу яуланы. Һуңғы йылдарҙа уның үҙе әҙерләп алып барған фәһемле, киң мәғлүмәтле тапшырыуҙарын райондаштарыбыҙ ғына түгел, тотош республика халҡы тыңлап һәм ҡарап кинәнә. Ул үҙенең тапшырыуҙарында милләт, йәшәйеш проблемаларын күтәрә, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡларға саҡыра, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, рухын күтәрә.
Республикабыҙ халҡы Баймаҡ, Башҡортостан телевидениеһы һәм “Юлдаш” радиоһы каналдарында Гөлнур Ишбулатованың тапшырыуҙары аша күпме билдәле шәхестәребеҙ, зыялыларыбыҙ менән яҡындан таныша, уларҙың төрлө донъяуи мәсьәләләргә ҡарата тос фекерен, аҡыллы кәңәшен ишетеп фәһем ала. Ошондай абруйлы шәхестәр менән осраштырып, Гөлнур Азамат ҡыҙы бик изге эш башҡара, сөнки тапшырыу геройҙарының барыһын да үҙ асылыбыҙҙы юғалтмау, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡлау кеүек маҡсаттар берләштерә.
Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы районыбыҙҙың ижтимағи-сәйәси, социаль үҫешенә, халҡыбыҙҙың рухи-ҡиммәттәрен тергеҙеүгә тос өлөш индерә. Районыбыҙҙа булып үткән хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар менән һуңғы ваҡытта республика халҡының да ваҡытында танышып барыуында, хәбәрҙар булыуында Гөлнур Азамат ҡыҙының хеҙмәте ҙур. Шулай уҡ төрлө көнүҙәк проблемаларҙы күтәргән тапшырыуҙары менән дә көндән-көн яҡташтарыбыҙҙың күңелен яулай бара Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы. Ғөмүмән, бөгөн мәғлүмәт еткереү менән генә сикләнмәй, белемле, уҡымышлы, юғары мәҙәниәтле замандаштарыбыҙҙың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, күңелдәренә ғәм, осҡон һалырға бар тырышлығын һала Гөлнур Ишбулатова етәкселегендәге ижади коллектив.
Яҡташыбыҙҙың журналист булараҡ эшмәкәрлеге Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланырға хаҡлы, тип уйлайбыҙ. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тап Гөлнур Азамат ҡыҙы кеүек үҙ һүҙе, фекере булған, үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәй алған бай күңелле, рухлы, үткер һүҙле журналистарға бирелер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры.