Музей – тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы тоташтырған рухи байлығыбыҙ үҙәге. Бөгөн республикала ғына улар 60-тан ашыу иҫәпләнә. Әммә күптәр Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Салауат Кейекбаевтың шәхси музейы барлығын белмәйҙер ҙә әле.
Урам ихатаһында урынлашҡан элекке аласыҡ йортонда халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын, тормош-көнкүрешен сағылдырған музейҙың барлыҡҡа килеүенә геройымдың бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусан булыуы сәбәпсе була. Бәләкәйҙән Салауат Фридрих улы юлда осраған төрлө тимер-томорҙо ентекләп ҡарап, тикшереп, һынған, һарғайған әйберҙе эҙләп, һәр нәмәне белергә тырышып үҫә. Киләсәктә археолог булыу теләге тормошҡа ашмағас, юғалып ҡалмай егет: халҡыбыҙҙың тарихы менән үҙаллы ныҡлап шөғөлләнә, төрлө илдәрҙең аҡсаларын йыя. Бигерәк тә уны халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре, шөғөлдәре ҡыҙыҡһындыра, һуғыш ҡорамалдары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ололарҙан ныҡлап төпсөнә.
Ишембай районының Ураҙбай ауылында тыуып үҫкән егет Баймаҡ һылыуы Гөлбикә Сафа ҡыҙы менән ғаилә ҡорғас, Ниғәмәт ауылына килеп төпләнә. Шулай уҡ үҙе менән бала саҡтан йыйған иң ҙур байлығын – төрлө экспонаттарҙы ала. Яйлап йәмәғәтенең был шөғөлөнә Гөлбикә Кейекбаева ла өйрәнә, ярҙам итә башлай, үҙе лә туғандарынан, ауылдаштарынан боронғо әйберҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен, төрлө кейем йыя. Аҡрынлап өйҙәренең бер мөйөшөн ғаиләнең йорт-музейы биҙәй. Йылдар дауамында йыйылған әйбер күбәйә, кемдер үҙе бирә, икенселәрен хужаға һатып алырға тура килә, бәғзеләрен ҡайҙандыр табып ала.
Ниндәй генә эш башҡарһа ла, Салауат Фридрих улының күңел йыуанысы, йәшәү мәғәнәһе – боронғо ҡомартҡыларҙы йыйыу, бер урынға туплау. Бынан бер нисә йыл элек урам эсендәге аласыҡты бушатып, музейға әйләндерә. Экспонаттарҙы һалыу, урынлаштырыу өсөн махсус кәштәләр эшләй, стендтар булдыра. Уның эсендә хас та ысын музейҙағы кеүек: хатта ҡайһы бер экспонаттарҙың бик уникаль төрҙәре лә осрай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хужа боронғо ҡомартҡыларҙы тематик йүнәлештә урынлаштырған. Бында халҡыбыҙҙың боронғо эш һәм һуғыш ҡорамалдары, тормош-көнкүреш әйберҙәре, дини китаптар менән бер рәттән боронғо тәңкәләр, аҡсалар, башҡорт халҡының милли кейем өлгөләре осрай. Яҙыу машинкаларының, патефон, радио һәм телефон аппараттарының ниндәй генә төрө юҡ!
Уйлап ҡараһаң, берәү ҙә Салауат Кейекбаевҡа шунса ҡомартҡыны йыйырға ла, уларҙы тәфсирләп, ҡәҙерләп һаҡларға ла ҡушмаған. Барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса башҡарылған, һәр береһе бөртөкләп тупланған.
Бөгөн Салауат Кейекбаевтың шәхси музейы уникаль күренешкә тиң, шуға күрә ундай рухи байлыҡ ауылдың мәҙәниәт йортоноң төп өлөшөн биҙәргә хаҡлы. Бигерәк тә быйыл Мәҙәниәт йылы уңайынан шәхси музей ҙур һәм яҡты бинаға күсерелһә, ниғәмәттәр өсөн генә түгел, ә тотош район халҡының да барып ҡарау мөмкинлеге булыр ине. Икенсенән, экспонаттар араһында бик һирәк осрағандары ла бар, уларын тейешенсә һаҡлау талап ителә.
Ниндәйҙер бинаны ҡуртымға алып, унда үҙенең шәхси музейын асыу тураһында хыяллана Салауат Фридрих улы, тик әлегә уны ишетеүсе генә юҡ. Иманым камил, Ниғәмәттәге шәхси музей киләсәктә бөгөнгө йәш быуынға өлгө булып ҡына ҡалмай, ә донъя музейҙар мәҙәниәтенең бер өлгөһөн кәүҙәләндереп, төп тәғәйенләшенән ситкә тайпылмай халыҡҡа хеҙмәт итер әле. Ә инде уны булдырған Салауат Кейекбаевҡа, ғаиләһенә рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡәҙерләп, уларҙы беҙгә еткергәндәре өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк. Тик бер генә теләк: шәхси музейы киләсәктә ғорурлыҡ, милли рухи байлыҡ бирерлек мәҙәни үҙәккә әйләнһен ине.