Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла күңел ҡушыуынан
Барыһы ла күңел ҡушыуынан
Музей – тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы тоташтырған рухи байлығыбыҙ үҙәге. Бөгөн республикала ғына улар 60-тан ашыу иҫәпләнә. Әммә күптәр Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Салауат Кейекбаевтың шәхси музейы барлығын белмәйҙер ҙә әле.


Урам ихатаһында урынлашҡан элекке аласыҡ йортонда халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын, тормош-көнкүрешен сағылдырған музейҙың барлыҡҡа килеүенә геройымдың бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан булыуы сәбәпсе була. Бәләкәйҙән Салауат Фридрих улы юлда осраған төрлө тимер-то­морҙо ентекләп ҡарап, тикшереп, һынған, һарғайған әйберҙе эҙләп, һәр нәмәне бе­лергә тырышып үҫә. Киләсәктә археолог булыу теләге тормошҡа ашмағас, юғалып ҡалмай егет: халҡыбыҙҙың тарихы менән үҙаллы ныҡлап шөғөлләнә, төрлө илдәрҙең аҡсаларын йыя. Бигерәк тә уны халҡы­быҙҙың боронғо кәсептәре, шөғөлдәре ҡыҙыҡһындыра, һуғыш ҡорамалдары тура­һындағы мәғлүмәттәрҙе ололарҙан ныҡлап төпсөнә.
Барыһы ла күңел ҡушыуынанИшембай районының Ураҙбай ауылында тыуып үҫкән егет Баймаҡ һылыуы Гөлбикә Сафа ҡыҙы менән ғаилә ҡорғас, Ниғәмәт ауылына килеп төпләнә. Шулай уҡ үҙе менән бала саҡтан йыйған иң ҙур байлығын – төрлө экспонаттарҙы ала. Яйлап йәмәғәтенең был шөғөлөнә Гөлбикә Кейекбаева ла өйрәнә, ярҙам итә башлай, үҙе лә туғандарынан, ауылдаштарынан боронғо әйберҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестә­рен, төрлө кейем йыя. Аҡрынлап өйҙә­ренең бер мөйөшөн ғаиләнең йорт-музейы биҙәй. Йылдар дауамында йыйылған әйбер кү­бәйә, кемдер үҙе бирә, икенселәрен хужаға һатып алырға тура килә, бәғзеләрен ҡай­ҙандыр табып ала.
Ниндәй генә эш башҡарһа ла, Салауат Фридрих улының күңел йыуанысы, йәшәү мәғәнәһе – боронғо ҡомартҡыларҙы йыйыу, бер урынға туплау. Бынан бер нисә йыл элек урам эсендәге аласыҡты бушатып, музейға әйләндерә. Экспонаттарҙы һалыу, урынлаштырыу өсөн махсус кәш­тәләр эшләй, стендтар булдыра. Уның эсендә хас та ысын музейҙағы кеүек: хатта ҡайһы бер экспонаттарҙың бик уникаль төрҙәре лә осрай. Шуныһы иғтибарға ла­йыҡ: хужа боронғо ҡомартҡыларҙы тематик йүнә­лештә урынлаштырған. Бында халҡы­быҙ­ҙың боронғо эш һәм һуғыш ҡорамалда­ры, тормош-көнкүреш әйберҙәре, дини китаптар менән бер рәттән боронғо тәңкә­ләр, аҡсалар, башҡорт халҡының милли кейем өлгөләре осрай. Яҙыу машинка­ларының, патефон, радио һәм телефон аппарат­тарының ниндәй генә төрө юҡ!
Уйлап ҡараһаң, берәү ҙә Салауат Кейекбаевҡа шунса ҡомартҡыны йыйырға ла, уларҙы тәфсирләп, ҡәҙерләп һаҡларға ла ҡушмаған. Барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса башҡарылған, һәр береһе бөртөкләп тупланған.
Бөгөн Салауат Кейекбаевтың шәхси музейы уникаль күренешкә тиң, шуға күрә ундай рухи байлыҡ ауылдың мәҙәниәт йортоноң төп өлөшөн биҙәргә хаҡлы. Бигерәк тә быйыл Мәҙәниәт йылы уңайынан шәхси музей ҙур һәм яҡты бинаға күсерелһә, ниғәмәттәр өсөн генә түгел, ә тотош район халҡының да барып ҡарау мөмкинлеге булыр ине. Икенсенән, экспонаттар араһында бик һирәк осрағандары ла бар, уларын тейешенсә һаҡлау талап ителә.
Ниндәйҙер бинаны ҡуртымға алып, унда үҙенең шәхси музейын асыу тураһында хыяллана Салауат Фридрих улы, тик әлегә уны ишетеүсе генә юҡ. Иманым камил, Ниғәмәттәге шәхси музей киләсәктә бөгөнгө йәш быуынға өлгө булып ҡына ҡалмай, ә донъя музейҙар мәҙәниәтенең бер өлгөһөн кәүҙәләндереп, төп тәғәйенләшенән ситкә тайпылмай халыҡҡа хеҙмәт итер әле. Ә инде уны булдырған Салауат Кейекбаев­ҡа, ғаиләһенә рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡә­ҙер­ләп, уларҙы беҙгә еткергәндәре өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк. Тик бер генә теләк: шәхси музейы ки­ләсәктә ғорурлыҡ, милли рухи байлыҡ бирерлек мәҙәни үҙәккә әйләнһен ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781